Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
287 links
Download Telegram
📌13-14 мартӨфөлә “Арт-Ҡоролтай” V Халыҡ-ара мәҙәни форумы үтә.

Был форум Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы һәм ҡатнашлығында 2021 йылдан алып ойошторола.

Быйыл сарала мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дәүләт һәм муниципаль учреждение етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Форумға РФ Оборона министрлығының Мәҙәниәт департаменты директоры Артем Горный, Ҙур Мәскәү циркының генераль директор Эдгар Запашный, “Сириус” урта махсус музыка мәктәбе директоры (Сочи ҡалаһынан) Вадим Руденко, “Сталинград һуғышы” музей ҡурсаулығы директоры Алексей Дементьев, Еңеү музейы (Мәскәү) генераль директоры ярҙамсыһы Варвара Ерохина, Белгород универсаль фәнни китапханаһы директор урынбаҫары Светлана Бражникова һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар килә.

Форум БР Мәҙәниәт министрының коллегия ултырышынан башлана.

📌14 мартта сараның төп өлөшө үтә: унда “Бөйөк ил мираҫы – Рәсәйҙең мәҙәни суверенитеты нигеҙе” темаһына пленар ултырыш ҡаралған.
Шулай уҡ төрлө майҙансыҡтар, семинарҙар, кәңәшмәләр ойошторола.

“АРТ-Ҡоролтай” форумы “Сириус” урта махсус музыка мәктәбе директоры, Рәсәй пианиносыһы, Мәскәү дәүләт академия филармонияһы солисы Вадим Руденконың концерты менән тамамлана.
👍2
📌З. Биишева исемендәге “Китап” Башҡортостан нәшриәте Рәсәйҙең иң яҡшы 50 китапханаһы исемлегенә ингән.

“Китап” Рәсәйҙә 2024 йылғы тираж буйынса 41-се урынға сыҡҡан.

Рәсәй китап палатаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, баҫылып сыҡҡан китаптар тиражы 609,46 мең дана тәшкил иткән.

💥“Китап” топ-50 исемлеккә ингән берҙән-бер милли дәүләт нәшриәте!

"Китап" нәшриәте 2024 йылда Рәсәй һәм төбәк кимәлендәге 16 наградаға лайыҡ булған. Икенсе йыл рәттән “Башҡортостандың иң яҡшы йөҙ тауары” һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары”тамғалары бирелә.

Китаптарҙы маркетплейстар аша һата башлау Ҡаҙағстан, Беларусь һәм башҡа илдәрҙән китап һөйөүселәрҙең дә башҡорт әҙәбиәтенә иғтибарын йәлеп иткән.
🔥51
Стәрлетамаҡтарҙы ҡарарға бараһығыҙмы?
👏3💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тумыртҡа ла бал яратамы?


Юҡ, ул бал ҡорттарын ярата🤭

Белорет районы Ноҡат ауылынан Азамат Заһитуллиндың түмәр умартаһын тишеп үк инеп, "һыйланған".

Видео: Азамат Заһитуллин.
❤‍🔥4😱1💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Нескә күңеллеләргә ҡарамаҫҡа 🙈

"Турахан" визит-үҙәгенең төп ҡараусыһы - Турик ҡушаматлы бесәйҙе үҙенең "хеҙмәт бурыстарын үтәгән" сағында видеоға төшөрөп алғандар. 😎

Видео: Данир Ғәйнуллин.
🙈4🔥2😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле кисәге Мәскәүҙә сығыш яһаны.

Сағыу концерттың видеояҙмаһы менән уртаҡлашабыҙ.

Кремль Һарайында ултырып ҡарағандай хис итегеҙ! 🌹
🔥6💘2
Яҙ һулышын тояһығыҙмы? Тиҙҙән ҡарҙар иреп тә бөтөр. Һәр миҙгелдең йәмен тойоп, һау-сәләмәт йәшәгеҙ! 🌸
Эшегеҙ уң булһын! 😇

Фото: "Башҡортостан" милли паркындағы өйрәктәр.
👍31
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт алфавиты буйынса һөйләшеп ҡарағандар 😎

Видео: enze_kai һәм bainuris_nurzilya
👍7🔥5
🌸Башҡорт милли костюмы - ул ябай кейем генә түгел, ә халыҡтың күп йыллыҡ тарихы һәм йолалары сағылышы.

Унда төбәктәрҙең үҙенсәлеге күренә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының 7 төр традицион кейем вариантын айырып ҡарайҙар.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейемдәре төрлө булған: тормошҡа сыҡҡан ҡатындар мәрйен һәм тәңкәләр менән биҙәлгән ҡашмау кейгән, ә Урал аръяғының көнсығыш райондарында ҡушъяулыҡ ябынғандар.

Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар башын ҡапламай йөрөгән, йәки маңлайса кейгән.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме күлдәк, селтәр (яға, һаҡал), алмиҙеү, хәситә, дәүәт, сигелгән камзулдарҙан торған, шулай уҡ ҡайыулы алъяпҡыстар таҡҡандар, еләндәре лә биҙәкле булған.

Аяҡ кейемдәренән итек, ситек, сарыҡ, сабата, быйма кеүек төрҙәре булған.
Сарыҡтың ҡунысы тула туҡыманан булып, матур итеп нағышлап кейелгән.
👍42
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бер генә һүҙ: ауылда🥰

Видео: Гөлфиә Мөхәмәтдинова.
4🥰2🤗1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Махсус хәрби операция ветерандары Өфөлә Шайморатов исемендәге батальондың музейын ойошторған.

Яугирҙар үҙҙәре бина табып, уны тәртипкә килтереп, күргәҙмәгә әйберҙәр туплаған.

Был музейҙы бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барып күрҙе.

- Бөгөн мин аралашҡан ир-егеттәрҙең күбеһе "Башҡортостан геройҙары" программаһында ҡатнашырға ғариза биргән. Хәтерегеҙгә төшөрәм, уның маҡсаты - әлеге көндә хеҙмәт иткән һәм ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе беҙҙең иларасылыҡ командаһында эшләргә әҙерләү,

- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы.

Шайморатов исемендәге батальон музейының ишектәре бөтәһе өсөн дә асыҡ.

📍 Адресы: Ленин урамы, 43.

🗓️Эш вакыты: дүшәмбе-йома көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем.
👍2🔥2💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында "Йәнбикә" сараһы үткән.

Ул "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған.

Байрамда Ҡабаҡ, Һәүәләй, Ҡарламан һәм Сахай ауыл биләмәләре халҡы ҡатнашҡан.

Видео: БСТ каналының "Яңылыҡтар" тапшырыуында был хаҡта.
👍3