Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ХӘБИРОВ МИНИСТРҘАРҘЫ ТАҒЫ ШЕЛТӘЛӘНЕ

📌Күп балалы ғаиләнән мәктәп уҡыусыһына йәмәғәт транспортында йөрөүҙе компенсациялауҙы ойоштороу өсөн хеҙмәт министры Ленара Иванова шелтә алды.

“Күрәһегеҙме, яҡшы эш эшләнек кеүек, ә һөҙөмтәлә халыҡ ризаһыҙлығын алабыҙ, етмәһә ғәҙел. Ниңә йүгертергә?
Яңыраҡ ошо хаҡта һөйләштек, хәҙер заман икенсе. Ленара Хәким ҡыҙы, үҙегеҙ әйттегеҙ, мохтажлыҡ критерийы кәрәкмәй, ғаиләлә 3 бала һәм уларҙың йәше тураһында бер генә белешмә лә етә.
7 октябргә тиклем эшләгеҙ һәм хәбәр итегеҙ”, - тине Башҡортостан Башлығы Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
4
“БАШҠОРТ АТЫ” Халыҡ-ара фестивале –беренсе урында!🏇

Был турала ошо көндәрҙә Йошкар-Ола ҡалаһында үткән “Russian Event Awards – Приволжье 2024” ваҡиғалы туризм өлкәһендә халыҡ-ара премияһының округ этабы финалында хәбәр иттеләр.

Волга буйы федераль округында “Башҡорт аты” фестивале ауыл туризмы өлкәһендә иң яҡшы ваҡиға тип табылды һәм 1-се урын алды.🎊

Башҡа номинацияларҙа билдәләнгән ваҡиғалар араһында ла “Башҡорт аты”на етеүсе булмаған. 💚
🔥5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҙҙар килә! 🤩

26 сентябрҙә Башҡортостандың Ф. Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре дәүләт академия ансамбле менән Татарстандың Йыр һәм бейеү дәүләт ансамбле бер сәхнәлә сығыш яһай. 😉

@gaskarov.ensemblе. x @tatans
🔥32
Көнбайышта нимәлер яна, көндөң һуңғы нурында...

Далалағы утмы ул? Әллә ҡыҙыл яҡтылыҡта алыҫ йәшлегем янамы?..


Бокусуй, япон шағиры.

Өфө кистәре тураһында 😌😁
5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔴Иртәнсәктән матур яңылыҡ:

💟Тағы бер матур ғаилә барлыҡҡа килгән.

Билдәле йырсы Таһир Әсәҙуллин өйләнгән. 💍

💟Йәш кәләштәрҙең хәҙер никах туйҙарында көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙарының яулыҡлы кейеме урынына үҙебеҙҙеңсә зауыҡлы итеп кейенеүен күреп, һеҙ ҙә шатланаһығыҙмы?
3🥰3👏1
ҒӘЖӘЙЕП КАРТИНАЛАР КӨТӘ🖼😍

Тиҙҙән, 1 октябрҙә, Башҡортостандың Милли музейында “Оҫталыҡ һәм илһам II” күргәҙмәһе асыла.🎨

Күргәҙмәлә Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика сәнғәт гимназия-интернаты рәссам-педагогтарының ижад емештәре ҡуйыла.

Бында тәжрибәле рәссамдар ҙа, сәнғәттә үҙ юлын башлап ҡына торған йәштәр ҙә ҡатнаша.
🔥32
БАТЫР ЙӨРӘКЛЕ СТАРШИНА

Был һүҙҙәр Ә. Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы старшинаһы Линар Ғарипов тураһында булыр.

Сығышы менән Белорет районы Аҙналы ауылынан булған яҡташыбыҙ Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юллана һәм медицина ротаһына хеҙмәткә тәғәйенләнә.

Ҡаты һөжүмдәрҙең береһе ваҡытында яралыға ярҙам иткәнендә үҙенә лә ярсыҡ тейә. Линар ике аҙна госпиталдә дауалана ла, киренән яу яланына ашыға.

