Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
663 subscribers
3.11K photos
1.63K videos
1 file
284 links
Download Telegram
Көнөгөҙ уңышлы үтһен, төркөмдәштәр!☀️

📍 Башҡортостандың Благовар районы күренештәре Зөһрә Зөлҡәрнәева фотоларында.
4👍1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
😱Өфө урамында һирәк трактор!

Быйыл баш ҡалабыҙҙы таҙартыуҙа бына ошондай сағыу ҡыҙыл трактор ҙа ҡатнашҡан, вәт!

Ә беҙ яҙ етте тип ҡыуанһаҡ та, тиҙҙән ошондай ҡарлы көндәрҙе һағынырбыҙ әле! 🤭
👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Бөгөн Өфөләге "Торатау" Конгресс-холы бинаһында ҡурайсыларҙың беренсе семинары уҙа.

Сарала мөһим мәсьәләләр күтәрелде һәм БР Ҡурайсылар берлегенә яңы ағзалар ҡабул ителде.
🔥4🥰1
БАШҠОРТ МАТРЕШКАҺЫ
ниндәй булған


🪆Кисәге ҡуйған башҡорт матрёшкалары видеоһын бик ҡыҙыҡһынып ҡарағасһығыҙ, уның тарихы бер аҙ байҡау яһарға булдыҡ.

1960 йылдар башында Өфө ҡалаһындағы “Ағиҙел” предприятиеһында рәссам В.М. Шутова беренсе башҡорт матрешкаһын эшләй.

🪆Был уйынсыҡ ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге менән айырылып тора һәм шуға ла “башҡорт матрешкаһы” тип йөрөтөлә башлай.

🪆Ағастан яһалған бәләкәй генә башҡорт матрешкаларын шунда уҡ танып булған – улар оҙонса түңәрәк формала булып, түбәһе тигеҙ итеп эшләнә, был милли баш кейемен хәтерләтә.

🪆Ул башҡорт орнаменттары төшөрөлгән традицион милли кейем “кейгән”. Күҙҙәре урыҫ матрешкаларынан айырмалы рәүештә, ҡыҫыҡ итеп эшләнгән. Ә ауыҙы асыҡ, гүйә, йырлай.

🪆Башҡорт матрешкаһының төп төҫтәре - ҡыҙыл, күк, ҡара, һары, йәшел. Әҙер булғас, ялтыр лак менән ҡаплағандар.

💯Бөгөн башҡорт матрешкаһы классик формаһында эшләнмәй, әммә матурлығы һаҡланған: башҡорт милли кейеме төп нөсхәһенә яҡынайтып төшөрөлә.

📍 Фотоларҙа төрлө йылдарҙа эшләнгән башҡорт матрёшкаларын күрергә була:

1-се фотола - 1960 йылдарҙағы тәүге матрёшка,

4-се фотола - 1982 йылғы уйынсыҡ,

5-се фотола тотош башҡорт ғаиләһен сағылдырған матрёшка,

6-сы фотола 2020-2021 йылғы Фольклориадаға эшләнгән матрёшкалар күрһәтелгән.
🔥4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бынау матур көндә "Уфтанма"йыҡ әле, дуҫтар!

Бына Ғафури районы Мәмбәт ҡаяһына менгән һинд егете лә шулай ти.
👏51
Хәйерле кис теләгәнебеҙ юҡ, ахыры🫣

Көнөгөҙ нисек үтте?

Фотола: Торатауҙағы йондоҙло төн.
🥰52🔥2❤‍🔥1💘1
Һөҙөмтәле эш көнө теләйбеҙ, ә кемгәлер - уңышлы һунар! 😍


📍 Ҡуштауҙың төньяҡ-көнбайыш битләүендә.

Фото: Альбина Исмәғилева.
🔥3🥰1💘1