Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
289 links
Download Telegram
📌 Белорет ҡалаһында Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы әҙиптең исемен йөрөткән белем усағында кабинет-музей асылған.

"Ундағы экспонаттар менән прозаиктың ейәнсәре Алһыу Әнүәр ҡыҙы таныштырҙы. Мин музейға үҙемдең 1992 йылда тулыһынса радио фонды өсөн яҙылған " Төньяҡ амурҙары" әҫәренең аудио яҙмаһын һөм китаптар бүләк иттем. Музейҙа Яныбай ағайҙың ғәиләһе менән әҙәбиәт конурсын ойошторғанда төшкән минең фото һүрәттә бар",

- тип хәбәр итә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.

Яҙыусының кабинет-музейында тәҙрәләге ҡорғандар ҙа уның бүлмәһендәге кеүек итеп эленгән, эш өҫтәлендәге лампа ла романсының йоҡоһоҙ ижад төндәрен хәтерләй.
🔥3❤‍🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
AY YOLA төркөмөнөң "УРАЛ батыр" башҡорт халыҡ эпосы буйынса ижад ителгән "Һомай" йыры киң танылыу яулай бара.


Йырҙы тыңлаған төрлө милләт вәкилдәре һоҡланыуын белдереп яҙа.

Йырсылар һалған тулы тексын, йырҙы ла тулыһынса ҡуйғайныҡ инде. Шулай ҙа матурлыҡты ҡабатлап күрһәтеп тороу яҙыҡ түгел 😉😍
🔥12👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ТУҒАН ТЕЛ

Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай, ынйы йыямын,
Йыямын да - йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Рәми ҒАРИПОВ.

Видео: Дилә Йәһүҙина.
🔥11
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌸"Рәсәй халыҡтары биҙәктәре" серияһы.

Рәссам Зифа Толомбаеваның ижад емештәре һәм видеоһы.
❤‍🔥4🔥1
Хәйерле иртә!

Яңы эш аҙнаһы уңышлы үтһен! 🌺
💯5👍2
"7-се класс уҡыусылары йылдағыса күтәренке кәйеф менән сыйырсыҡтарҙы ҡаршы алды. Ҡанатлы дуҫтарына оялар эшләне, иҫкеләрен таҙартты"

, - тип хәбәр итә Белорет районынан Рүзидә Ғәйфуллина.

Ә һеҙ сыйырсыҡ оялары яһанығыҙмы? Ҡошсоҡтар килдеме?🐦‍⬛
6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Архангел районы Аҙау ауылы халҡы быйыл яҙғы ташҡында һыу аҫтында ҡалды.

Инйәр йылғаһы ярҙарынан сығып, тотош ауылды һыу баҫты. Халыҡ мәктәп бинаһында йыйылып, мәхшәрҙе үткәрҙе.

Әлеге көндә Аҙауҙа хәлдәр нисек?


Журналист Ильяс Батыргәрәев тыуған ауылына ҡайтып, ошо турала һөйләй.
👍5
"Башҡорт халҡының яратҡан ике әйбере бар: уның береһе - ҡымыҙ, икенсеһе - сәй", -

тигән журналист, шағир Мөхитдин Тажи.

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын! 🥣
🔥7👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💡💡💡💡💡💡💡💡💡

Өфө. Дуҫлыҡ монументы тапҡыры. Ағиҙелдә боҙ китә.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥5💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ДарМан проектының концерты шәп булмаҡсы❤️‍🔥
🔥10🥰1💘1