Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
📌Өфө фән һәм технологиялар университетында беренсе тапҡыр Ғәрәп һәм фарсы телдәре буйынса асыҡ олимпиада үткән.

Олимпиадала мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡатнашҡан.

Университеттың Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында был телдәрҙе "Шәрҡиәт һәм африканистика" бүлегендә өйрәтәләр. Бюджет урындары бар, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!🌹
💘3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һәр тел үҙенсә матур. Иң мөһим һүҙҙәрҙе туған телдәребеҙҙә белдерәйек 🩷
🔥5💘3👍2
ВАТАНДЫ ҺАҠЛАУСЫЛАРҘЫ ТӘБРИКЛӘНЕЛӘР

📌 "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы сара ойошторолдо.

🔶"Рәсәйҙең көсө һәм ҡаһарманлығы: Ватанды һаҡлаусыларҙы данлап!" тип аталды ул.

🔶Сарала Бөйөк Еңеү яулаған оло ветерандарыбыҙ, әлеге көндә тыныслығыбыҙ һағында торған Махсус хәрби операция яугирҙары, ветерандарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләп үтте.

" Еңеүҙең 80 йыллығын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡаршы алабыҙ. Был йылдың 15 ғинуарында Президент Указы менән Ишембай ҡалаһы, Өфө кеүек үк, "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Был яҡташтарыбыҙҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөнә оло баһа хеҙмәт фронтында көнө-төнө уны яҡынайтыу өсөн эшләгәндәр тураһында иң яҡшы хәтер. Һәр дәүерҙә беҙ Рәсәйҙең терәге булғанбыҙ һәм буласаҡбыҙ",

- тип билдәләне сығышында Радий Фәрит улы.

🔶Ватан өсөн һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

🔶Артабан Ветерандарға һәм батырлыҡ күрһәткән яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырылды.

🔶Аяҙ күк өсөн көрәшеүселәр матур байрам концертын ҡараны, ҡайһы бер сығыштарҙы аяғүрә баҫып та тыңланы.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍5🕊3👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн ошонан да матур видео булмаҫ, моғайын



❤️Салауат ҡалаһының 50-cе башҡopт балалаp баҡcаһы тәpбиәләнеүcеләpе, өлкәндәp төpкөмө.

Pәми Ғаpипoвтың "Уйҙаpым" ҡoбайыpы.

❤️Етәкcеләpе: Xәйбуллина P.Ә., Тoҡoмбәтoва Г.Ю.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍6🥰61
Күңелле һәм файҙалы ял көнө теләйбеҙ!💙

📸Фотола Мәмбәт ҡаяһы - Башҡортостандағы иң бейек ҡая (дингеҙ кимәленән 421 м.).

📍 Ғафури районы, Толпар ауыл биләмәһе.
7👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тары сәйе лә була икән! 🧐

🔴Ҡаҙаҡтарҙың был тары сәйе бик ныҡ тәмле һәм файҙалы, тиҙәр.

🔴Тары сәйе организмдан токсиндарҙы сығара, ашҡаҙан-эсәк юлына ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты яҡшырта.

📍 Тары сәйен әҙерләү өсөн:

тары - 1 каса;

һөт - 2 каса;

сәй - 1 аш ҡалағы;

шәкәр йә бал - самалап;

ҡайнар һыу кәрәк.

📍 Тары сәйен әҙерләү ысулын видеонан ҡарағыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле һәм шифалы булһын! 🥰
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍4😍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Видеола: Юнир Гильязов.
👍5👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын! 🥰


Күтәренке кәйеф теләп ҡалабыҙ 😉
😍6😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белгән кеше белгән кеше инде 😁
😁14💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Афариндар! ❤️

Бөрйәндә үткән "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары"нан күренеш: "Ауҙарыш" уйыны.

Видео: Азат Ғәлиуллин.
🔥10💘2👍1
Хәйерле иртә! ☀️

Бөгөн Ватанды һаҡлаусыларҙы тәбрикләп, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Ил намыҫы ир муйынында",

тигән боронғолар.

Ошо ауыр бурысты күтәреп, намыҫына тап төшөрмәй йәшәгән ир-егеттәребеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! 🌹

Имен-һау йөрөгөҙ, тип теләйбеҙ! 🥰
6🥰1💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры артистары башҡарыуында "Ҡайтырмын" йыры.
3👍3💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Республика Хәрби Дан музейында Бөйөк Ватан һуғышы һәм Махсус хәрби операция яугирҙарының батырлығы берҙәй сағылдырыла.

- Әле Ватанды һаҡлаусылар көнө сиктәрендә төрлө тематик саралар ойошторола. Күсермә күргәҙмәләр ҙә бар.

Мәҫәлән, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында үткән тантанаға ике тематик күргәҙмә сығарҙыҡ.

Береһе - Махсус хәрби операцияға Башҡортостандан тупланған исемле хәрби подразделениеларының байраҡтары, музейыбыҙҙа 18 байраҡ һаҡлана.

Икенсеһе - Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына арналған, МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан 12 геройыбыҙ бар.

Бында шулай уҡ яу ҡырынан экспонаттар ҙа күрһәтелгән. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан музейға килегеҙ, - ти Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев.

📍 Музейҙың адресы: Комаров урамы, 7.

Эш ваҡыты:
шишәмбе-йәкшәмбе көндәрендә сәғәт иртәнге 11-ҙән киске 6-ға тиклем.
Йома көндө - сәғәт төшкө 2-нән киске 9-ға тиклем.
Дүшәмбе - ял.
🔥5👍2💘2
🎖️Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн Дмитрий Медведев бер төркөм яугирға наградалар тапшырған.

Улар араһында яҡташыбыҙ, Әбйәлил районы Красная Башкирия ауылынан Илгиз Вафин да бар.


Яугирға "Батырлыҡ өсөн" миҙалы бирелгән. Ҡотлайбыҙ! 🌹

Илебеҙ һанындағы һәр яугирға имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын! 🤲
👍4