26 йәшлек старшина һуғыш яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Шайморатов генерал, Жуков миҙалдары менән наградланған һәм уға “Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исем һәм билдәһе бирелгән.

Линарҙы өйҙә тормош иптәше һәм ике улы көтә.

Яуҙаштарын үлем ҡосағынан йолоп алып ҡалыу өсөн үҙ ғүмерен аямаған шундай батыр йөрәкле барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ һәм именлек-һаулыҡ теләйбеҙ!🌺🌺🌺
🔥52👏1
КАРУАНСЫ КӨНӨ икән бөгөн!
🐪🐪🐪🐪🐪

🎋Был халыҡ-ара байрам 1995 йылдан алып билдәләнә.

🎋Уны 24 сентябрь – Британияның 16-17 быуаттарғы диңгеҙ сәйәхәтсеһе һәм навигаторы Уильям Адамстың тыуған көнөнә тура килтереп байрам итәләр.
Уильям Адамс Японияға барып еткән беренсе Европа кешеһе иҫәпләнә. 1597-1600 йылдарҙағы сәйәхәтенән һуң, ул 20 йыл Японияла йәшәй.

🎋Халыҡ-ара каруансы көнө Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һәм тәүге мосолмандарҙың Мәккәнән Мәҙинәгә күсенеүенә арналған байрам – Һижрә тамамланыуға ла арналған, тип иҫәпләй ҡайһы берҙәр.

🎋Сауҙагәрҙәр юл михнәттәрен бергә кисерергә иптәштәр эҙләп каруандарға ойошҡан, йөк тейәлгән малдар менән бер-бер артлы теҙелешеп юлға сыҡҡандар.

🎋Иң билдәле каруан юлы – Бөйөк ебәк юлы. Ул Ҡытайҙы Урта азия илдәре менән тоташтырған һәм б.э. II быуатынан алып билдәле булған.

🎋Бөйөк ебәк юлы башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙән дә үткәне билдәле.
4
ҺЫУ ТӘМЕ🌊

Бер үк ҡоҙоҡтан алып, бер нисә кеше үҙ ауылдарына һыу ташый.

Һыуҙы өләшеп алырға килеүселәр һәр саҡ һауыттарын йыуырға онота һәм кеменеңдер һауыты емеш һутлы, йәки балыҡлы, һөтлө була.
Билдәле, һауытына ҡарап, һыу ҙа төрлө тәм ала. 🍓🐠🍼

Һыу ташыусылар, һауытығыҙ таҙа булырға тейеш, тип иҫкәртә иҫкәртеүгә, ләкин уларҙың һүҙенә берәү ҙә иғтибар итмәй. Шуға ла улар һыуҙы бысраҡ һауыттарға тултырып бирергә мәжбүр була. Ә ауыл кешеләре тәүҙән үк уларҙың һыуы шундай тәмдә булған тип ҡабул итә.

Бер саҡ бер ауыл кешеләре икенсенеке менән осраша һәм килтерелгән һыуҙың тәме, үҙенсәлектәре тураһында һөйләшеп китәләр.

Шундай һығымта яһала: уларға килтерелгән һыу төрлө, тимәк, төрлө ҡоҙоҡтрҙан алынғандар.

Шунан ике ауылдың кешеләре бер-береһенә, минең һыуым иң яҡшыһы, минең һыуым ғына иң саф, тип иҫбатларға тотона. Ошо арҡала оло бәхәс ҡуба һәм дошманлашалар.

Үҙҙәренең томаналығы арҡаһында улар һыуҙы түгел, ә уға үҙҙәре биргән тәмде баһалауҙарын аңламай.

📍Ә бит бөгөн дә күҙәтелә бындай күренештәр...
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
- Билдәле шоу – мэн, Өфө ҡалаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының актеры, алып барыусы Шәһит Хамматов нимә тураһында хыяллана?
- Үҙе тыуҙырған Хоттабыч образында ул күпме аҡса эшләгән?
- Шәһит Хамматов ниндәй хоккей ярата?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар – 35 минутлыҡ “Бишбармаҡ – шоу” подкастында! Ҡарағыҙ, “лайк” тар ҡуйығыҙ, дуҫығыҙ менән бүлешегеҙ һәм комментарийҙар ҡалдырығыҙ!

