This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Иртәгәһен ишәк уйлаған" тип йәшәмә.
Барығыҙға ла емешле эш көнө!
😁5👍1💘1👾1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Кисәге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Өфөлә ифтар ойошторған.
Ул М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тәғәмханаһында үткән.
Саранан күренештәрҙе Шәһит Хамматов төшөргән видеола ҡарағыҙ.

👍5🔥2
📌“Башҡортостан Геройҙары” программаһына 900-ҙән ашыу яугирҙан ғариза килгән.
⭐2025 йылдың 24 февраленән алып республикала бойомға ашырыла башлаған “Башҡортостан геройҙары” программаһы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн булдырылған, ул “Геройҙар ваҡыты” федераль программаһының дауамы булып тора.
⭐Проект дәүләт һәм муниципаль власть органдарында һәм Башҡортостан ойошмаларында эшләү өсөн МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан юғары квалификациялы етәксе кадрҙар тәрбиәләүҙе маҡсат итә.
⭐Тәүге ике аҙнала уҡ 900-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдереүе яугирҙарҙың республикабыҙҙың үҫешенә өлөш индерергә теләге ҙур булыуын раҫлай.
✅Әйткәндәй, ғаризалар 2025 йылдың 31 мартына тиклем ҡабул ителә.
Был турала тулыраҡ мәғлүмәтте ошонда табырға була: героибашкортостана.рф/

❤🔥2
📌Сибай тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында "Аҫыл таштар симфонияһы" тигән күргәҙмә асылған.
🪨Уның авторы - Сибай кешеһе, геолог, коллекционер Евгений Ляшенко.
💯Күргәҙмә бик үҙенсәлекле:
🪨200-гә яҡын минерал;
🪨40-тан ашыу төрлө тау тоҡомдары;
🪨Йомортҡа һәм башҡа төрлө формалағы 350 таш.
✅ Таштар табылған урындар ҙа күрһәтелгән, ул 25 илде үҙ эсенә ала, Антарктиданан башҡа барлыҡ ҡитғалар ҙа күрһәтелгән.
💯Күргәҙмә 19 апрелгә тиклем эшләй.
✅ Инеү: 100 һум. Пушкин картаһы эшләй.
📍 Сибай, Тау эшселәре проспекты, 45.
Фото: Гөлсәриә Әбилева.

👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Атайҙар һүҙһеҙ ярата...
Видео: Дилбәр Ласынова.
🔥9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💥ШАРШАУ - ЙОРТ БИҘӘГЕ
💯Шаршау - башҡорт торлағында ирҙәр (ҡунаҡтар) һәм ҡатындар (аш-һыу) яғын бүлеп торған һуғылған туҡыма.
✅ Шаршауҙы 40-50 сантиметр киңлектә итеп, ҡыҙыл төҫтәге ептән һуҡҡандар. Аҙаҡ был киҫәктәрҙәге биҙәктәрҙе тап килтереп, бергә ҡушып теккәндәр.
✅ Шаршауҙың урта өлөшө тотош орнаменттан тора. Ә буй-буй һыҙатлы ҡаймаһын айырым һуғып, ҡушып теккәндәр.
✅ Төп орнаменттар оялап йәки сәскә биҙәкләп - күпмөйөш һәм дүрткелдәрҙән торған биҙәктәр рәүешендә эшләнгән.
✅ Ҡыя шаҡмаҡ рәүешендәге биҙәк йортҡа ҡот килтерә, насарлыҡтарҙан һаҡлай тип иҫәпләнә.
✅ Шулай уҡ шаршауҙы сәскә-үҫемлек орнаменты менән дә биҙәгәндәр.
☀️Шаршау туҡығанда оҫтабикәләр ҡояш нурҙарына оҡшаш йылы төҫтәр ҡулланған.
🔴 Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яратҡан төҫө - ҡыҙыл. Ул ут төҫө.
🟢 Йәшел төҫ - йәшәү, тәбиғәттең уяныуын сағылдырған төҫ.
🟡 Һары төҫ - йылылыҡ, ҡояш төҫө.
✅ Шаршау кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙың бирнәһендә мотлаҡ булған.
✅ Йәш кәләште оҙатҡанда йәки ҡаршы алғанда уның баш осонда шаршауҙы йәйеп тотҡандар. Шаршау уны яман күҙҙән һаҡлаған.
📍 Видеола: Башҡортостандың Тәтешле районында һаҡланған 19 быуатта һуғылған шаршау.
💯Шаршау - башҡорт торлағында ирҙәр (ҡунаҡтар) һәм ҡатындар (аш-һыу) яғын бүлеп торған һуғылған туҡыма.
✅ Шаршауҙы 40-50 сантиметр киңлектә итеп, ҡыҙыл төҫтәге ептән һуҡҡандар. Аҙаҡ был киҫәктәрҙәге биҙәктәрҙе тап килтереп, бергә ҡушып теккәндәр.
✅ Шаршауҙың урта өлөшө тотош орнаменттан тора. Ә буй-буй һыҙатлы ҡаймаһын айырым һуғып, ҡушып теккәндәр.
✅ Төп орнаменттар оялап йәки сәскә биҙәкләп - күпмөйөш һәм дүрткелдәрҙән торған биҙәктәр рәүешендә эшләнгән.
✅ Ҡыя шаҡмаҡ рәүешендәге биҙәк йортҡа ҡот килтерә, насарлыҡтарҙан һаҡлай тип иҫәпләнә.
✅ Шулай уҡ шаршауҙы сәскә-үҫемлек орнаменты менән дә биҙәгәндәр.
☀️Шаршау туҡығанда оҫтабикәләр ҡояш нурҙарына оҡшаш йылы төҫтәр ҡулланған.
✅ Шаршау кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙың бирнәһендә мотлаҡ булған.
✅ Йәш кәләште оҙатҡанда йәки ҡаршы алғанда уның баш осонда шаршауҙы йәйеп тотҡандар. Шаршау уны яман күҙҙән һаҡлаған.
📍 Видеола: Башҡортостандың Тәтешле районында һаҡланған 19 быуатта һуғылған шаршау.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 ДӘҮ АТ ҠАЙҘАН?
🟡 Йәш фермер Фаил Әлтәпов Илеш районы хакимиәтенә йылҡы үрсетеү буйынса проектына ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән һәм "эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашкан.
✅ 2024 йылда фермер Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының "Агростартап" грантын алған.
✅ Был 4.5 млн һум аҡсаға 14 баш урыҫ йөк атын, кәрәкле техника һатып ала.
💯Башҡортостанда бындай тоҡомло аттар үрсетелгән берҙән-бер хужалыҡ.
🟡Әлеге көндә Ф. Әлтәповтың элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан хужалығында 36 баш йылҡы малы, 10 үгеҙ, 2 трактор һәм йөк машиналары бар.
Бынан тыш, ул саф инглиз тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм ярыштарға әҙерләү менән шөғөлләнә.
📍Республиканың һәр эшҡыуары үҙ муниципалитетында "эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә бизнес-проектын тәҡдим итә ала. Бының өсөн БР Инвестпорталында ғариза бирергә йәки үҙ районыңдағы бизнес-шерифҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

