Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
Яҙ төҫтәре 😍

Көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙға арынып, тирә-яҡҡа күҙ һалығыҙ: ниндәй йәмле был тормош!


Фото: Юрий Замуруев.
4
📌 Шамонино ауылынан Тимур Ғәзизов Европа чемпионатында алтын миҙал яулаған!

🥇Кипрҙағы Ларнака ҡалаһында джиу-джитсу (неваза) буйынса Европа чемпионатында Тимур Ғәзизов Греция һәм Франция спортсылары менән дүрт алыш үткәреп, барыһын да тәғәйенләнгән ваҡыттан алда еңгән.

🟢Һәм быйыл октябрҙә Таиландта үтәсәк Донъя чемпионатына һайланған.

🟢Тимур Өфө районы Шамонино ауылында йәшәй, уға 16 йәш. 48 кг ауырлыҡтағылар араһында чемпион булған. Тренеры - Денис Ғәзизов.
👍4👏1
📌 Белорет ҡалаһында Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы әҙиптең исемен йөрөткән белем усағында кабинет-музей асылған.

"Ундағы экспонаттар менән прозаиктың ейәнсәре Алһыу Әнүәр ҡыҙы таныштырҙы. Мин музейға үҙемдең 1992 йылда тулыһынса радио фонды өсөн яҙылған " Төньяҡ амурҙары" әҫәренең аудио яҙмаһын һөм китаптар бүләк иттем. Музейҙа Яныбай ағайҙың ғәиләһе менән әҙәбиәт конурсын ойошторғанда төшкән минең фото һүрәттә бар",

- тип хәбәр итә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.

Яҙыусының кабинет-музейында тәҙрәләге ҡорғандар ҙа уның бүлмәһендәге кеүек итеп эленгән, эш өҫтәлендәге лампа ла романсының йоҡоһоҙ ижад төндәрен хәтерләй.
🔥3❤‍🔥2