Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Иң яҡшы туған телдә тәрбиәләүсе - беҙҙеке! 💚

Ошо көндәрҙә Ҡаҙанда уҙғарылған  "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы - 2024" Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында Өфөнән балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтова беренсе урын яуланы. 🎊

🔴Конкурста быйыл Рәсәйҙең 79 төбәгенән уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр ҡатнашҡан.
🔴Улар илебеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың 37 телендә уҡыта һәм тәрбиәләй.
🔴 Ярыш Ҡаҙандағы "Аҙымдар" полилингваль комплексында үткән.
👍4🔥1😁1
Бәхетле булырға ҡурҡам,
Миңә бит ул килешмәй.
Йылмайыуымды йәшерәм,
Урамдарҙа килешләй.

Керфектәремде төшөрәм,
Ҡарашым һатыр кеүек.
Күҙҙәремдең ялтырағын
Йә йәшен атыр кеүек.

Хәсрәтле булған саҡтарҙа
Юҡ берәүҙең дә эше.
Бәхетле мәлдәрен ниңә
Йәшерә икән кеше?..

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Матуууууур! 😍

Ошондай башҡортом асылындағы һәр күренештән, һәр сығыштан, һәр йыр- бейеүҙән, һәр телмәрҙән йөрәге дөпөлдәргә, күҙҙәренә йәш алып, күңеле нескәреп тулҡынланырға, ғорурланырға, ҡупайырға тейеш башҡортмон тигән башҡорт!

Беҙ ниндәй бөйөк, матур, талантлы, ҡурайлы, ожмахҡа тиң Башҡортостанлы милләттең улдары һәм ҡыҙҙарыбыҙ! ❤️

Һин ошондайһыңмы, Өфө башҡорто?
11👍2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Беҙҙең өйҙөң йәме 😍
5🔥2
Хәйерле иртә! 🍁

Ялдарҙа нимә эшләнегеҙ? Яҙығыҙ! 😉
5🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сочи ҡалаһында Рөстәм Нәбиевты башҡорт телендә ҡаршы алғандар

Бер ҡунаҡханаларҙың береһендә уға башҡортса сәләмләү хаты һалғандар.
🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ильяс Батыргәрәйев Сибай ҡалаһындағы гимназия-интернат тормошо тураһында бәйән итә.

Унда ниҙәр бар, ҡарайыҡ!
🔥4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ХӘБИРОВ МИНИСТРҘАРҘЫ ТАҒЫ ШЕЛТӘЛӘНЕ

📌Күп балалы ғаиләнән мәктәп уҡыусыһына йәмәғәт транспортында йөрөүҙе компенсациялауҙы ойоштороу өсөн хеҙмәт министры Ленара Иванова шелтә алды.

“Күрәһегеҙме, яҡшы эш эшләнек кеүек, ә һөҙөмтәлә халыҡ ризаһыҙлығын алабыҙ, етмәһә ғәҙел. Ниңә йүгертергә?
Яңыраҡ ошо хаҡта һөйләштек, хәҙер заман икенсе. Ленара Хәким ҡыҙы, үҙегеҙ әйттегеҙ, мохтажлыҡ критерийы кәрәкмәй, ғаиләлә 3 бала һәм уларҙың йәше тураһында бер генә белешмә лә етә.
7 октябргә тиклем эшләгеҙ һәм хәбәр итегеҙ”, - тине Башҡортостан Башлығы Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
4
“БАШҠОРТ АТЫ” Халыҡ-ара фестивале –беренсе урында!🏇

Был турала ошо көндәрҙә Йошкар-Ола ҡалаһында үткән “Russian Event Awards – Приволжье 2024” ваҡиғалы туризм өлкәһендә халыҡ-ара премияһының округ этабы финалында хәбәр иттеләр.

Волга буйы федераль округында “Башҡорт аты” фестивале ауыл туризмы өлкәһендә иң яҡшы ваҡиға тип табылды һәм 1-се урын алды.🎊

Башҡа номинацияларҙа билдәләнгән ваҡиғалар араһында ла “Башҡорт аты”на етеүсе булмаған. 💚
🔥5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҙҙар килә! 🤩

26 сентябрҙә Башҡортостандың Ф. Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре дәүләт академия ансамбле менән Татарстандың Йыр һәм бейеү дәүләт ансамбле бер сәхнәлә сығыш яһай. 😉

@gaskarov.ensemblе. x @tatans
🔥32
Көнбайышта нимәлер яна, көндөң һуңғы нурында...

Далалағы утмы ул? Әллә ҡыҙыл яҡтылыҡта алыҫ йәшлегем янамы?..


Бокусуй, япон шағиры.

Өфө кистәре тураһында 😌😁
5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔴Иртәнсәктән матур яңылыҡ:

💟Тағы бер матур ғаилә барлыҡҡа килгән.

