📌 Өфөләге В. И. Лениндың йорт-музейында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ретро-асылмалар күргәҙмәһе ойошторолған.
Яҡын кешеләрҙән матур асылмалар, хаттар көткән осорға алып ҡайта был коллекция.
✅Күргәҙмә 2025 йылдың 15 мартына тиклем дауам итә.
📍 Адресы: Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 78.

❤3💘1
Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа.
Ел ниндәй иркә!
Йылмайығыҙ яҡты таңға:
- Хәйерле иртә!
Уңһын өсөн һәр эшебеҙ
Үҙ еребеҙҙә,
- Хәйерле көн! – тип әйтәйек
Бер-беребеҙгә.
Матур көндө оҙатһындар
Иң яҡты хистәр,
Теләйек бер-беребеҙгә:
- Хәйерле кистәр!
Ғүмерҙәрҙең көнө түгел,
Мәле ҡәҙерле!
Көтөп алған төнөбөҙ ҙә
Булһын хәйерле!
Бер-беребеҙгә һуҙылһын
Ярҙам ҡулыбыҙ,
Хәйерле, уң була күрһен
Ғүмер юлыбыҙ!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Ел ниндәй иркә!
Йылмайығыҙ яҡты таңға:
- Хәйерле иртә!
Уңһын өсөн һәр эшебеҙ
Үҙ еребеҙҙә,
- Хәйерле көн! – тип әйтәйек
Бер-беребеҙгә.
Матур көндө оҙатһындар
Иң яҡты хистәр,
Теләйек бер-беребеҙгә:
- Хәйерле кистәр!
Ғүмерҙәрҙең көнө түгел,
Мәле ҡәҙерле!
Көтөп алған төнөбөҙ ҙә
Булһын хәйерле!
Бер-беребеҙгә һуҙылһын
Ярҙам ҡулыбыҙ,
Хәйерле, уң була күрһен
Ғүмер юлыбыҙ!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
❤4👍1
#тел_тере_шишмә
- Бына минең ТЫУҒАНДАРЫМДЫҢ фотоһы, - тип яҙып һалды бер һылыу миңә.
Хатаһын аңлар тип уйлап:
- ТЫУМАҒАНДАРЫҢДЫҢ фотоһы юҡмы? - тигән һорау ебәрҙем, йылмайған смайлик менән.
Үпкәләне.
- Беҙҙә шулай һөйләшәләр, - тип кенә яуап бирҙе, хатаһын төҙәтмәне.
- Аңҡармағаным та уы зәрә, - тип кенә яҙаһы ҡалты пеҙҙәгесә😀
Гүзәл Ситдиҡова.
"Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнән.

👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БИШБАРМАҠ БЕШЕРЕҮ СЕРҘӘРЕ
💯Әбйәлилдәрсә бишбармаҡ әҙерләү серҙәрен Асҡар ауылында йәшәүсе оҫта хужабикә Сәлимә ҒӘЛИУЛЛИНА аса:
💯Бишбармаҡ тәмле булһын өсөн:
✅Күңел йылыһын һалып бешерергә;
✅ Итте саҡырылған ҡунаҡтар иҫәбенән сығып, самалап алырға;
✅Ит сифатлы, майлыраҡ булырға тейеш;
✅Бер киҫәк ҡаҙ ите ҡушып һалыу һурпаны тәмлерәк итә;
💯Бишбармаҡты бешереү:
✅Ит һүрән генә утта ҡайнарға тейеш, шул саҡта ул йомшаҡ, тәмле һәм һутлы булып бешә.
✅Ит бешеп сыҡҡас та, тоҙлоғон алып, уға ваҡ ҡына итеп туралған һуған һалып, өҫтөн ябып, ситкә ҡуйып торабыҙ.Ошолай иткәндә һуған эҫе тоҙлоҡта бығып ҡына бешеп ултыра.
✅Ҡаҙандан итте бушатып, һурпаһын һөҙөп, уға алдан әҙерләнгән картуфты, бер аҙҙан ҡырҡылған һалманы һалабыҙ.
✅Улар әҙер булғансы, уртаса ҙурлыҡта итеп турап, итте әҙерләйбеҙ. ❗Һалманың мотлаҡ өйҙә ҡырҡылғанын алыу мөһим.
✅Һалма күләме ике кешегә бер ус иҫәбенән алына.
✅Һалма бер-береһенә йәбешмәһен өсөн, утты һүндергәс тә, кәстрүлгә ярты сынаяҡ тирәһе һалҡын һыу ҡойорға кәрәк.
💯Бишбармаҡты табынға ҡуйғанда:
✅Алдырҙарға (табаҡтан бәләкәйерәк һауыт) һалманы, уның өҫтөнә туралған ит һалып, һуғанлы тоҙлоҡ ҡойоп ултыртабыҙ.
✅Бер алдыр биш-алты кешегә иҫәпләнә.
✅Һәр кешегә кәсә һәм мотлаҡ ағас ҡалаҡ таратабыҙ.
💥Бишбармаҡты тимер ҡалаҡ менән ашау уның йәмен ебәрә, күркен бөтөрә.
✅Бишбармаҡ янына айырым һауыттарҙа ҡорот, тоҙ-борос ҡуйыла.
💯Һоғондороу йолаһы:
- ти Сәлимә ханым.
💥Был Әбйәлил районының урман-тау зонаһы хужабикәләре бешергән бишбармаҡ булды.
❓Ә һеҙҙең ауылда бишбармаҡты нисек бешерәләр?
📌"Киске Өфө" гәзитендә баҫылған мәҡәлә файҙаланылды.
Видео: Лилиә Мөхәмәтова.

