Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
287 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🤩Ә һеҙ радиоға шылтыратып, ниндәй йырҙы ҡуйырға һорар инегеҙ?

"Ливень инмәй" йыры - рәхим итеп тыңлағыҙ 😁

Видео: интернет киңлектәренән, төп сығанағын белһәгеҙ, һыҙғырырһығыҙ😉
5😁5🤣1
🌍"ПЛАНЕТА"ЛА - БАШҠОРТ МӨХИТЕ

Ял көндәрен ғаилә менән файҙалы итеп үткәргегеҙ килһә, 1-2 мартта "Планета" сауҙа үҙәгенә барығыҙ.

Бында "Мөхит" күсмә балалар тирмәһе эшләйәсәк.

Башҡарыусылар Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, "Һомай" этно-мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
👍4💯3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🌟40 ЙӘШ ТУЛМАҪ БОРОН

📌Өлгөлө башҡорт ғаиләләренең береһе - Баймаҡ районы Ғүмәр ауылынан Әнисә һәм Марс МЫРҘАБАЕВТАР үҙенең ғаилә тарихын һөйләгән.

Марс Мырҙабаев атаһына ҡырҡ йәше тулмаҫ борон ейән бүләк итеп, ҡартатай булыу бәхетен татытыуы тураһында бәйән итә.


🤩Улар 7 ул тәрбиәләп үҫтергән, араларында яугир ҙа бар.

Мырҙабаевтар йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, матур донъя көтөп йәшәй.

Видео: "Читающий Баймак" төркөмөнән.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
4
🌛 Бөгөн ҡояш байыу менән барлыҡ мосолмандар өсөн изге ай - Рамаҙан айы башланды.

Был айҙа изге эштәр, яҡшы уй-ниәттәр, миһырбанлыҡ артһын, имен-һау йәшәргә, ниәт иткән ураҙаларҙы тоторға яҙһын! 🤲
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤‍🔥6🙏21
🌱Хәйерле иртә, төркөмдәштәр!

Бына яҙҙың беренсе көнө лә килеп етте, оҙаҡламай көндәр йылынып, гөрләүектәр ағып, тәүге бөрөләр ҙә күренә башлар. Һәр миҙгелдең матурлығын тойоп, һау-сәләмәт ҡаршы алырға яҙһын!

🌙Изге Рамаҙан айы ла бөгөн башланып тора. Ураҙала булған ҡәрҙәштәребеҙгә Аллаһы Тәғәлә үҙе еңеллектәрен бирһен, тип теләйбеҙ.
🙏6🕊2💘1
Бөгөн яҙҙың беренсе көнө!

☀️Март айына һынамыштар

🌿Мартта ҡояшлы һәм йылы булһа, яҙ шундай уҡ килер. Ҡар яуһа, икмәк уңыр. Йылы ел иҫһә – ямғырлы йәйгә. Ел төнъяҡтан иҫһә, йәй һалҡын килер.

🌿Март болоттар тиҙ йөҙһә, аҙна-ун көн матур, аяҙ һауа торошоы көтөгөҙ.

🌿Март – һоло турғайы килһә, тиҙҙән йылы, ҡоро, яҙғы көндәр етер.

🌿Мартта буран булып, көрттәр хасил булһа, йәшелсә уңыр.

🌿Мартта ҡарғалар оя-оя осоп, уҡ булып аҫҡа атылһалар – ҡар көтөгөҙ.

🌿Мартта ҡоро һауа – көндәр йылытыуға.

🌿Мартта күк йөҙө аяҙ булып та, ҡояш бик сығырға теләмәһә, һауа торошо боҙолор.

🌿Мартта ҡар төшһә, апрелдә һыуыҡ булыр.
Әгәр был көн ҡоро икән, апрелгә ямғыр көтөгөҙ.

🌿Мартта ҡар яуһа, апрель дә шундай уҡ булыр.

🌿10 мартта ала ҡарғалар тауышланһа, йәй ямғырлы килер. Әгәр ҡара ҡарғалар оя ҡорһа, тиҙҙән һауа торошо ултырыр.

🌿11 март көндө ел көньяҡтан йәки көньяҡ-көнбайыштан иҫһә – йылыта.

🌿12 мартта – йылы яҡтан иҫкән ел һәм тамсы тамыу – йылы йәйгә ишара.

🌿13 март көндө ямғыр яуһа, йәй еүеш килер. Түбәләрҙә ҡар ирей башлаһа, тиҙҙән буран булыр.

