Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
287 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Атайҙар һүҙһеҙ ярата...


Видео: Дилбәр Ласынова.
🔥9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💥ШАРШАУ - ЙОРТ БИҘӘГЕ

💯Шаршау - башҡорт торлағында ирҙәр (ҡунаҡтар) һәм ҡатындар (аш-һыу) яғын бүлеп торған һуғылған туҡыма.

Шаршауҙы 40-50 сантиметр киңлектә итеп, ҡыҙыл төҫтәге ептән һуҡҡандар. Аҙаҡ был киҫәктәрҙәге биҙәктәрҙе тап килтереп, бергә ҡушып теккәндәр.

Шаршауҙың урта өлөшө тотош орнаменттан тора. Ә буй-буй һыҙатлы ҡаймаһын айырым һуғып, ҡушып теккәндәр.

Төп орнаменттар оялап йәки сәскә биҙәкләп - күпмөйөш һәм дүрткелдәрҙән торған биҙәктәр рәүешендә эшләнгән.

Ҡыя шаҡмаҡ рәүешендәге биҙәк йортҡа ҡот килтерә, насарлыҡтарҙан һаҡлай тип иҫәпләнә.

Шулай уҡ шаршауҙы сәскә-үҫемлек орнаменты менән дә биҙәгәндәр.

☀️Шаршау туҡығанда оҫтабикәләр ҡояш нурҙарына оҡшаш йылы төҫтәр ҡулланған.

🔴Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яратҡан төҫө - ҡыҙыл. Ул ут төҫө.

🟢Йәшел төҫ - йәшәү, тәбиғәттең уяныуын сағылдырған төҫ.

🟡Һары төҫ - йылылыҡ, ҡояш төҫө.

Шаршау кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙың бирнәһендә мотлаҡ булған.

Йәш кәләште оҙатҡанда йәки ҡаршы алғанда уның баш осонда шаршауҙы йәйеп тотҡандар. Шаршау уны яман күҙҙән һаҡлаған.

📍 Видеола: Башҡортостандың Тәтешле районында һаҡланған 19 быуатта һуғылған шаршау.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 ДӘҮ АТ ҠАЙҘАН?

🟡 Йәш фермер Фаил Әлтәпов Илеш районы хакимиәтенә йылҡы үрсетеү буйынса проектына ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән һәм "эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашкан.

2024 йылда фермер Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының "Агростартап" грантын алған.

Был 4.5 млн һум аҡсаға 14 баш урыҫ йөк атын, кәрәкле техника һатып ала.

💯Башҡортостанда бындай тоҡомло аттар үрсетелгән берҙән-бер хужалыҡ.

🟡Әлеге көндә Ф. Әлтәповтың элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан хужалығында 36 баш йылҡы малы, 10 үгеҙ, 2 трактор һәм йөк машиналары бар.

Бынан тыш, ул саф инглиз тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм ярыштарға әҙерләү менән шөғөлләнә.

📍Республиканың һәр эшҡыуары үҙ муниципалитетында "эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә бизнес-проектын тәҡдим итә ала. Бының өсөн БР Инвестпорталында ғариза бирергә йәки үҙ районыңдағы бизнес-шерифҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
🔥2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сал быуаттар аша моң ағыла,
Тетрәндереп Урал буйҙарын.
Бормаланған оҙон юлдар кеүек,
Алыҫтарға китә уйҙарым.

Был бит ҡурай! Ябай ҡырлы ҡурай!
Башҡортомдоң күңел моңдашы,
Тормош һуҡмаҡтарын артылғанда,
Көс-дәрт бирер тоғро юлдашы.

Ҡайҙа ғына кемдәр тыңлаһа ла,
Уны аңлай, уны үҙ итә.
Ҡурай моңо тылсым-көскә эйә -
Таш йөрәктәрҙе лә иретә.

Күпме тапҡыр дуҫлыҡ илсеһеләй,
Донъя урап ҡайтты ҡурайым.
Шуға ла мин бөгөн рәхмәт әйтеп,
Ҡурайымды ҙурлап йырлайым.

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.

Видео: Ринат Рамаҙанов.
6🔥3
Хәйерле иртәләр! ☀️

Көндө ҡәһүә менән башлаусылар бармы?

Ә беҙ бына Абарашбаш башынан тирә-йүнгә күҙ ташлап, хозурланып башларға тәҡдим итәбеҙ! 😍
3👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бер бидон һөт һорап торорлоҡ күршеләрегеҙ бармы? 🤭
😁3
📌13-14 мартӨфөлә “Арт-Ҡоролтай” V Халыҡ-ара мәҙәни форумы үтә.

Был форум Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы һәм ҡатнашлығында 2021 йылдан алып ойошторола.