"Беҙҙең яҡтарҙа "һоғондороу" йолаһы ла бар. Ул табынға эҫе һурпа бирер алдынан башҡарыла. Уға ярашлы, хужабикә ҡунаҡтарына бишбармаҡты үҙ ҡулы менән берәр ҡалаҡ ашатып сыға. Һоғондороуҙан баш тартырға ярамай, сөнки ул хужаларға ҡарата ихтирамһыҙлыҡ билдәһе һанала. Бишбармаҡ менән һыйланыу ҡоротло-боросло һурпа эсеү менән тамамлана. Һурпаны һәр кем алдына, эсеү-эсмәүен һорамайынса, ултыртыу мотлаҡ",
- ти Сәлимә ханым.
💥Был Әбйәлил районының урман-тау зонаһы хужабикәләре бешергән бишбармаҡ булды.
❓Ә һеҙҙең ауылда бишбармаҡты нисек бешерәләр?
📌"Киске Өфө" гәзитендә баҫылған мәҡәлә файҙаланылды.
Видео: Лилиә Мөхәмәтова.
👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һәр башҡортҡа төшкө аштан һуң был күнекмә - мотлаҡ.😎
Видео: ramilka.b1
Видео: ramilka.b1
🔥7💯2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көн ошолай етди генә итеп "баҫып килә лә", бейеп-бейетеп үтә лә китә. 😁
Үҙебеҙҙең башҡорт һылыуҙарына ҡарап, һоҡланып алайыҡ бик булмаһа...

❤6🤗3💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Иртәгәһен ишәк уйлаған" тип йәшәмә.
Барығыҙға ла емешле эш көнө!
😁5👍1💘1👾1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Кисәге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Өфөлә ифтар ойошторған.
Ул М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тәғәмханаһында үткән.
Саранан күренештәрҙе Шәһит Хамматов төшөргән видеола ҡарағыҙ.

👍5🔥2
📌“Башҡортостан Геройҙары” программаһына 900-ҙән ашыу яугирҙан ғариза килгән.
⭐2025 йылдың 24 февраленән алып республикала бойомға ашырыла башлаған “Башҡортостан геройҙары” программаһы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн булдырылған, ул “Геройҙар ваҡыты” федераль программаһының дауамы булып тора.
⭐Проект дәүләт һәм муниципаль власть органдарында һәм Башҡортостан ойошмаларында эшләү өсөн МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан юғары квалификациялы етәксе кадрҙар тәрбиәләүҙе маҡсат итә.
⭐Тәүге ике аҙнала уҡ 900-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдереүе яугирҙарҙың республикабыҙҙың үҫешенә өлөш индерергә теләге ҙур булыуын раҫлай.
✅Әйткәндәй, ғаризалар 2025 йылдың 31 мартына тиклем ҡабул ителә.
Был турала тулыраҡ мәғлүмәтте ошонда табырға була: героибашкортостана.рф/

