Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Халыҡтың ғилеме булмаһа, ҡыш көнө йылы, йәй көнө һалҡын була торған кейеҙ баҫа алмаҫ ине. Шуны уйлап сығарыусы һәм оҫталары булған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына иҫ китә. Ана хәҙер тирмәләрҙең аҫтын асып ҡуялармы. Ә элек бит тирмә шул көйө ябыулы торған..."
- ти һоҡланыуын белдереп Мәрйәм Бураҡаева.
" Башҡорттар" тапшырыуы сюжетында башҡорт кейеҙенең сифаттары, шифаһы, уға һалынған мәғәнәләр тураһында ҡарағыҙ.
❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ялдарығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
Ә бына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Миәкә районы Илсеғол ауылында Керчь ҡушаматлы атҡа ҡуйылған һәйкәлде барып күргән.
🐎Керчь - Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән Уралдан Берлинға тиклем барып, тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайта алған ат.
🐎Ат 1959 йылға тиклем йәшәй, тыныс тормошта ла хеҙмәтен дауам итә.
✅ Уның хәтерен 2023 йылдың 11 июнендә "Атайсал" проекты сиктәрендә мәңгеләштерәләр.
✅ Һәйкәл авторы - Илдус Закиров.
🔥5👍4👎2
Яҙ төҫтәре 😍
Фото: Юрий Замуруев.
Көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙға арынып, тирә-яҡҡа күҙ һалығыҙ: ниндәй йәмле был тормош!
Фото: Юрий Замуруев.
❤4
📌 Шамонино ауылынан Тимур Ғәзизов Европа чемпионатында алтын миҙал яулаған!
🥇Кипрҙағы Ларнака ҡалаһында джиу-джитсу (неваза) буйынса Европа чемпионатында Тимур Ғәзизов Греция һәм Франция спортсылары менән дүрт алыш үткәреп, барыһын да тәғәйенләнгән ваҡыттан алда еңгән.
🟢Һәм быйыл октябрҙә Таиландта үтәсәк Донъя чемпионатына һайланған.
🟢Тимур Өфө районы Шамонино ауылында йәшәй, уға 16 йәш. 48 кг ауырлыҡтағылар араһында чемпион булған. Тренеры - Денис Ғәзизов.

👍4👏1
📌 Белорет ҡалаһында Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы әҙиптең исемен йөрөткән белем усағында кабинет-музей асылған.
- тип хәбәр итә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.
Яҙыусының кабинет-музейында тәҙрәләге ҡорғандар ҙа уның бүлмәһендәге кеүек итеп эленгән, эш өҫтәлендәге лампа ла романсының йоҡоһоҙ ижад төндәрен хәтерләй.
"Ундағы экспонаттар менән прозаиктың ейәнсәре Алһыу Әнүәр ҡыҙы таныштырҙы. Мин музейға үҙемдең 1992 йылда тулыһынса радио фонды өсөн яҙылған " Төньяҡ амурҙары" әҫәренең аудио яҙмаһын һөм китаптар бүләк иттем. Музейҙа Яныбай ағайҙың ғәиләһе менән әҙәбиәт конурсын ойошторғанда төшкән минең фото һүрәттә бар",

🔥3❤🔥2