🔥2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сал быуаттар аша моң ағыла,
Тетрәндереп Урал буйҙарын.
Бормаланған оҙон юлдар кеүек,
Алыҫтарға китә уйҙарым.
Был бит ҡурай! Ябай ҡырлы ҡурай!
Башҡортомдоң күңел моңдашы,
Тормош һуҡмаҡтарын артылғанда,
Көс-дәрт бирер тоғро юлдашы.
Ҡайҙа ғына кемдәр тыңлаһа ла,
Уны аңлай, уны үҙ итә.
Ҡурай моңо тылсым-көскә эйә -
Таш йөрәктәрҙе лә иретә.
Күпме тапҡыр дуҫлыҡ илсеһеләй,
Донъя урап ҡайтты ҡурайым.
Шуға ла мин бөгөн рәхмәт әйтеп,
Ҡурайымды ҙурлап йырлайым.
Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Видео: Ринат Рамаҙанов.
Тетрәндереп Урал буйҙарын.
Бормаланған оҙон юлдар кеүек,
Алыҫтарға китә уйҙарым.
Был бит ҡурай! Ябай ҡырлы ҡурай!
Башҡортомдоң күңел моңдашы,
Тормош һуҡмаҡтарын артылғанда,
Көс-дәрт бирер тоғро юлдашы.
Ҡайҙа ғына кемдәр тыңлаһа ла,
Уны аңлай, уны үҙ итә.
Ҡурай моңо тылсым-көскә эйә -
Таш йөрәктәрҙе лә иретә.
Күпме тапҡыр дуҫлыҡ илсеһеләй,
Донъя урап ҡайтты ҡурайым.
Шуға ла мин бөгөн рәхмәт әйтеп,
Ҡурайымды ҙурлап йырлайым.
Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Видео: Ринат Рамаҙанов.
❤6🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бер бидон һөт һорап торорлоҡ күршеләрегеҙ бармы? 🤭
😁3
📌13-14 мартӨфөлә “Арт-Ҡоролтай” V Халыҡ-ара мәҙәни форумы үтә.
✅Был форум Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы һәм ҡатнашлығында 2021 йылдан алып ойошторола.
Быйыл сарала мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дәүләт һәм муниципаль учреждение етәкселәре ҡатнашасаҡ.
✅Форумға РФ Оборона министрлығының Мәҙәниәт департаменты директоры Артем Горный, Ҙур Мәскәү циркының генераль директор Эдгар Запашный, “Сириус” урта махсус музыка мәктәбе директоры (Сочи ҡалаһынан) Вадим Руденко, “Сталинград һуғышы” музей ҡурсаулығы директоры Алексей Дементьев, Еңеү музейы (Мәскәү) генераль директоры ярҙамсыһы Варвара Ерохина, Белгород универсаль фәнни китапханаһы директор урынбаҫары Светлана Бражникова һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар килә.
✅Форум БР Мәҙәниәт министрының коллегия ултырышынан башлана.
📌14 мартта сараның төп өлөшө үтә: унда “Бөйөк ил мираҫы – Рәсәйҙең мәҙәни суверенитеты нигеҙе” темаһына пленар ултырыш ҡаралған.
Шулай уҡ төрлө майҙансыҡтар, семинарҙар, кәңәшмәләр ойошторола.
“АРТ-Ҡоролтай” форумы “Сириус” урта махсус музыка мәктәбе директоры, Рәсәй пианиносыһы, Мәскәү дәүләт академия филармонияһы солисы Вадим Руденконың концерты менән тамамлана.

👍2
📌З. Биишева исемендәге “Китап” Башҡортостан нәшриәте Рәсәйҙең иң яҡшы 50 китапханаһы исемлегенә ингән.
Рәсәй китап палатаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, баҫылып сыҡҡан китаптар тиражы 609,46 мең дана тәшкил иткән.
💥“Китап” топ-50 исемлеккә ингән берҙән-бер милли дәүләт нәшриәте!
"Китап" нәшриәте 2024 йылда Рәсәй һәм төбәк кимәлендәге 16 наградаға лайыҡ булған. Икенсе йыл рәттән “Башҡортостандың иң яҡшы йөҙ тауары” һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары”тамғалары бирелә.
Китаптарҙы маркетплейстар аша һата башлау Ҡаҙағстан, Беларусь һәм башҡа илдәрҙән китап һөйөүселәрҙең дә башҡорт әҙәбиәтенә иғтибарын йәлеп иткән.
“Китап” Рәсәйҙә 2024 йылғы тираж буйынса 41-се урынға сыҡҡан.
Рәсәй китап палатаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, баҫылып сыҡҡан китаптар тиражы 609,46 мең дана тәшкил иткән.
💥“Китап” топ-50 исемлеккә ингән берҙән-бер милли дәүләт нәшриәте!
"Китап" нәшриәте 2024 йылда Рәсәй һәм төбәк кимәлендәге 16 наградаға лайыҡ булған. Икенсе йыл рәттән “Башҡортостандың иң яҡшы йөҙ тауары” һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары”тамғалары бирелә.
Китаптарҙы маркетплейстар аша һата башлау Ҡаҙағстан, Беларусь һәм башҡа илдәрҙән китап һөйөүселәрҙең дә башҡорт әҙәбиәтенә иғтибарын йәлеп иткән.
🔥5❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тумыртҡа ла бал яратамы?
Юҡ, ул бал ҡорттарын ярата🤭
Белорет районы Ноҡат ауылынан Азамат Заһитуллиндың түмәр умартаһын тишеп үк инеп, "һыйланған".
Видео: Азамат Заһитуллин.
❤🔥4😱1💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Нескә күңеллеләргә ҡарамаҫҡа 🙈
"Турахан" визит-үҙәгенең төп ҡараусыһы - Турик ҡушаматлы бесәйҙе үҙенең "хеҙмәт бурыстарын үтәгән" сағында видеоға төшөрөп алғандар. 😎
Видео: Данир Ғәйнуллин.

🙈4🔥2😱1