Быйыл сарала мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дәүләт һәм муниципаль учреждение етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Форумға РФ Оборона министрлығының Мәҙәниәт департаменты директоры Артем Горный, Ҙур Мәскәү циркының генераль директор Эдгар Запашный, “Сириус” урта махсус музыка мәктәбе директоры (Сочи ҡалаһынан) Вадим Руденко, “Сталинград һуғышы” музей ҡурсаулығы директоры Алексей Дементьев, Еңеү музейы (Мәскәү) генераль директоры ярҙамсыһы Варвара Ерохина, Белгород универсаль фәнни китапханаһы директор урынбаҫары Светлана Бражникова һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар килә.

Форум БР Мәҙәниәт министрының коллегия ултырышынан башлана.

📌14 мартта сараның төп өлөшө үтә: унда “Бөйөк ил мираҫы – Рәсәйҙең мәҙәни суверенитеты нигеҙе” темаһына пленар ултырыш ҡаралған.
Шулай уҡ төрлө майҙансыҡтар, семинарҙар, кәңәшмәләр ойошторола.

“АРТ-Ҡоролтай” форумы “Сириус” урта махсус музыка мәктәбе директоры, Рәсәй пианиносыһы, Мәскәү дәүләт академия филармонияһы солисы Вадим Руденконың концерты менән тамамлана.
👍2
📌З. Биишева исемендәге “Китап” Башҡортостан нәшриәте Рәсәйҙең иң яҡшы 50 китапханаһы исемлегенә ингән.

“Китап” Рәсәйҙә 2024 йылғы тираж буйынса 41-се урынға сыҡҡан.

Рәсәй китап палатаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, баҫылып сыҡҡан китаптар тиражы 609,46 мең дана тәшкил иткән.

💥“Китап” топ-50 исемлеккә ингән берҙән-бер милли дәүләт нәшриәте!

"Китап" нәшриәте 2024 йылда Рәсәй һәм төбәк кимәлендәге 16 наградаға лайыҡ булған. Икенсе йыл рәттән “Башҡортостандың иң яҡшы йөҙ тауары” һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары”тамғалары бирелә.

Китаптарҙы маркетплейстар аша һата башлау Ҡаҙағстан, Беларусь һәм башҡа илдәрҙән китап һөйөүселәрҙең дә башҡорт әҙәбиәтенә иғтибарын йәлеп иткән.
🔥51
Стәрлетамаҡтарҙы ҡарарға бараһығыҙмы?
👏3💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тумыртҡа ла бал яратамы?


Юҡ, ул бал ҡорттарын ярата🤭

Белорет районы Ноҡат ауылынан Азамат Заһитуллиндың түмәр умартаһын тишеп үк инеп, "һыйланған".

Видео: Азамат Заһитуллин.
❤‍🔥4😱1💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Нескә күңеллеләргә ҡарамаҫҡа 🙈

"Турахан" визит-үҙәгенең төп ҡараусыһы - Турик ҡушаматлы бесәйҙе үҙенең "хеҙмәт бурыстарын үтәгән" сағында видеоға төшөрөп алғандар. 😎

Видео: Данир Ғәйнуллин.
🙈4🔥2😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле кисәге Мәскәүҙә сығыш яһаны.

Сағыу концерттың видеояҙмаһы менән уртаҡлашабыҙ.

Кремль Һарайында ултырып ҡарағандай хис итегеҙ! 🌹
🔥6💘2
Яҙ һулышын тояһығыҙмы? Тиҙҙән ҡарҙар иреп тә бөтөр. Һәр миҙгелдең йәмен тойоп, һау-сәләмәт йәшәгеҙ! 🌸
Эшегеҙ уң булһын! 😇

Фото: "Башҡортостан" милли паркындағы өйрәктәр.
👍31
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт алфавиты буйынса һөйләшеп ҡарағандар 😎

Видео: enze_kai һәм bainuris_nurzilya
👍7🔥5
🌸Башҡорт милли костюмы - ул ябай кейем генә түгел, ә халыҡтың күп йыллыҡ тарихы һәм йолалары сағылышы.

Унда төбәктәрҙең үҙенсәлеге күренә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының 7 төр традицион кейем вариантын айырып ҡарайҙар.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейемдәре төрлө булған: тормошҡа сыҡҡан ҡатындар мәрйен һәм тәңкәләр менән биҙәлгән ҡашмау кейгән, ә Урал аръяғының көнсығыш райондарында ҡушъяулыҡ ябынғандар.

Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар башын ҡапламай йөрөгән, йәки маңлайса кейгән.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме күлдәк, селтәр (яға, һаҡал), алмиҙеү, хәситә, дәүәт, сигелгән камзулдарҙан торған, шулай уҡ ҡайыулы алъяпҡыстар таҡҡандар, еләндәре лә биҙәкле булған.

Аяҡ кейемдәренән итек, ситек, сарыҡ, сабата, быйма кеүек төрҙәре булған.
Сарыҡтың ҡунысы тула туҡыманан булып, матур итеп нағышлап кейелгән.
👍42