🌿14 март ниндәй – йәй шундай.

🌿15 март көндө буран йәки ел булһа, йәшел үләндәр баш төртөүен тиҙ генә көтмәгеҙ.

🌿16 март көндө турғайҙар түбә ҡалайҙарына ултырып, ҡанаттарын таҙартһа – йылы көндәр етә.

🌿17 март – ҡара ҡарғалар элекке ояларына килһә, яҙ иртә килер, һыуҙар тиҙ китеп бөтөр.

🌿18 мартта ала ҡарғалар төнъяҡҡа ҡарап оялаһа һәм ҡарҡылдашһа – көндәр һыуыта.

🌿19 мартта тумыртҡалар туҡылдаһа, һыуыҡтар оҙаҡ дауам итә.

🌿20 мартта ҡояш байығанда күк йөҙө ҡыҙғылт төҫкә керһә – ел көсәйә.

🌿21 март көндө турғайҙар килһә, яҙ килеп етте тигән һүҙ.

🌿22 март йылы булһа, 40 көн йылы торор, был көн һыуыҡ булһа, 40 көнгә һуҙылған һыуыҡтар көтөгөҙ.

🌿23 март көндө ала ҡарға томшоғон ҡанат аҫтына йәшерһә – һыуыта.

🌿24 март ала ҡарғалар тауышланып йөрөһә, һауа торошо боҙола.

🌿25 март көндө ямғыр яуһа, арыш уңа. Ала ҡарғалар ерҙән йәки ҡарҙан йөрөһә – көндәр йылыта.

🌿26 мартта ҡара ҡарғалар кисен йыйылышып, тауыш бирһә – алдағы аҙна йылы булыр.

🌿27 мартта ҡар ҡояш йылыһынан иреһә – уңышлы йыл булыр, ямғыр яуып иреһә – ҡоролоҡ.

🌿28 мартта аксарлаҡтар осоп килһә, апрель йәй кеүек булыр.

🌿29 март ниндәй – апрель шундай.

🌿30 мартта торналар килһә, кинәт йылыта. Гөрләүектәр аға башлаһа, йылғалар ташыу ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ.

🌿31 март кисендә йондоҙҙар ғәҙәттәгенән вағыраҡ күренһә – ямғырға. Ҡоштар ояларын көньяҡҡа үрһә – йәй һалҡын килер.

"Илһамиәт" төркөмөнән.
👍41
📌 БР Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең рәсми логотибы һайланған!

Ике айҙан ашыу ваҡыт эсендә конкурсҡа 200-ҙән ашыу ижади эш килгән, республиканан тыш Ҡаҙағстан, Тажикстан, Сочи дизайнерҙары ла ҡатнашҡан.

💥Өфө дизайнеры Артур Ғилмановтың эше еңгән.

Фотола яңы тамғаның төрлөсә ҡулланылышы күрһәтелгән.
👍4💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Салауат халҡы Радий Хәбировҡа ҡаланы төҙөкләндергән өсөн рәхмәт әйткән.

"Әле тағы эшләргә кәрәк",

– тине республика етәксеһе яуап итеп.
5👎5👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялдар нисек үтә, дуҫтар?


Был абзый кеүек һикереп төшөп бейергә дәрт-дарманығыҙ бармы? 🤩
🔥11👍6
Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә бөгөн.

Рухи ҡиммәттәребеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы, туған телебеҙҙе һәм милли байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлаған, татыу һәм күп балалы башҡорт ғаиләләре күберәк булһын, тип теләйбеҙ.🥰
4💘3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дим буйы башҡорттары менән бергә моңланып алайыҡ әле, дуҫтар 🥰


Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәлиә Әйүпова башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры "Ике лә генә туған".

Был Дим буйында барлыҡҡа килгән йыр.
👍53💘2
📌 Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсының финалы үтте.

Конкурста быйыл бөтәһе 81 ғаилә ҡатнашҡан.

💥Гран-приҙы Хәйбулла районынан Ҡудашевтар яуланы!

Ҡудашевтар ғаиләһендә 7 бала: иң өлкән улдарына 17 йәш, кинйәкәй ҡыҙҙары Регинаға бөгөн 2 йәш тулған.

Барлыҡ ғаиләләрҙе ҡотлайбыҙ! 🌹 🌹 🌹
🔥6💘1
Хәйерле көн! ☀️
👍32🎄1