Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
🌙Изге йома мөбәрәк булһын!

📍Ҡуштау итәге. Ишембай районы.

Фото: Альбина Исмәғилова.
🔥43💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Халыҡ-ара туған тел көнө менән, төркөмдәштәр! ❤️‍🔥

Тел тураһында тағы ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Комментарийҙарҙа яҙығыҙ!
🥰42👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Заман һәм замандаштар тураһында, бик мөһим төшөнсәләргә арналған күргәҙмәне барып күрегеҙ.

Күргәҙмәлә Башҡортостан рәссамдарының эше ҡуйылған.

Ул илдең төрлө ҡалалары буйлап 2023 йылдың 3 мартынан алып "сәйәхәт итә".

22-се тапҡыр ойошторола.

📍 Ҡайҙа: М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры.
Ленин урамы, 62
🔥5
#Интернеттатаратылған

Туған телебеҙҙе
һаҡлау өсөн

көрәшәбеҙ икән, "Өләсәйҙәр мәктәбе" төркөмөндәге кеүек, ихласлыҡ, туған телеңде мөмкин тиклем байытыу, сафландырыу өсөн ынтылыу мөхите булдырырға кәрәк.

Ошо маҡсатта башҡарылған һәр сараны хупларға. Лайк кәрәк икән - лайк ҡуй, ҡараусылар һанын ишәйтергә икән - тыңла, ҡара.
Гәзит-журналдарҙың сифатын тәнҡитләү бер, ә тиражын арттырыуға үҙ өлөшөңдө индереү - уғата һәйбәт.
Халҡыбыҙҙы һаҡлау йүнәлешендә ни генә эшләнһә лә, тәнҡитләүҙән алда, хупла.
"Өләсәйҙәр мәктәбе"нең эш тәжрибәһен тарат.

Һәр көн ни булһа ла эшлә: башҡортса белмәгән башҡорт балаһының әсәһенә ниндәй ысулдар менән булһа ла, туған телдең әһәмиәтен аңлатырға тырыш.

1. Тел һаҡлау - иң изге бурысыбыҙ.
2. Тел һаҡлау буйынса эшләнгән проекттарҙы хуплау - мөһим бурыс.
3. Интернетта таҙа башҡортса аралашыуға ынтылыш - атай-олатайҙар аманатына тоғролоҡ.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.
👍74
📌Өфөлә күренекле ғалимә Фирҙәүес Хисаметдинова исемендәге кабинет асылды.

Кисәге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында халҡыбыҙҙың күренекле шәхесе, башҡорт тел ғилеме белгесе Фирҙәүес Хисаметдинованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Сара сиктәрендә башҡорт филологияһы факультеты бинаһында Фирҙәүес Хисаметдинова исемендәге кабинет асылды.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Ышанмағыҙ февраль буранына..."


Розалия Мөхәмәтйәнованан хисле видео. 💘
👍74💘3
📌Өфө фән һәм технологиялар университетында беренсе тапҡыр Ғәрәп һәм фарсы телдәре буйынса асыҡ олимпиада үткән.

Олимпиадала мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡатнашҡан.

Университеттың Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында был телдәрҙе "Шәрҡиәт һәм африканистика" бүлегендә өйрәтәләр. Бюджет урындары бар, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!🌹
💘3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һәр тел үҙенсә матур. Иң мөһим һүҙҙәрҙе туған телдәребеҙҙә белдерәйек 🩷
🔥5💘3👍2
ВАТАНДЫ ҺАҠЛАУСЫЛАРҘЫ ТӘБРИКЛӘНЕЛӘР

📌 "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы сара ойошторолдо.

🔶"Рәсәйҙең көсө һәм ҡаһарманлығы: Ватанды һаҡлаусыларҙы данлап!" тип аталды ул.

🔶Сарала Бөйөк Еңеү яулаған оло ветерандарыбыҙ, әлеге көндә тыныслығыбыҙ һағында торған Махсус хәрби операция яугирҙары, ветерандарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләп үтте.

" Еңеүҙең 80 йыллығын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡаршы алабыҙ. Был йылдың 15 ғинуарында Президент Указы менән Ишембай ҡалаһы, Өфө кеүек үк, "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Был яҡташтарыбыҙҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөнә оло баһа хеҙмәт фронтында көнө-төнө уны яҡынайтыу өсөн эшләгәндәр тураһында иң яҡшы хәтер. Һәр дәүерҙә беҙ Рәсәйҙең терәге булғанбыҙ һәм буласаҡбыҙ",

- тип билдәләне сығышында Радий Фәрит улы.

🔶Ватан өсөн һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

🔶Артабан Ветерандарға һәм батырлыҡ күрһәткән яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырылды.

🔶Аяҙ күк өсөн көрәшеүселәр матур байрам концертын ҡараны, ҡайһы бер сығыштарҙы аяғүрә баҫып та тыңланы.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍5🕊3👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн ошонан да матур видео булмаҫ, моғайын



❤️Салауат ҡалаһының 50-cе башҡopт балалаp баҡcаһы тәpбиәләнеүcеләpе, өлкәндәp төpкөмө.

Pәми Ғаpипoвтың "Уйҙаpым" ҡoбайыpы.

❤️Етәкcеләpе: Xәйбуллина P.Ә., Тoҡoмбәтoва Г.Ю.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍6🥰61
Күңелле һәм файҙалы ял көнө теләйбеҙ!💙

📸Фотола Мәмбәт ҡаяһы - Башҡортостандағы иң бейек ҡая (дингеҙ кимәленән 421 м.).

📍 Ғафури районы, Толпар ауыл биләмәһе.
7👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тары сәйе лә була икән! 🧐

🔴Ҡаҙаҡтарҙың был тары сәйе бик ныҡ тәмле һәм файҙалы, тиҙәр.

🔴Тары сәйе организмдан токсиндарҙы сығара, ашҡаҙан-эсәк юлына ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты яҡшырта.

📍 Тары сәйен әҙерләү өсөн:

тары - 1 каса;

һөт - 2 каса;

сәй - 1 аш ҡалағы;

шәкәр йә бал - самалап;

ҡайнар һыу кәрәк.

📍 Тары сәйен әҙерләү ысулын видеонан ҡарағыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле һәм шифалы булһын! 🥰
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍4😍3