❤🔥2
📌Сибай тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында "Аҫыл таштар симфонияһы" тигән күргәҙмә асылған.
🪨Уның авторы - Сибай кешеһе, геолог, коллекционер Евгений Ляшенко.
💯Күргәҙмә бик үҙенсәлекле:
🪨200-гә яҡын минерал;
🪨40-тан ашыу төрлө тау тоҡомдары;
🪨Йомортҡа һәм башҡа төрлө формалағы 350 таш.
✅ Таштар табылған урындар ҙа күрһәтелгән, ул 25 илде үҙ эсенә ала, Антарктиданан башҡа барлыҡ ҡитғалар ҙа күрһәтелгән.
💯Күргәҙмә 19 апрелгә тиклем эшләй.
✅ Инеү: 100 һум. Пушкин картаһы эшләй.
📍 Сибай, Тау эшселәре проспекты, 45.
Фото: Гөлсәриә Әбилева.
🪨Уның авторы - Сибай кешеһе, геолог, коллекционер Евгений Ляшенко.
💯Күргәҙмә бик үҙенсәлекле:
🪨200-гә яҡын минерал;
🪨40-тан ашыу төрлө тау тоҡомдары;
🪨Йомортҡа һәм башҡа төрлө формалағы 350 таш.
✅ Таштар табылған урындар ҙа күрһәтелгән, ул 25 илде үҙ эсенә ала, Антарктиданан башҡа барлыҡ ҡитғалар ҙа күрһәтелгән.
💯Күргәҙмә 19 апрелгә тиклем эшләй.
✅ Инеү: 100 һум. Пушкин картаһы эшләй.
📍 Сибай, Тау эшселәре проспекты, 45.
Фото: Гөлсәриә Әбилева.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Атайҙар һүҙһеҙ ярата...
Видео: Дилбәр Ласынова.
🔥9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💥ШАРШАУ - ЙОРТ БИҘӘГЕ
💯Шаршау - башҡорт торлағында ирҙәр (ҡунаҡтар) һәм ҡатындар (аш-һыу) яғын бүлеп торған һуғылған туҡыма.
✅ Шаршауҙы 40-50 сантиметр киңлектә итеп, ҡыҙыл төҫтәге ептән һуҡҡандар. Аҙаҡ был киҫәктәрҙәге биҙәктәрҙе тап килтереп, бергә ҡушып теккәндәр.
✅ Шаршауҙың урта өлөшө тотош орнаменттан тора. Ә буй-буй һыҙатлы ҡаймаһын айырым һуғып, ҡушып теккәндәр.
✅ Төп орнаменттар оялап йәки сәскә биҙәкләп - күпмөйөш һәм дүрткелдәрҙән торған биҙәктәр рәүешендә эшләнгән.
✅ Ҡыя шаҡмаҡ рәүешендәге биҙәк йортҡа ҡот килтерә, насарлыҡтарҙан һаҡлай тип иҫәпләнә.
✅ Шулай уҡ шаршауҙы сәскә-үҫемлек орнаменты менән дә биҙәгәндәр.
☀️Шаршау туҡығанда оҫтабикәләр ҡояш нурҙарына оҡшаш йылы төҫтәр ҡулланған.
🔴 Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яратҡан төҫө - ҡыҙыл. Ул ут төҫө.
🟢 Йәшел төҫ - йәшәү, тәбиғәттең уяныуын сағылдырған төҫ.
🟡 Һары төҫ - йылылыҡ, ҡояш төҫө.
✅ Шаршау кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙың бирнәһендә мотлаҡ булған.
✅ Йәш кәләште оҙатҡанда йәки ҡаршы алғанда уның баш осонда шаршауҙы йәйеп тотҡандар. Шаршау уны яман күҙҙән һаҡлаған.
📍 Видеола: Башҡортостандың Тәтешле районында һаҡланған 19 быуатта һуғылған шаршау.
💯Шаршау - башҡорт торлағында ирҙәр (ҡунаҡтар) һәм ҡатындар (аш-һыу) яғын бүлеп торған һуғылған туҡыма.
✅ Шаршауҙы 40-50 сантиметр киңлектә итеп, ҡыҙыл төҫтәге ептән һуҡҡандар. Аҙаҡ был киҫәктәрҙәге биҙәктәрҙе тап килтереп, бергә ҡушып теккәндәр.
✅ Шаршауҙың урта өлөшө тотош орнаменттан тора. Ә буй-буй һыҙатлы ҡаймаһын айырым һуғып, ҡушып теккәндәр.
✅ Төп орнаменттар оялап йәки сәскә биҙәкләп - күпмөйөш һәм дүрткелдәрҙән торған биҙәктәр рәүешендә эшләнгән.
✅ Ҡыя шаҡмаҡ рәүешендәге биҙәк йортҡа ҡот килтерә, насарлыҡтарҙан һаҡлай тип иҫәпләнә.
✅ Шулай уҡ шаршауҙы сәскә-үҫемлек орнаменты менән дә биҙәгәндәр.
☀️Шаршау туҡығанда оҫтабикәләр ҡояш нурҙарына оҡшаш йылы төҫтәр ҡулланған.
✅ Шаршау кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙың бирнәһендә мотлаҡ булған.
✅ Йәш кәләште оҙатҡанда йәки ҡаршы алғанда уның баш осонда шаршауҙы йәйеп тотҡандар. Шаршау уны яман күҙҙән һаҡлаған.
📍 Видеола: Башҡортостандың Тәтешле районында һаҡланған 19 быуатта һуғылған шаршау.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 ДӘҮ АТ ҠАЙҘАН?
🟡 Йәш фермер Фаил Әлтәпов Илеш районы хакимиәтенә йылҡы үрсетеү буйынса проектына ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән һәм "эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашкан.
✅ 2024 йылда фермер Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының "Агростартап" грантын алған.
✅ Был 4.5 млн һум аҡсаға 14 баш урыҫ йөк атын, кәрәкле техника һатып ала.
💯Башҡортостанда бындай тоҡомло аттар үрсетелгән берҙән-бер хужалыҡ.
🟡Әлеге көндә Ф. Әлтәповтың элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан хужалығында 36 баш йылҡы малы, 10 үгеҙ, 2 трактор һәм йөк машиналары бар.
Бынан тыш, ул саф инглиз тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм ярыштарға әҙерләү менән шөғөлләнә.
📍Республиканың һәр эшҡыуары үҙ муниципалитетында "эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә бизнес-проектын тәҡдим итә ала. Бының өсөн БР Инвестпорталында ғариза бирергә йәки үҙ районыңдағы бизнес-шерифҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

