Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауҙарыш буйынса донъя чемпионы, Әбйәлил районының "Ылаҡ" командаһы капитаны Ғәлим Яуынбаев командалашы Батыр Әбүбәкиров менән бергә Ҡарағат ҡушаматлы айғырҙы өйрәтә. ❤️‍🔥

Видео: Лена Толпар.
👍5💘4🥰1
Еләкташта аҡ томан... Ошо матур миҙгелгә күп тә ҡалманы, тәбиғәт уяна, тояһығыҙмы?


Дәрт-дарман теләп ҡалабыҙ яңы эш аҙнаһында! ❤️

Фотола: Белорет районындағы Еләкташ тауы.
6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БАШҠОРТ ҠЫҘЫ

Башҡорт ҡыҙы — һинең йөрәгеңдә
Заман моңо, заман ялҡыны.
Милләтемдең борондарҙан килгән
Яҡты рухлы зирәк аҡылы.

Минең йөрәктә лә балҡый
Илһөйәрлек тойғоһо.
Мин дә йәшәү усағына
Ҡуҙ өҫтәр башҡорт ҡыҙы.

Кәрәк саҡта тыуған ерен ҡурсып
Яуға сапҡан башҡорт ҡыҙҙары.
Баш эйәләр ихлас тоғролоҡҡа
Ысыҡтай саф хыял-уйҙары.

Башҡорт ҡыҙы һаман ғәмле бөгөн,
Ил яҙмышы уның ҡанында.
Киләсәкте ҡурсып, һаҡлап тора
Халҡым сәңгелдәге янында.

Гөлфиә ЮНЫСОВА.

Видео: Гөлиә Мостафина.
👍5👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кесе Инйәр йылғаһында боҙ киткән.

Видеоны төшөрөүсе бөгөн, ти.
Бына ниндәй ҡурҡыныс күренеш.

Ә бөгөн генә Өфө эргәһендә Ағиҙелдә 3 үҫмер боҙ буйлап йөрөүен төшөрөп һалалар ине. Һаҡ булығыҙ!
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районы Асы ауылында ла боҙ киткән.

Видео аша ла баш әйләнеп китте, әй!

Бәлә-ҡазаларһыҙ ғына үтһен был осор. 🤲
👍8
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Белорет районындағы яҙғы ташҡын темаһы булғас, булһын әйҙә 😁

Ноҡат ауылына ҡарай юл был.

Башҡа яҡтарҙа нисек икән? Хәбәр итегеҙ!
💯5👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💌"Сәңгелдәк"тең ошо сығарылыштарын йотлоғоп ҡараған бәләкәстәрҙең береһе хәтерләйме икән был кадрҙарҙы?

Шундай татлы телле ҡыҙ баланы танынығыҙмы?



Видеола билдәле йырсы Зөлхизә Илбәкова.
6👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киске аштарығыҙ тәмле булһын!


Видео: Гөлдәр Фәхретдинова.
😁8👍3💘1
Хәйерле көн! ☀️

📍 Был матурлыҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының инженер факультеты бинаһында урынлашҡан.

Мозаикала башҡорт милли кейемендәге Учалы районы һылыуы һүрәтләнгән. 20-се быуат.

Фото: Гөлнара Вәхитова.
❤‍🔥4👍3👏2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Аҡ тирмәләр ҡороп йәшәйҙәр, бер кемдән дә рәнйетелмәйҙәр, күршеләренә, мосафирҙарға мәрхәмәтлеләр, улар изге йәндәрҙән һанала, хатта ҡоралдары ла юҡ",

- тип яҙып ҡалдырған беҙҙең эраға тиклем V быуатта йәшәгән Геродот.

Видео: Дилә Йәһүҙина.
🔥6❤‍🔥11👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Нөгөш йылғаһында ла боҙ киткән.

Быны йылғаның үрге ағымында урынлашҡан Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендә (Бөрйән районы) төшөрөп алғандар.

Алдағы йылдарға ҡарағанда 2-3 аҙнаға алда ҡуҙғалды,

тип яҙа "Башҡортостан" милли паркы хеҙмәткәрҙәре.
3
🌐Был фотоларҙы ҡараһаң, Башҡортостаныбыҙҙы кәүҙәләндергән кәрәҙҙәр, гәрәбә биҙәүес тә күҙ алдына баҫа кеүек. 💛Һүрәттәрҙе яһалма интеллект ярҙамында Айгөл Шәйәхмәтова эшләгән.

Ҡайһыныһы һеҙгә нығыраҡ оҡшаны?
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥62
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Был видеола яҙыусы, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманованың ейәне, беҙ Ҡара батыр тип белгән шәп малай шулай маз килә.

"Ҡара батыр күләүек ярата. Шуға уны ямғырҙан һуң һәм яҙлы-көҙлө урамға сығарыуы ла опасно🆘. Мин шулайтып уйлайым инде, әммә хәҙерге йәштәрҙең үҙ методикаһы. Уларса бала тәбиғәтте ҡабул итеп, тәжрибәһе аша танып белергә тейеш. Малай кеше өсөн адреналин👻 һәм азартты🔥 ла тойһон, ҡурҡмаһын💪, рисковать итә белһен, йәнәһе. Бысрағын ни, йыуаһың да ҡуяһың🤷‍♀, тиҙәр",

- тип яҙған Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы.

📍 Балаларығыҙға ошолай күләүек кисеп йөрөргә рөхсәт итәһегеҙме?
6🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йөрәк түрендәге ҡала ❤️

Видео: salo_watt
💘42
Тиҙҙән ошо хозур йәй миҙгеле лә етер.

Ә әлегә, көндәлек мәшәҡәттәрҙе бер минутҡа ситкә ҡуйып, тәбиғәтебеҙгә һоҡланып алығыҙ 🥰

📍 Нуриман районы, Павловка һыуһаҡлағысы.
🥰4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Кисәге Өфөләге "Торатау" Конгресс-холында "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.

🔴Быйыл конкурста Башҡортостандан, Татарстандан, Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Силәбе, Төмән өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү һәм Тубыл ҡалаларынан 500-ҙән ашыу ғариза килгән.

🔴"Ирекмән", "Мәҙәниәт", "Медицина хеҙмәткәре", "Оҫтабикә", "Педагог", "Эшҡыуар ҡатын", "Ағинәй" номинацияларында еңеүселәр тәбрикләнде.

🔴Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалы Рәсәй Геройҙары, МХО-ла хеҙмәт иткән, шулай уҡ һәләк булған яугирҙарҙың әсәләренә тапшырылды.

Видео: БР спорт министры Руслан Хәбибов сәхифәһенән.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍3