Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
663 subscribers
3.11K photos
1.63K videos
1 file
284 links
Download Telegram
📌 БР Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең рәсми логотибы һайланған!

Ике айҙан ашыу ваҡыт эсендә конкурсҡа 200-ҙән ашыу ижади эш килгән, республиканан тыш Ҡаҙағстан, Тажикстан, Сочи дизайнерҙары ла ҡатнашҡан.

💥Өфө дизайнеры Артур Ғилмановтың эше еңгән.

Фотола яңы тамғаның төрлөсә ҡулланылышы күрһәтелгән.
👍4💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Салауат халҡы Радий Хәбировҡа ҡаланы төҙөкләндергән өсөн рәхмәт әйткән.

"Әле тағы эшләргә кәрәк",

– тине республика етәксеһе яуап итеп.
5👎5👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялдар нисек үтә, дуҫтар?


Был абзый кеүек һикереп төшөп бейергә дәрт-дарманығыҙ бармы? 🤩
🔥11👍6
Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә бөгөн.

Рухи ҡиммәттәребеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы, туған телебеҙҙе һәм милли байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлаған, татыу һәм күп балалы башҡорт ғаиләләре күберәк булһын, тип теләйбеҙ.🥰
4💘3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дим буйы башҡорттары менән бергә моңланып алайыҡ әле, дуҫтар 🥰


Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәлиә Әйүпова башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры "Ике лә генә туған".

Был Дим буйында барлыҡҡа килгән йыр.
👍53💘2
📌 Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсының финалы үтте.

Конкурста быйыл бөтәһе 81 ғаилә ҡатнашҡан.

💥Гран-приҙы Хәйбулла районынан Ҡудашевтар яуланы!

Ҡудашевтар ғаиләһендә 7 бала: иң өлкән улдарына 17 йәш, кинйәкәй ҡыҙҙары Регинаға бөгөн 2 йәш тулған.

Барлыҡ ғаиләләрҙе ҡотлайбыҙ! 🌹 🌹 🌹
🔥6💘1
Хәйерле көн! ☀️
👍32🎄1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Заятүләк менән Һыуһылыу" башҡорт халыҡ эпосынан өҙөктө Мирас Үҙәнбаев башҡара.

🪸 Был эпоста Асылыкүл, Ҡандракүл һәм Балҡантау кеүек теүәл географик урындар телгә алына.

🪸Эпоста проза һәм шиғри форма аралашып килә. Шиғри урындарын думбыраға ҡушылып һамаҡлап һөйләр булғандар.

🪸Тәүге тапҡыр уны 1843 йылда Владимир Даль яҙып ала һәм рус телендә "Башкирская русалка" тип атап, журналда баҫтырып сығара.

🪸 1909 йылда Мәжит Ғафури "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосын яҙып алып, баҫтырып сығара. Тағы бер нисә варианты бар.
🔥9👍1💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Кисәге Өфөлә Baby Ti - Арыҫлан Тимеровтың концерты үтте.

Унда саҡ һикерергә өйрәнгәненән алып, "ҡырҡа хәрәкәттәр яһарға ҡыймаған" йәштәгеләргә тиклем бар ине 🤭

Беҙ бына дәртле кескәй тамашасыларҙың бер өлөшөн "барланыҡ"😉
🔥7💘5🥰32👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көлөп алайыҡ 🤭

Видео: "Большая семья из деревни".
😁10💘2🥰1🤨1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яңы аҙнала - яңы үрҙәргә артылығыҙ! 🏔

📍 Белорет районындағы Көмәрҙәк һыртының түбәһе.

Видео: maksimmalinin4
🔥41👍1
🌐Башҡортостан тураһында ҡыҙыҡлы 8 факт. 1-се өлөш.

🔴1919 йылдың20 мартында “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү төҙөлә. Уның баш ҡалаһы тәүҙә Темәс, аҙаҡ Стәрлетамаҡ, шунан Өфө ҡалаһы була.

🔴Өфө –Рәсәйҙең 1 миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән иң иркен ҡалаларының береһе. Башҡортостандың баш ҡалаһында һәр өфөлөгә 682 кв.м. тура килә.

🔴Стәрлетамаҡ ҡалаһы Рәсәйҙә троллейбустар һыҙаты буйынса беренсе урынды биләй. Ҡалала троллейбустар һаны автобустарға ҡарағанда күберәк.

🔴Башҡортостан– борондан килгән солоҡсолоҡ кәсебе һаҡланған берҙән-бер төбәк. Солоҡ балы – иң файҙалы һәм ҡиммәтле бал, уның 1 килограмы 2,5-4 мең һум тирәһе тора.

🔴Урал тауҙарында табылған тәүтормош кешеләре торағы башҡорт күле – Ҡарабалыҡты буйында табылған.

🔴Шүлгәнташ мәмерйәһендә палеолит осоронда төшөрөлгән һүрәттәр һаҡланған – Көнсығыш Европала был берҙән-бер шундай ҡомартҡы. Был һүрәттәр 40 мең йыл тирәһе элек төшөрөлгән.

🔴Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында һөт ризыҡтарын етештереү буйынса алдынғы. Башҡортостан хужалыҡтарында 1,2 млн-дан ашыу һыйыр аҫрала.

🔴Башҡортостан территорияһында Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе – Ямантау урынлашҡан, уның бейеклеге 1640 метр.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍84
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Спорт менән шөғөлләнеү кәрәкме?

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе-мөфтөй Айнур Бирғәлин яуап бирә.
👍5🔥2💯2