Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
663 subscribers
3.11K photos
1.63K videos
1 file
284 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙан башҡорт аҡһаҡалы таҡмаҡ әйтә.❤️‍🔥

Видео: интернеттан.
10😁1
Ирәндек башында мышы фотоҡоралға эләккән.

Сабып ҡасып барған хайуанды Фәрит Нәбиуллин төшөрөп алған.
👍4💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡоштар ҡайта тыуған яҡтарға 🥰
🥰10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көндәр йылына, һеҙ әҙерме? 💃🕺

Видео: Илсур Сәлихов.
👍13🥰2💘2
Йома мөбәрәк булһын! 🌸


📍Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре" төркөмөндә "Тыуған яҡтың сағыу төҫтәре" тигән фотоконкурста ҡатнашыусы, сығышы менән Иҫәнгилде ауылы кешеһе Хәбир Иҫәнгилдин төшөргән фотолар.
💘4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Боронғо халыҡтың йыры",

- бына шулай ти Көньяҡ Корея блогерҙары AY YOLA төркөмөнөң "Һомай" йыры тураһында.

🛑Көньяҡ Корея блогеры, русса яҡшы белгән Ким Кенха тормош иптәше Юн һәм әхирәте Джуун менән "Һомай" йырын тыңлап, үҙ фекерҙәрен еткерә.

🛑Улар башта йырҙы тәржемәһеҙ тыңлап ҡарай, аҙаҡ һүҙҙәрен уҡып аңлайҙар.

"Боронғо халыҡтың йыры кеүек",

- ти Юн.

"Йырҙың көсө - тамырҙарында",

- тип баһалай Джуун.

Бына шулай, башҡорт халҡын бар донъяға танытҡан AY YOLA төркөмөнә тағы берҙе "Афарин!" ❤️‍🔥
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
7👍1
"Борон ошо ағас һауыт/ ҡулайлама нисек ҡулланылған? Төбө юҡ). Таяҡ урынына тар ғына таҡта тығып ҡуйылыр булған. Балаҡатай музейынан",

- тип сәхифәһендә һорау биргән билдәле яҙыусы, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова.

🛑Яуабы ла табылған: баҡтиһәң, бәләкәй баланы ошо төпһөҙ һауыт эсенә төшөрөп ҡуйғандар икән. Арып китһә, аҫтан арҡыры ҡуйылған таҡтаһына ултырып торған.

🛑"Баланы ҡамауға ҡуйыу" тип аталған был ысул.

🛑Әсәһе эш менән булғанда ошо ҡулайлама эсендә ултырып торған.

Хәҙерге теге уйынсыҡлы кәрзиндәрҙең башы бына ҡайҙа ул 😉

Бындай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткергән Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙына рәхмәт! 🌹
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
💘51
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында "Ғилем" олимпиадаһының еңеүселәре билдәләнгән.

Уҡыусылар математика, физика, химия һәм башҡорт теле буйынса белемдәрен һынаған.

Ойоштороусылар киләсәк өсөн туған телен белгән техник һөнәрле йәш белгестәр тәрбиәләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алған.

Сара тураһында БСТ-Яңылыҡтар сюжеты.
💘2👍1
📌 Был ялдарҙа Өфөләге "Планета" сауҙа үҙәгендә "Мөхит" - балаларҙың һәләттәрен үҫтереүсе мобиль тирмә ҡуйыла. Төшкө сәғәт 1-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк.
👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Матур ялдар теләйбеҙ! 🫶
❤‍🔥8👌2💘2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфөлә Геном үҙәге асылды. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала хәбәр итте.

"Башҡортостанда бик көслө генетика мәктәбе, уны арҙаҡлы ғалим Эльза Камил ҡыҙы Хөснөтдинова етәкләй. Һәм хәҙер беҙ был мөһим йүнәлештең үҫешенә яңы, көслө этәргес бирәбеҙ",

- тип яҙа республика етәксеһе.

Геном үҙәге Вуз-ара студенттар кампусының икенсе объекты. Бында буласаҡ генетика буйынса һәм IТ-белгестәр бергә эшләйәсәк, ғилми эшмәкәрлек өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.

📍 Геном үҙәгенең етәксеһе Эльза Хөснөтдинова менән "Киске Өфө" гәзитендә баҫылған бик ҡыҙыҡлы әңгәмәне уҡырға тәҡдим итәбеҙ.
Һылтанма: https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=6991
👍4🔥3
Сөкөрҙәшеп сәй эсеп алығыҙ 🥰

Һүрәт: Зифа Толомбаева.
2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Шүлгәнташ" музей комплексы өсөн эҫе эмалдән яһалған эштәрҙе Өфөгә алып килделәр.

Күргәҙмә БР Милли музейында асылды.

"Күргәҙмәлә бөтә 25 эш тә ҡуйыла. Улар былтыр музейҙа ойошторолған беренсе ижади симпозиум сиктәрендә яһалған. Бында бөтә илдән билдәле рәссам-эмаль оҫталары йыйылғайны",

- ти ойоштороусылар.

Күргәҙмәлә Санкт-Петербургтан Әнүәр Баһауетдинов һәм Анастасия Александрова, Чечен Республикаһынан Элита Дадакаева, Дон эмаленә нигеҙ һалыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Георгий Лиховид уҡыусыларының ижад емештәре бар.
🔥31
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Япон йәнһүрәтсеһе Миядзаки Өфөнө төшөрһә, нисегерәк итеп һынландырыр ине?

Был һорауға фоторәссам Тимур Шәрипҡолов яуап табып ҡараған: үҙенең фотоларын яһалма интеллект ярҙамында үҙгәртеп, тәҡдим итә.
👍5😍3💘1