Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
287 links
Download Telegram
Хәйерле көн! ☀️

Намыҫ тауын сөйөп таңыбыҙға,
Таянайыҡ һаҡлыҡ көсөнә.
Йәшәйек гел ерҙә лайыҡ булып
Кеше тигән бөйөк исемгә!


Әнисә ТАҺИРОВА.

📍 Һүрәт: БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилевтың төрлө йылдарҙа төшөргән "Шоңҡар" картинаһы.
❤‍🔥4💯3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һыбай йөрөү буйынса Марсельканан мастер-класс 😁

Видео: Күршеләр. Фәнил Ҡарасурин.
🤣4😁3
Бөгөн Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә икән

🌹Был өлкәгә ҡағылышлы барлыҡ фиҙаҡәрҙәрҙе лә һөнәри байрамдары менән тәбрик итәбеҙ.

🌹Мөһим һәм тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар, талымһыҙлыҡ, ижади үрҙәр, дәрт-дарман теләйбеҙ!

Фотола: Дж. Кейекбаев йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре Римма һәм Азат Ишмырҙиндар.
👍7❤‍🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сулпан Юлай ҡарамағынса, башҡортса 5 матур һүҙ ❤️

Ә һеҙ ниндәй матур һүҙҙәр беләһегеҙ? Яҙығыҙ!
🔥5
📌 Белорет районында һыуҙы таҙартыу ҡоролмаларын ҡулланыуға индергәндәр.

🔸 Уларҙы Территорияларҙы үҫтереү фонды ярҙамында төҙөгәндәр.

🔸Шулай уҡ 15 километрҙан ашыуға һуҙылған канализация коллекторы һалғандар.

🔸Был 65 меңдән ашыу кеше өсөн коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын арттырған.

💧Объектта Белорет ҡалаһындағы ағынты һыуҙарҙы тулыһынса биологик таҙартыу үткәреү, шулай уҡ таҙартып бөтөү һәм зарарһыҙландырыу ҡаралған.

🔸Программа операторы - Территорияларҙы үҫтереү фонды.
👍3💘1
🎖️"Башҡортостан геройҙары" программаһына ГероиБашкортостана.рф сайтында теркәлеү тамамланырға бер аҙна тирәһе генә ҡалды - 2025 йылдың 31 мартына тиклем.

25 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, программала ҡатнашыу өсөн 1630 кеше ғариза биргән. Теркәлеүселәрҙең 71проценты, был 1158 кеше - әлеге ваҡытта Махсус хәрби операцияла булған яугирҙар.

Был программа дәүләт органдарына кадрҙар әҙерләүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
👍2
📌 Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы клубында балалар менән көн һәм төн тигеҙләшеүен билдәләгәндәр.

Ололар балалар менән йыл имен килһен, иген уңһын, һаулыҡ булһын тип ҡурмас, талҡандан ауыҙ итеп, матур урындыҡта ултырып сәй эсеп, әңгәмәләшеп алғандар.

"Балалар шатланып ҡыуанып ҡайттылар. Донъялар ғына имен торһон!"

- ти вәзәмдәр.

Ә беҙҙең был фотоларҙы ҡарап, ҡурмас ашағы килде.
Ә һеҙҙең?

😍Ашағы килде
🫣Ҡурмас нимә ул?
6😍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Киске сәйҙәрегеҙ тәмле, тормошоғоҙ балдай татлы булһын! 🥰

Видео: Фидәлиә Йылҡыбаева.
6🥰2
Ағиҙелкәй, һин бит башҡорт өсөн
Ысын-ысынында йән-әсә.
Сал тарихтан килгән булмышыбыҙ
Һинең менән бара йәнәшә.

Рәшит ШӘКҮР.

Хәйерле көн, төркөмдәштәр! ☀️


📍 Фотола: Ағиҙел йылғаһы. Күгәрсен районы.
🥰7👍4💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💔

Видео: Айгөл Манапова.
👏6💔42❤‍🔥2💯1
📌 Быларҙы сығарып теҙгәндәр. Һағынып өлгөргән инегеҙме?)


Яйлап самокаттарҙы баш ҡала урамдарына сығара башлағандар. Быйылдан самокатта юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн ҡатыраҡ яза биреләсәк.

🛴Эскән килеш йөрөткәндә йәки һаулыҡҡа, милеккә зыян килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы ойошторған өсөн 100-150 мең һум штраф һаласаҡтар. Аҡсаны юл ҡағиҙәһен боҙоусының картаһынан сисәләр.

🛴Өлкәндәр самокаты үҙ исеменә алып, балаларға йөрөргә бирә икән - 10 мең һум штраф сәпәйҙәр.

🛴Икәүләп бер самокатта йөрөһәң - 5 мең һум түләргә тура киләсәк.

🛴Юлды аша сыҡҡанда "зебра" буйынса самокаттан төшмәй үтәһен икән - 1 мең һум штраф.

🛴Самокатты ҡайҙа етте, шунда ҡалдырып китһәң - 500 һум түләргә тура киләсәк.

🛴Шулай ҙа тротуар буйлап самокатта йөрөү рөхсәт ителә. Әммә уның ауырлығы 35 кг-нан еңелерәк тартырға һәм тиҙлеге 25 км/с булырға тейеш.

🛴Өфөнөң 127 юл сатында тиҙлекте 5 км/с тиклем сикләгәндәр. Ҡайһы бер парктарҙа самокат менән үтеүҙе тыйған тамғалар ҡуйылған.
👍3🙉1