Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
289 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ТУҒАН ТЕЛ

Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай, ынйы йыямын,
Йыямын да - йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Рәми ҒАРИПОВ.

Видео: Дилә Йәһүҙина.
🔥11
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌸"Рәсәй халыҡтары биҙәктәре" серияһы.

Рәссам Зифа Толомбаеваның ижад емештәре һәм видеоһы.
❤‍🔥4🔥1
Хәйерле иртә!

Яңы эш аҙнаһы уңышлы үтһен! 🌺
💯5👍2
"7-се класс уҡыусылары йылдағыса күтәренке кәйеф менән сыйырсыҡтарҙы ҡаршы алды. Ҡанатлы дуҫтарына оялар эшләне, иҫкеләрен таҙартты"

, - тип хәбәр итә Белорет районынан Рүзидә Ғәйфуллина.

Ә һеҙ сыйырсыҡ оялары яһанығыҙмы? Ҡошсоҡтар килдеме?🐦‍⬛
6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Архангел районы Аҙау ауылы халҡы быйыл яҙғы ташҡында һыу аҫтында ҡалды.

Инйәр йылғаһы ярҙарынан сығып, тотош ауылды һыу баҫты. Халыҡ мәктәп бинаһында йыйылып, мәхшәрҙе үткәрҙе.

Әлеге көндә Аҙауҙа хәлдәр нисек?


Журналист Ильяс Батыргәрәев тыуған ауылына ҡайтып, ошо турала һөйләй.
👍5
"Башҡорт халҡының яратҡан ике әйбере бар: уның береһе - ҡымыҙ, икенсеһе - сәй", -

тигән журналист, шағир Мөхитдин Тажи.

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын! 🥣
🔥7👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💡💡💡💡💡💡💡💡💡

Өфө. Дуҫлыҡ монументы тапҡыры. Ағиҙелдә боҙ китә.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥5💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ДарМан проектының концерты шәп булмаҡсы❤️‍🔥
🔥10🥰1💘1
📌ТЕАТРАЛЬ ДЕКАДНИК БАШЛАНДЫ!

💯"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә сәхнәләштерелгән спектаклдәрҙең УН КӨНЛӨГӨ башланды.

Республиканың төрлө театрҙары Өфөгә туплана һәм 29 мартҡа тиклем көн һайын спектаклдәр уйналасаҡ.

Театраль ун көнлөк бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә асылды: унда А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры артистары Айбулат Сәсәнбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған "Беҙҙең байлыҡ" спектаклен уйнай.

Үҙебеҙҙең театрҙарҙы ҡеүәтләп, мотлаҡ спектаклдәрен ҡарарға барығыҙ!
👏3
Хәйерле көн! ☀️

Намыҫ тауын сөйөп таңыбыҙға,
Таянайыҡ һаҡлыҡ көсөнә.
Йәшәйек гел ерҙә лайыҡ булып
Кеше тигән бөйөк исемгә!


Әнисә ТАҺИРОВА.

📍 Һүрәт: БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилевтың төрлө йылдарҙа төшөргән "Шоңҡар" картинаһы.
❤‍🔥4💯3