Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
663 subscribers
3.11K photos
1.63K videos
1 file
284 links
Download Telegram
📚Беларусь Республикаһында Башҡорт шиғриәте антологияһы донъя күргән.

📚Минск ҡалаһында баҫылған "Ляцi, мая страла!" ("Лети, моя стрела!") йыйынтығы Салауат Юлаев шиғырҙарынан башлана.

"Хәҙерге заман башҡорт прозаһын беларусь телендә антология итеп баҫтырырға әҙерлек башларға йыйынабыҙ. Бынан тыш, һис шикһеҙ, икенсе проекттар ҙа бойомға ашырыласаҡ, улар халыҡтар дуҫлығын нығытасаҡ ҡына",

- тип яҙа баш һүҙҙә Беларусь Яҙыусылар союзы рәйесе Алесь Карлюкевич.

📚Йыйынтыҡта шиғырҙар беларусь телендә беларусь шағирҙары һәм тәржемәселәре тарафынан тәржемә ителеп баҫылған.

🎉Әйткәндәй, бөгөн Бөтә донъя яҙыусылар көнө билдәләнә.
👏3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ә һеҙ белә инегеҙме?

Дилә Йәһүҙинанан бик ҡыҙыҡлы видеояҙма 😉
8🔥3💘2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҙҙың иң шәп концерттарының береһенән: сәхнәнән тамашасыға ҡараш🔥🔥🔥

Кем булды?

Видео: Baby Ti
🔥7👍1💘1
Көнөгөҙ уңышлы үтһен, төркөмдәштәр!☀️

📍 Башҡортостандың Благовар районы күренештәре Зөһрә Зөлҡәрнәева фотоларында.
4👍1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
😱Өфө урамында һирәк трактор!

Быйыл баш ҡалабыҙҙы таҙартыуҙа бына ошондай сағыу ҡыҙыл трактор ҙа ҡатнашҡан, вәт!

Ә беҙ яҙ етте тип ҡыуанһаҡ та, тиҙҙән ошондай ҡарлы көндәрҙе һағынырбыҙ әле! 🤭
👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Бөгөн Өфөләге "Торатау" Конгресс-холы бинаһында ҡурайсыларҙың беренсе семинары уҙа.

Сарала мөһим мәсьәләләр күтәрелде һәм БР Ҡурайсылар берлегенә яңы ағзалар ҡабул ителде.
🔥4🥰1
БАШҠОРТ МАТРЕШКАҺЫ
ниндәй булған


🪆Кисәге ҡуйған башҡорт матрёшкалары видеоһын бик ҡыҙыҡһынып ҡарағасһығыҙ, уның тарихы бер аҙ байҡау яһарға булдыҡ.

1960 йылдар башында Өфө ҡалаһындағы “Ағиҙел” предприятиеһында рәссам В.М. Шутова беренсе башҡорт матрешкаһын эшләй.

🪆Был уйынсыҡ ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге менән айырылып тора һәм шуға ла “башҡорт матрешкаһы” тип йөрөтөлә башлай.

🪆Ағастан яһалған бәләкәй генә башҡорт матрешкаларын шунда уҡ танып булған – улар оҙонса түңәрәк формала булып, түбәһе тигеҙ итеп эшләнә, был милли баш кейемен хәтерләтә.

🪆Ул башҡорт орнаменттары төшөрөлгән традицион милли кейем “кейгән”. Күҙҙәре урыҫ матрешкаларынан айырмалы рәүештә, ҡыҫыҡ итеп эшләнгән. Ә ауыҙы асыҡ, гүйә, йырлай.

🪆Башҡорт матрешкаһының төп төҫтәре - ҡыҙыл, күк, ҡара, һары, йәшел. Әҙер булғас, ялтыр лак менән ҡаплағандар.

💯Бөгөн башҡорт матрешкаһы классик формаһында эшләнмәй, әммә матурлығы һаҡланған: башҡорт милли кейеме төп нөсхәһенә яҡынайтып төшөрөлә.

📍 Фотоларҙа төрлө йылдарҙа эшләнгән башҡорт матрёшкаларын күрергә була:

1-се фотола - 1960 йылдарҙағы тәүге матрёшка,

4-се фотола - 1982 йылғы уйынсыҡ,

5-се фотола тотош башҡорт ғаиләһен сағылдырған матрёшка,

6-сы фотола 2020-2021 йылғы Фольклориадаға эшләнгән матрёшкалар күрһәтелгән.
🔥4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бынау матур көндә "Уфтанма"йыҡ әле, дуҫтар!

Бына Ғафури районы Мәмбәт ҡаяһына менгән һинд егете лә шулай ти.
👏51
Хәйерле кис теләгәнебеҙ юҡ, ахыры🫣

Көнөгөҙ нисек үтте?

Фотола: Торатауҙағы йондоҙло төн.
🥰52🔥2❤‍🔥1💘1