Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.09K photos
1.62K videos
1 file
278 links
Download Telegram
📌 Мейәс ҡалаһында Эмма Тимерғазина исемендәге "Урал гүзәле" конкурсының беренсе һайлап алыу туры үткән.

💟Халыҡ ижады йортонда 5 йәштән 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәләттәрен күрһәткән.

💟Улар башҡортса шиғыр һәм әкиәт һөйләгән, башҡорт халыҡ йыр-бейеүен башҡарған.

💟Финалға үткән ҡыҙҙар октябрҙә Силәбе ҡалаһында ойоштороласаҡ конкурсҡа саҡырылған.

Бына шундай гүзәл башҡорт ҡыҙҙары үҫә Силәбелә😍
5👍2🍌1
📌 Республика Хәрби Дан музейында "Хәтерләүе лә ҡурҡыныс, оноторға ла ярамай" тигән сара ойошторолған. Ул Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнөнә арналған.

Был көн Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан булдырылған.

🕊️1945 йылдың тап 11 апрелендә Бухенвальд концлагеры тотҡондары күмәкләп ҡаршылыҡ күрһәтә. Был күтәрелештең дүрт етәксеһенең береһе Башҡортостандың Архангел районы кешеһе, подполковник Баҡый Ғатаулла улы Нәзиров була.


Музейҙа үткән сараға хәрбиҙәр саҡырылған. Улар Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттары менән осрашҡан, 116-сы мәктәп һәм Million Voices вокал ансамбле уҡыусылары сығыш яһаған.

Балаларға фотодокументтар күрһәтелгән, концлагерҙар тарихын һөйләгәндәр һәм һуғыш осоро йырҙарын башҡарғандар. Береһе лә битараф ҡалмаған.
👍41
📌М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосы буйынса спектакль ҡуйыла.

🎭Яңы спектаклдең режиссеры БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илсур Ҡаҙаҡбаев, инсценировка авторы - Зөһрә Бураҡаева.

"Аҡбуҙат" эпосы Аҡбуҙатты һәм Урал батыр ҡылысын эҙләп, Шүлгәндең һыу аҫты батшалығына төшкән Һәүбән, уның батырлыҡтары тураһында бәйән итә.


Спектаклдең премьераһы 19 июндә сәғәт киске 7-лә көтөлә.

Ул башҡорт телендә уйнала, рус теленә синхрон тәржемә эшләйәсәктәр.
👍31🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле ял минуттары, дуҫтар! 💟

Видео: Ян Лира башҡарыуында Илшат Яппаров репертуарынан матур йыр.
👍8🥰2
Ике ҡыҙым - пар ҡанатым 💟

Хәйерле шәмбе көнө! ☀️

Фото: Гөлсөм Хөсәйенова.
🔥6
🚀Космонавтика көнө менән!


🚀1961 йылда кеше тәүге тапҡыр космосҡа оса. Юрий Гагарин тураһында белмәгән кеше юҡтыр.

🚀Ә бына Башҡортостандан да космонавт барлығын белә инегеҙме?

🟡 Әлшәй районы Никифар ауылында тыуған Урал Нәжиб улы Солтанов 48 самолет һәм уларҙың модификацияларында 4000 сәғәттән ашыу осош яһаған 1-се класлы лётчик-һынаусы һәм “Буран" орбиталь карабында йыһанға осорға әҙерҙәнә, әммә илдәге хәлдәргә бәйле йыһанға эләкмәй.

🟡Өфө урамдарының береһенә һәм Балалар ижады йортона исеме бирелгән космонавт Владимир Комаровтың ҡатыны Валентина яҡташыбыҙ булған. Шуға улар Башҡортостанға һәм Өфөгә йыш килеп йөрөгән, космонавт хатта 1965 йылда Дуҫлыҡ монументын асыуҙа ҡатнаша.

Ә бөгөн йыһанға башҡорт балы оса.

Был файҙалы аҙыҡты космонавтар бик яратып ашай.

🚀Космонавт булыр өсөн ниндәй талаптарҙы үтәргә кәрәк?

Быны һүрәттәге инструкцияны уҡып белегеҙ😉
👍3💘1