Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ДарМан проектының концерты шәп булмаҡсы❤️‍🔥
🔥10🥰1💘1
📌ТЕАТРАЛЬ ДЕКАДНИК БАШЛАНДЫ!

💯"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә сәхнәләштерелгән спектаклдәрҙең УН КӨНЛӨГӨ башланды.

Республиканың төрлө театрҙары Өфөгә туплана һәм 29 мартҡа тиклем көн һайын спектаклдәр уйналасаҡ.

Театраль ун көнлөк бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә асылды: унда А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры артистары Айбулат Сәсәнбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған "Беҙҙең байлыҡ" спектаклен уйнай.

Үҙебеҙҙең театрҙарҙы ҡеүәтләп, мотлаҡ спектаклдәрен ҡарарға барығыҙ!
👏3
Хәйерле көн! ☀️

Намыҫ тауын сөйөп таңыбыҙға,
Таянайыҡ һаҡлыҡ көсөнә.
Йәшәйек гел ерҙә лайыҡ булып
Кеше тигән бөйөк исемгә!


Әнисә ТАҺИРОВА.

📍 Һүрәт: БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилевтың төрлө йылдарҙа төшөргән "Шоңҡар" картинаһы.
❤‍🔥4💯3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һыбай йөрөү буйынса Марсельканан мастер-класс 😁

Видео: Күршеләр. Фәнил Ҡарасурин.
🤣4😁3
Бөгөн Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә икән

🌹Был өлкәгә ҡағылышлы барлыҡ фиҙаҡәрҙәрҙе лә һөнәри байрамдары менән тәбрик итәбеҙ.

🌹Мөһим һәм тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар, талымһыҙлыҡ, ижади үрҙәр, дәрт-дарман теләйбеҙ!

Фотола: Дж. Кейекбаев йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре Римма һәм Азат Ишмырҙиндар.
👍7❤‍🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сулпан Юлай ҡарамағынса, башҡортса 5 матур һүҙ ❤️

Ә һеҙ ниндәй матур һүҙҙәр беләһегеҙ? Яҙығыҙ!
🔥5
📌 Белорет районында һыуҙы таҙартыу ҡоролмаларын ҡулланыуға индергәндәр.

🔸 Уларҙы Территорияларҙы үҫтереү фонды ярҙамында төҙөгәндәр.

🔸Шулай уҡ 15 километрҙан ашыуға һуҙылған канализация коллекторы һалғандар.

🔸Был 65 меңдән ашыу кеше өсөн коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын арттырған.

💧Объектта Белорет ҡалаһындағы ағынты һыуҙарҙы тулыһынса биологик таҙартыу үткәреү, шулай уҡ таҙартып бөтөү һәм зарарһыҙландырыу ҡаралған.

🔸Программа операторы - Территорияларҙы үҫтереү фонды.
👍3💘1
🎖️"Башҡортостан геройҙары" программаһына ГероиБашкортостана.рф сайтында теркәлеү тамамланырға бер аҙна тирәһе генә ҡалды - 2025 йылдың 31 мартына тиклем.

25 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, программала ҡатнашыу өсөн 1630 кеше ғариза биргән. Теркәлеүселәрҙең 71проценты, был 1158 кеше - әлеге ваҡытта Махсус хәрби операцияла булған яугирҙар.

Был программа дәүләт органдарына кадрҙар әҙерләүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
👍2
📌 Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы клубында балалар менән көн һәм төн тигеҙләшеүен билдәләгәндәр.

Ололар балалар менән йыл имен килһен, иген уңһын, һаулыҡ булһын тип ҡурмас, талҡандан ауыҙ итеп, матур урындыҡта ултырып сәй эсеп, әңгәмәләшеп алғандар.

"Балалар шатланып ҡыуанып ҡайттылар. Донъялар ғына имен торһон!"

- ти вәзәмдәр.

Ә беҙҙең был фотоларҙы ҡарап, ҡурмас ашағы килде.
Ә һеҙҙең?

😍Ашағы килде
🫣Ҡурмас нимә ул?
6😍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Киске сәйҙәрегеҙ тәмле, тормошоғоҙ балдай татлы булһын! 🥰

Видео: Фидәлиә Йылҡыбаева.
6🥰2
Ағиҙелкәй, һин бит башҡорт өсөн
Ысын-ысынында йән-әсә.
Сал тарихтан килгән булмышыбыҙ
Һинең менән бара йәнәшә.

Рәшит ШӘКҮР.

Хәйерле көн, төркөмдәштәр! ☀️


📍 Фотола: Ағиҙел йылғаһы. Күгәрсен районы.
🥰7👍4💘1