Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Афариндар! ❤️

Бөрйәндә үткән "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары"нан күренеш: "Ауҙарыш" уйыны.

Видео: Азат Ғәлиуллин.
🔥10💘2👍1
Хәйерле иртә! ☀️

Бөгөн Ватанды һаҡлаусыларҙы тәбрикләп, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Ил намыҫы ир муйынында",

тигән боронғолар.

Ошо ауыр бурысты күтәреп, намыҫына тап төшөрмәй йәшәгән ир-егеттәребеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! 🌹

Имен-һау йөрөгөҙ, тип теләйбеҙ! 🥰
6🥰1💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры артистары башҡарыуында "Ҡайтырмын" йыры.
3👍3💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Республика Хәрби Дан музейында Бөйөк Ватан һуғышы һәм Махсус хәрби операция яугирҙарының батырлығы берҙәй сағылдырыла.

- Әле Ватанды һаҡлаусылар көнө сиктәрендә төрлө тематик саралар ойошторола. Күсермә күргәҙмәләр ҙә бар.

Мәҫәлән, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында үткән тантанаға ике тематик күргәҙмә сығарҙыҡ.

Береһе - Махсус хәрби операцияға Башҡортостандан тупланған исемле хәрби подразделениеларының байраҡтары, музейыбыҙҙа 18 байраҡ һаҡлана.

Икенсеһе - Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына арналған, МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан 12 геройыбыҙ бар.

Бында шулай уҡ яу ҡырынан экспонаттар ҙа күрһәтелгән. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан музейға килегеҙ, - ти Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев.

📍 Музейҙың адресы: Комаров урамы, 7.

Эш ваҡыты:
шишәмбе-йәкшәмбе көндәрендә сәғәт иртәнге 11-ҙән киске 6-ға тиклем.
Йома көндө - сәғәт төшкө 2-нән киске 9-ға тиклем.
Дүшәмбе - ял.
🔥5👍2💘2
🎖️Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн Дмитрий Медведев бер төркөм яугирға наградалар тапшырған.

Улар араһында яҡташыбыҙ, Әбйәлил районы Красная Башкирия ауылынан Илгиз Вафин да бар.


Яугирға "Батырлыҡ өсөн" миҙалы бирелгән. Ҡотлайбыҙ! 🌹

Илебеҙ һанындағы һәр яугирға имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын! 🤲
👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Әүмәлә (саламай, һәүәләй) - Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендәге башҡорттарҙың традицион ризығы.

Сосновка һәм Ҡоншаҡ районы башҡорттары әүмәләне Ҡарғатуйға әҙерләүҙәре тураһында мәғлүмәт бирә.

Әүмәлә бутҡаһынан ҡалған майҙы һыйыры булмаған әбейҙәргә таратып бирер булғандар.

Был әүмәлә майын төрлө аш-һыу яраштырғанда ҡулланғандар.

🔴Бигерәк тә май айында әҙерләнгән әүмәлә майы файҙалы һанала:

«Май айында эшләнгән әүмәлә майы файҙалы була: эсәк ауырыуҙарынан. Йәш балаға ла ҡаптыралар – бүҫерҙән һәйбәт»,

- тип яҙа БР Матди булмаған этномәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм реестрына анкетаны төҙөүсе Вәлиә Утарбаева.

🔷Әүмәләгә оҡшаш ризыҡтар Башҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән райондарында ла һаҡланған - бойҙай йәки арыш ҡурмасын иретелгән аҡ май төпрәһенә һалып ҡайнаталар. Был аҙыҡ төпрә йәки шыҡыран тип йөрөтөлә.

🔷Тағы ла тартылған һоло, бойҙай, тары онон һыуға, һөткә йәки ҡатыҡҡа, һирәк осраҡта һурпаға һалып, боламыҡ бешергәндәр.

Видео: "Гөлдәр". Мәскәү ҡалаһы" төркөмө.
👍3😍1
Уңышлы эш көнө! Шарлауыҡ кеүек дәртегеҙ ташып торһон. ☀️

Ғәҙелша шарлауығы. Баймаҡ районы.

Фото: Максим Косарев.
🥰41💘1
Инде 8 Мартҡа әҙерләнә башларға була. Әсәйҙәргә бүләккә бик шәп ҡул эштәре тәҡдим итәбеҙ🩷
💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡорттарҙың ат эйәрләү кәрәк-ярағына өс әйбер инә: эйәр, кейеҙ сергетыш һәм үндек.

🔷Сергетыш - һарыҡ йөнөнән һуғылған кейеҙ эслек (серге) һәм ҡорама тышлыҡтан тора.

🔷Үндекте йышыраҡ кәзә мамығынан һуҡҡандар, ул көндәлектә ҡулланылған.

Үндек өҫтөнән серге йәки ҡум япҡандар.

📍Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарында (ҡатай, һарт) эйәр аҫтына һалынған кейеҙҙе серге тип түгел, ә һырма тип йөрөткәндәр.

🔴С. И. Руденко былай тип яҙа:

"Ҡатын-ҡыҙҙар эйәренең үндеге ҙур булған һәм тышлығы ҡыҙыл, һары ебәк һәм йөн ептән төрлө фигуралар сигелгән, төрлө нағыш һалынған туҡыма менән ҡапланған".


Ә ир-егеттәр өсөн эйәр аҫтына йыш ҡына өҫтө күн менән ҡапланған сергетыш ябылған.

🔷Сергетыш менән үндек бирнәгә ингән. Ҡусҡарҙар сигелгән.

Видео: Бөрйән районы сергетыштары. Азат Ғәлиуллин.
3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Баймаҡ районынан бер малай Башҡортостан Башлығы булам, тип ҡарар иткән.

Радий Хәбиров уның был ҡарарын хуплай һәм:

"Ата-әсәйең менән кил, кабинетты ҡарарһың. Бәлки, кире уйлап ҡуйырһың",

- тип, малайҙы ҡунаҡҡа ла саҡырған.
5🔥2🤡1💘1😎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Э-һей, эш көнөнөң иң ҡыҙыу мәле - гел алға! 🔥

Видео: "Бишбармаҡ".
4🔥3💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡайсаҡ ошондай мәлдәр ҙә булып киткеләй инде ул, ивет?😁

Видео: Наил Юлгилдин.
😁92👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле көн барығыҙға ла!

Беләһегеҙме бөгөн ниндәй көн?


Тап 1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт ССР-ы республиканың яңы флагын раҫлай. 🩵🤍💚

Башҡортостандың Дәүләт флагы тураһындағы законда уның төҫтәренең мәғәнәһе шулай аңлатыла:

🩵Күк төҫ - асыҡлыҡ, яҡшылыҡ һәм республика халҡының уйҙары сафлығын белдерә;

🤍Аҡ төҫ - тыныслыҡ һөйөү, хеҙмәттәшлеккә әҙерлек;

💚Йәшел төҫ - азатлыҡ, йәшәүҙең мәңгелеген;

💛Ҡурай тажы - дуҫлыҡ символы, уның ете тажы берләшкән ете ырыуҙы сағылдыра.
❤‍🔥8👍42👎1