- О чем мечтает популярный шоу – мэн, талантливый актер Уфимского национального молодежного театра им. Мустая Карима Шагит Хамматов?
- Сколько он денег заработал на своем образе “Хоттабыча” ;
- Какой хокей он любит больше?
Ответы на эти вопросы узнаете, посмотрев 35 – минутный подкаст на башкирском языке “Бишбармаҡ – шоу”. Ставьте лайки, комментируйте и отправьте это видео тому, кому возможно будет интересно!
4🔥2
📅КАЛЕНДАРҘА: 25 сентябрь

РЮМИН АЛЕКСАНДР ВЛАДИМИРОВИЧтың тыуыуына 110 йыл (1914-2006 йй).

Ул ғалим, Башҡортостан ҡурсаулығы Ағиҙел буйы филиалының өлкән ғилми хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты.

Тап ул ғалимдарҙан беренсе булып Шүлгәнташ мәмерйәһендә палеолит осоро мәғәниәтенең Көньяҡ Урал үҙәген һәм ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәрен аса.

Был асыш 1959 йылда яһала.

📌ҺҮРӘТТӘ: “Һүрәттәр залы”ның көнсығыш панноһының иң тәүге төҫлө фотоларының береһе. Рюмин 1960 йылда төшөргән.
5
Элвин Грейға (Радик Юлъяҡшин) Мәскәүҙә таяҡ (бита) бүләк иткәндәр. Вәт.
👏4
💡РУДЕНКО: Башҡорттар йондоҙҙар тураһында💫

“Йондоҙҙар һәм планеталар, башҡорттар күҙаллауынса, һауала аҫылынып тора һәм күккә йыуан тимер сылбыр менән нығытып ҡуйылған. 🌏

Айырым йондоҙлоҡтарҙың исемдәре лә бар:

🌠Етегән (Большая Медведица),
🌠Сулпан (Венера),
🌠Өлкәр (Плеяды),
🌠Арҡанаҡ, Тимер Ҡаҙыҡ (Полярная звезда),
🌠Эңерсе йондоҙ, Зөһрә йондоҙ, Көйәнтә йондоҙ, Һары ат, Буҙ ат (Етегән йондоҙлоғондағы йондоҙҙар һәм йондоҙлоҡтар),
🌠таң сулпаны (утренняя зарница),
🌠шәфәҡ йондоҙ (вечерняя зарница),
🌠Ҡош юлы йәки ҡаҙ юлы (Млечный путь)”.

📚Күренекле ғалим Сергей Руденко үҙенең “Башҡорттар” китабында бына шулай тип яҙған.

Ә ҺЕҘ БАШҠОРТСА ЙОНДОҘҘАР ҺӘМ ЙОНДОҘЛОҠТАР ИСЕМЕН БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?
🔥6
Абдулла Солтанов — Урал (www.hotplayer.ru)
<unknown>
Абдулла СОЛТАНОВҡа - 96 йәш булыр ине

🍀Башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, мәшһүр йырсы Абдулла Афзал улы Солтанов 1928 йылдың 25 сентябрендә Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған.

Бөгөн йырсы тураһында хәтирәләр уның йырҙарын тыңлаған һәр кемдең йөрәгендә йәшәй.
6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
“БАШҠОРТТАР ҠОТҠАРҘЫ”, - тип һөйләр булған Марина Швыдкая - Рәсәй Президентының халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле Михаил Швыдкойҙың әсәһе.

💥Баҡтиһәң, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Марина Юлиановна әсәһе менән Өфөгә йәшәргә күсенә.
Ул бында 1941 йылдың аҙағында эвакуацияланған Беренсе Мәскәү медицина университетына уҡырға инә.

“Шунлыҡтан Өфө минең өсөн бик яҡын. Ер үҙәге кеүек”, - ти Михаил Ефимович.
4😁1