Йома мөбәрәк булһын! 🌸
📍Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре" төркөмөндә "Тыуған яҡтың сағыу төҫтәре" тигән фотоконкурста ҡатнашыусы, сығышы менән Иҫәнгилде ауылы кешеһе Хәбир Иҫәнгилдин төшөргән фотолар.
💘4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Боронғо халыҡтың йыры",
- бына шулай ти Көньяҡ Корея блогерҙары AY YOLA төркөмөнөң "Һомай" йыры тураһында.
"Боронғо халыҡтың йыры кеүек",
- ти Юн.
"Йырҙың көсө - тамырҙарында",
- тип баһалай Джуун.
Бына шулай, башҡорт халҡын бар донъяға танытҡан AY YOLA төркөмөнә тағы берҙе "Афарин!" ❤️🔥
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤7👍1
"Борон ошо ағас һауыт/ ҡулайлама нисек ҡулланылған? Төбө юҡ). Таяҡ урынына тар ғына таҡта тығып ҡуйылыр булған. Балаҡатай музейынан",
- тип сәхифәһендә һорау биргән билдәле яҙыусы, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова.
Хәҙерге теге уйынсыҡлы кәрзиндәрҙең башы бына ҡайҙа ул 😉
Бындай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткергән Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙына рәхмәт! 🌹
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
💘5❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында "Ғилем" олимпиадаһының еңеүселәре билдәләнгән.
Уҡыусылар математика, физика, химия һәм башҡорт теле буйынса белемдәрен һынаған.
Ойоштороусылар киләсәк өсөн туған телен белгән техник һөнәрле йәш белгестәр тәрбиәләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алған.
Сара тураһында БСТ-Яңылыҡтар сюжеты.

💘2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфөлә Геном үҙәге асылды. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала хәбәр итте.
Геном үҙәге Вуз-ара студенттар кампусының икенсе объекты. Бында буласаҡ генетика буйынса һәм IТ-белгестәр бергә эшләйәсәк, ғилми эшмәкәрлек өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
📍 Геном үҙәгенең етәксеһе Эльза Хөснөтдинова менән "Киске Өфө" гәзитендә баҫылған бик ҡыҙыҡлы әңгәмәне уҡырға тәҡдим итәбеҙ.
Һылтанма: https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=6991
"Башҡортостанда бик көслө генетика мәктәбе, уны арҙаҡлы ғалим Эльза Камил ҡыҙы Хөснөтдинова етәкләй. Һәм хәҙер беҙ был мөһим йүнәлештең үҫешенә яңы, көслө этәргес бирәбеҙ",- тип яҙа республика етәксеһе.
Геном үҙәге Вуз-ара студенттар кампусының икенсе объекты. Бында буласаҡ генетика буйынса һәм IТ-белгестәр бергә эшләйәсәк, ғилми эшмәкәрлек өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
📍 Геном үҙәгенең етәксеһе Эльза Хөснөтдинова менән "Киске Өфө" гәзитендә баҫылған бик ҡыҙыҡлы әңгәмәне уҡырға тәҡдим итәбеҙ.
Һылтанма: https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=6991
👍4🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Шүлгәнташ" музей комплексы өсөн эҫе эмалдән яһалған эштәрҙе Өфөгә алып килделәр.
✅ Күргәҙмә БР Милли музейында асылды.
- ти ойоштороусылар.
✅ Күргәҙмәлә Санкт-Петербургтан Әнүәр Баһауетдинов һәм Анастасия Александрова, Чечен Республикаһынан Элита Дадакаева, Дон эмаленә нигеҙ һалыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Георгий Лиховид уҡыусыларының ижад емештәре бар.
✅ Күргәҙмә БР Милли музейында асылды.
"Күргәҙмәлә бөтә 25 эш тә ҡуйыла. Улар былтыр музейҙа ойошторолған беренсе ижади симпозиум сиктәрендә яһалған. Бында бөтә илдән билдәле рәссам-эмаль оҫталары йыйылғайны",
- ти ойоштороусылар.
✅ Күргәҙмәлә Санкт-Петербургтан Әнүәр Баһауетдинов һәм Анастасия Александрова, Чечен Республикаһынан Элита Дадакаева, Дон эмаленә нигеҙ һалыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Георгий Лиховид уҡыусыларының ижад емештәре бар.
🔥3❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Япон йәнһүрәтсеһе Миядзаки Өфөнө төшөрһә, нисегерәк итеп һынландырыр ине?Был һорауға фоторәссам Тимур Шәрипҡолов яуап табып ҡараған: үҙенең фотоларын яһалма интеллект ярҙамында үҙгәртеп, тәҡдим итә.
👍5😍3💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Умырзая – зәңгәр келәм,
Бер мәле генә көләң.
Шул мәлдәрҙең кирәмәтен
Күреп ҡалырға киләм.
Умырзая – зәңгәр келәм,
Үҙәк кенәмде теләң.
Һин яҙҙар һайын ҡалҡырһың,
Мин атмаҫымды беләм...
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
Бер мәле генә көләң.
Шул мәлдәрҙең кирәмәтен
Күреп ҡалырға киләм.
Умырзая – зәңгәр келәм,
Үҙәк кенәмде теләң.
Һин яҙҙар һайын ҡалҡырһың,
Мин атмаҫымды беләм...
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
❤🔥5👍3
📸 "Милли стилдә уҡыйбыҙ" фотоконкурсы ойошторола.
❇️З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана яраткан китабыңды тотоп, милли кейем кейеп фото төшөргә һәм конкурста ҡатнашырға саҡыра.
❇️Конкурс 17 апрелгә тиклем үтә.
❇️Шарттар:
1. Һылтанма буйынса үтеп, ғаризаны тултырырға: https://forms.yandex.ru/u/67e39626505690059396016f/
2. Сәхифәгеҙгә фотоғыҙҙы #читаемвнацстиле #конкурс_НБРБ тигән хештег һәм "Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһы фотоконкурсында ҡатнашам" ("Участвую в фотоконкурсе от Национальной библиотеки Республики Башкортостан") тип яҙып урынлаштырырға.
3. Фотола милли кейемдә, йәки берәй элементын кейгән һәм ҡулына яратҡан китабын тотҡан килеш күрһәтелергә тейеш. Фото үҙенсәлекле һәм быға тиклем баҫылмаған булыуы шарт.
📍14 апрелдән БР Милли китапхананың "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә иң яҡшы 3 фото өсөн тауыш биреү башланып, 17 апрелдә сәғәт 16.00-дә тамамлана.
📎 Бөтә эштәр ҙә түбәндәге һылтанма буйынса китапхана сайтында ҡуйыласаҡ: https://www.bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=2364
🌸Иң яҡшы өс фото авторы 18 апрелдә Милли кейем көнө айҡанлы китапханала үткән сарала бүләкләнәсәк.

👍2💘2🔥1
Ҡайһы саҡ интернетта берәй яҙма күреп ҡалаһың: күрмәгән-белмәгән кешеләр тураһында булһа ла, шул тиклем күңелгә үтеп инә.
Бына шундай яҙмаларҙың береһен Нәркәс Алсынбаева сәхифәһендә осраттыҡ. Автор менән бергә матур бала саҡ осорона ҡайтып әйләнегеҙ.
⭕Өлкәнәйә барған һайын, хәтирәләргә нығыраҡ биреләһең икән. Һуңғы ваҡытта йыш ҡына ҡарт өләсәйемде иҫкә алам. Мин уны әсәйем ыңғайына “өләс” тип кенә йөрөттөм. Ул атайымдың өләсәһе булһа ла, әсәйем дә уны яратып “өләсәй” ти торған ине.
Мин тыуғандан һуң ах та ух килеп икмәген, май-ҡоротон тейәп, епкә кәнфиттәрен тағып алып: “Суҡлыҡасҡа суҡлы кәнфиттәр,” - тип балҡып килеп ингән тиҙәр. Иҫ белә башлағас, ныҡ яраттым үҙен. “Өләскә барайыҡ,” - тип әсәйемдең теңкәһен ҡорота инем.
Ул замандарҙа әле алыҫтағы ҡоҙоҡтан һыу ташыйбыҙ. Ҡоҙоҡ өләстәрҙең артында урынлашҡан. Әсәйем көйәнтәһен аҫып, мин исем өсөн уйынсыҡ бәләкәй биҙрәмде тотоп китәбеҙ һыу алырға. “Өләстәргә лә инеп сығайыҡ,” - тип тағы мыжыйым. Унда инһәк - инәбеҙ, инмәһәк - юҡ. Һәр хәлдә лә ҡайтып еткәнсе мин: “Уф, арыным!” - тип исем өсөн тултыртып алған биҙрәләге һыуымды яйлап түгеп бөтәм дә буш көйө болғап ҡайтып инәм. Йә ҡапҡа төбөнә етәрәк әсәйҙән һыу ҡойҙороп алам. Эшлекле ҡиәфәттә өйгә барып инергә кәрәк тәһаң.
Өләскә барыр булһаҡ, мин алдан йүгерәм. Йән-фарман барып инәм дә, итәгенә ятып алып ҡулдарынан һыйпайым. Уным кеткелдәп көлгән була. Уның ана шул йыйырсыҡланып, тамырланып бөткән ҡулдарын ярата инем. Шул наҙлы, йылы, йомшаҡ ҡулдарҙы һыйпар өсөн генә барғанмындыр ул кеүек булып китә ҡай саҡта. Ул ҡулдар бешергән картуф телеңде йоторлоҡ. Өләстең табала бешергән картуфы нисектер үҙенә күрә ҡабатланмаҫ бер ризыҡ ине. Тәме әле лә тел төбөндә тора. Әммә ундайҙы бер ҡайҙа ашаған юҡ. Сөнки улай итеп өләс кенә бешерә белә.
Өләсем намаҙҙа булды, зикерҙәрен, Ҡөрьәнде ҡалдырманы. Минең бәләкәй саҡтан Аллаһҡа ынтылыуым, бәлки, шунан да киләлер. Әлбиттә, дин тураһында һөйләп ултырғаны булманы миңә. Ул саҡта артыҡ бәләкәй инем. Шулай ҙа йөрәгемә иман орлоғон сәсеп ҡалдырғандыр тием. Ғәмәлдәре, йомшаҡ холҡо, тәрбиәһе, өлгөһө менән.
Өләс сирләп киткәс, Йүкәләге ҡыҙы Хәҙисә инәйем тәрбиәһендә булды. Унда ла уны һағынып: “Барайыҡ!” - тип ата-әсәйемде ҡаҡшата инем. Барып инеү менән, балалығыма бирелеп, сисенеп тә тормаҫтан түшәгенә барып менәм. Сөнки һағыныуым сиктән ашҡан. Нишләп өләстең һаман ауылға ҡайтмауын, ни өсөн түшәктә генә ятып тороуын йүнләп аңларлыҡ йәштә лә түгелмен.
Өләс үтеп киткәс тә, оҙаҡ ваҡыт уны юҡһындым. Әле лә һағынып иҫкә алам...
Өләстәргә атлығып тороуымдың тағы бер сәбәбе: унда яратҡан Айбулат ағайым була. Бөҙрә генә башлы, йомро ғына ихлас ағайым. Ул минән байтаҡҡа өлкән. Шулай ҙа бәпәй итеп һәр ваҡыт мине уйната. Уны нимәшләтһәм дә, эшләтәм. Ат итһәм - ат итәм, врач булғым килһә - “лечить” итәм. Ни тиһәм дә, ыңғайыма йөрөй. Беҙгә килһә, төн уртаһына тиклем ҡайтармай йонсотам. Ҡайтырға йыйынһа, ишек төбөндә аяҡтарына йәбешеп алып тажылдап илайым. “Ярай инде. Иртәгә тағы киләмдәйе,” - тип кеткелдәп көлгән була тегенем. Ауыр яҙмышлы ағайым тураһында хәтирәләр ана шул бала саҡ менән өҙөлөп ҡала. Ныҡ күптән күргәнем дә юҡ. Күрмәйәсәкмен дә. Йәл...
Айбулат ағайымдың әсәһе - Зифа инәйемдең тәмле-татлы хәбәрҙәрен дә ауыҙымды асып сәғәттәр буйы тыңларға әҙер инем мин. Кистәрен оҙон ҡышҡы төндәрҙе үткәреү өсөн, бәйләмен тотоп беҙгә килеп инә. Уныһын бәйләһә -бәйләй, бәйләмәһә - юҡ. Әммә һәр кемебеҙҙе һүҙе менән арбай. Уны тыңлағанда әкиәти бер донъяға инеп киткән кеүек. Тормош шундай сағыу төҫтәргә буяла. Йәшәйеше артыҡ йәйғорҙай сағыу булмаһа ла, Зифа инәйем уны матур итеп күрһәтә белә. Ҡап-ҡараһын да сағыу төҫкә мансый ҙа, беҙҙе лә тормоштоң шулай гүзәл икәненә ышандыра...
Ҡайһы бер яҡын кешеләр беҙгә шулай хәтирәләр генә булып әйләнеп ҡайта. Яҡты, йылы иҫтәлектәр булып. Ғәмһеҙ бала сағым кеүек улар ҙа минең менән мәңгегә хушлашҡан...
👍10