Билдәле йырсы Таһир Әсәҙуллин өйләнгән. 💍

💟Йәш кәләштәрҙең хәҙер никах туйҙарында көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙарының яулыҡлы кейеме урынына үҙебеҙҙеңсә зауыҡлы итеп кейенеүен күреп, һеҙ ҙә шатланаһығыҙмы?
3🥰3👏1
ҒӘЖӘЙЕП КАРТИНАЛАР КӨТӘ🖼😍

Тиҙҙән, 1 октябрҙә, Башҡортостандың Милли музейында “Оҫталыҡ һәм илһам II” күргәҙмәһе асыла.🎨

Күргәҙмәлә Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика сәнғәт гимназия-интернаты рәссам-педагогтарының ижад емештәре ҡуйыла.

Бында тәжрибәле рәссамдар ҙа, сәнғәттә үҙ юлын башлап ҡына торған йәштәр ҙә ҡатнаша.
🔥32
БАТЫР ЙӨРӘКЛЕ СТАРШИНА

Был һүҙҙәр Ә. Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы старшинаһы Линар Ғарипов тураһында булыр.

Сығышы менән Белорет районы Аҙналы ауылынан булған яҡташыбыҙ Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юллана һәм медицина ротаһына хеҙмәткә тәғәйенләнә.

Ҡаты һөжүмдәрҙең береһе ваҡытында яралыға ярҙам иткәнендә үҙенә лә ярсыҡ тейә. Линар ике аҙна госпиталдә дауалана ла, киренән яу яланына ашыға.

26 йәшлек старшина һуғыш яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Шайморатов генерал, Жуков миҙалдары менән наградланған һәм уға “Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исем һәм билдәһе бирелгән.

Линарҙы өйҙә тормош иптәше һәм ике улы көтә.

Яуҙаштарын үлем ҡосағынан йолоп алып ҡалыу өсөн үҙ ғүмерен аямаған шундай батыр йөрәкле барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ һәм именлек-һаулыҡ теләйбеҙ!🌺🌺🌺
🔥52👏1
КАРУАНСЫ КӨНӨ икән бөгөн!
🐪🐪🐪🐪🐪

🎋Был халыҡ-ара байрам 1995 йылдан алып билдәләнә.

🎋Уны 24 сентябрь – Британияның 16-17 быуаттарғы диңгеҙ сәйәхәтсеһе һәм навигаторы Уильям Адамстың тыуған көнөнә тура килтереп байрам итәләр.
Уильям Адамс Японияға барып еткән беренсе Европа кешеһе иҫәпләнә. 1597-1600 йылдарҙағы сәйәхәтенән һуң, ул 20 йыл Японияла йәшәй.

🎋Халыҡ-ара каруансы көнө Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һәм тәүге мосолмандарҙың Мәккәнән Мәҙинәгә күсенеүенә арналған байрам – Һижрә тамамланыуға ла арналған, тип иҫәпләй ҡайһы берҙәр.

🎋Сауҙагәрҙәр юл михнәттәрен бергә кисерергә иптәштәр эҙләп каруандарға ойошҡан, йөк тейәлгән малдар менән бер-бер артлы теҙелешеп юлға сыҡҡандар.

🎋Иң билдәле каруан юлы – Бөйөк ебәк юлы. Ул Ҡытайҙы Урта азия илдәре менән тоташтырған һәм б.э. II быуатынан алып билдәле булған.

🎋Бөйөк ебәк юлы башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙән дә үткәне билдәле.
4
ҺЫУ ТӘМЕ🌊

Бер үк ҡоҙоҡтан алып, бер нисә кеше үҙ ауылдарына һыу ташый.

Һыуҙы өләшеп алырға килеүселәр һәр саҡ һауыттарын йыуырға онота һәм кеменеңдер һауыты емеш һутлы, йәки балыҡлы, һөтлө була.
Билдәле, һауытына ҡарап, һыу ҙа төрлө тәм ала. 🍓🐠🍼

Һыу ташыусылар, һауытығыҙ таҙа булырға тейеш, тип иҫкәртә иҫкәртеүгә, ләкин уларҙың һүҙенә берәү ҙә иғтибар итмәй. Шуға ла улар һыуҙы бысраҡ һауыттарға тултырып бирергә мәжбүр була. Ә ауыл кешеләре тәүҙән үк уларҙың һыуы шундай тәмдә булған тип ҡабул итә.

Бер саҡ бер ауыл кешеләре икенсенеке менән осраша һәм килтерелгән һыуҙың тәме, үҙенсәлектәре тураһында һөйләшеп китәләр.

Шундай һығымта яһала: уларға килтерелгән һыу төрлө, тимәк, төрлө ҡоҙоҡтрҙан алынғандар.

Шунан ике ауылдың кешеләре бер-береһенә, минең һыуым иң яҡшыһы, минең һыуым ғына иң саф, тип иҫбатларға тотона. Ошо арҡала оло бәхәс ҡуба һәм дошманлашалар.

Үҙҙәренең томаналығы арҡаһында улар һыуҙы түгел, ә уға үҙҙәре биргән тәмде баһалауҙарын аңламай.

📍Ә бит бөгөн дә күҙәтелә бындай күренештәр...
4