🔥2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сал быуаттар аша моң ағыла,
Тетрәндереп Урал буйҙарын.
Бормаланған оҙон юлдар кеүек,
Алыҫтарға китә уйҙарым.
Был бит ҡурай! Ябай ҡырлы ҡурай!
Башҡортомдоң күңел моңдашы,
Тормош һуҡмаҡтарын артылғанда,
Көс-дәрт бирер тоғро юлдашы.
Ҡайҙа ғына кемдәр тыңлаһа ла,
Уны аңлай, уны үҙ итә.
Ҡурай моңо тылсым-көскә эйә -
Таш йөрәктәрҙе лә иретә.
Күпме тапҡыр дуҫлыҡ илсеһеләй,
Донъя урап ҡайтты ҡурайым.
Шуға ла мин бөгөн рәхмәт әйтеп,
Ҡурайымды ҙурлап йырлайым.
Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Видео: Ринат Рамаҙанов.
Тетрәндереп Урал буйҙарын.
Бормаланған оҙон юлдар кеүек,
Алыҫтарға китә уйҙарым.
Был бит ҡурай! Ябай ҡырлы ҡурай!
Башҡортомдоң күңел моңдашы,
Тормош һуҡмаҡтарын артылғанда,
Көс-дәрт бирер тоғро юлдашы.
Ҡайҙа ғына кемдәр тыңлаһа ла,
Уны аңлай, уны үҙ итә.
Ҡурай моңо тылсым-көскә эйә -
Таш йөрәктәрҙе лә иретә.
Күпме тапҡыр дуҫлыҡ илсеһеләй,
Донъя урап ҡайтты ҡурайым.
Шуға ла мин бөгөн рәхмәт әйтеп,
Ҡурайымды ҙурлап йырлайым.
Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Видео: Ринат Рамаҙанов.
❤6🔥3