Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.08K photos
1.62K videos
1 file
278 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һеҙгә лә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа барырға кәрәк! 📝

Видео: Башфонд.
😁7👏3
📌 "Башҡортостан геройҙары" республика программаһына ғариза яҙған Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар онлайн тест һорауҙарына яуап биргән.

"Башҡортостан геройҙары" программаһы республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән 2025 йылдың 24 февралендә башланғайны. Ул етәксе кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән.

Бөтәһе 2026 кеше теркәлеү үткән. Күбеһе республиканан, әммә араларында Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән булғандар ҙа бар.

Киләһе этап - әңгәмәләшеү. Ул 14 апрелдән 12 майға тиклем үтә.
👍3💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бөгөн ҡыш. Ә һеҙҙә? 💙
2💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әле бар донъяны баҫып ап-аҡ ҡар яуғанда, беҙ йәмле йәйҙә Башҡортостаныбыҙ гүзәллегенә һоҡланып алайыҡ әле 😍

Видео: Алиса Ғәләүетдинова.
🔥52
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосындағы Һомай тураһында Наҙгөл Ҡасимова психолог күҙлегенән һөйләй.

Килешәһегеҙме?
👍9🤝2🤔1
Бөгөн ҡапыл яуған ҡарға ҡарап, башҡорт халыҡ мәҡәлдәренән аҡыл менән уртаҡлашмаҡ булдыҡ әле.


Ә һеҙ тағы ниндәй мәҡәл-әйтемдәр беләһегеҙ?
💘4💩1🤡1🖕1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Март айында Башҡортостан Милли музейында БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың "Емеш" тип аталған күргәҙмәһе ойошторолғайны.

Бында рәссамдың Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева әҫәрҙәренән илһам алып ижад иткән картиналары күрһәтелде.
👍6🔥21🤮1💩1
Изге йома мөбәрәк булһын!💟
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хәлдәр шулай. Ә һеҙҙә?

Видео: Кәримә Аралбаева.
🥰7😁4👏1💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Дамир Тайыповтың Башҡортостан Гимнын волейбол турнирында башҡарыуын "Юлдаш" радиоһы төшөрөп алған.

Йырсы "Йондоҙҙар командаһы" составында еңеү яулаған.

Ә һеҙ гимн һүҙҙәрен яттан беләһегеҙме?
9🔥1💘1
📌 Мейәс ҡалаһында Эмма Тимерғазина исемендәге "Урал гүзәле" конкурсының беренсе һайлап алыу туры үткән.

💟Халыҡ ижады йортонда 5 йәштән 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәләттәрен күрһәткән.

💟Улар башҡортса шиғыр һәм әкиәт һөйләгән, башҡорт халыҡ йыр-бейеүен башҡарған.

💟Финалға үткән ҡыҙҙар октябрҙә Силәбе ҡалаһында ойоштороласаҡ конкурсҡа саҡырылған.

Бына шундай гүзәл башҡорт ҡыҙҙары үҫә Силәбелә😍
5👍2🍌1
📌 Республика Хәрби Дан музейында "Хәтерләүе лә ҡурҡыныс, оноторға ла ярамай" тигән сара ойошторолған. Ул Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнөнә арналған.

Был көн Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан булдырылған.

🕊️1945 йылдың тап 11 апрелендә Бухенвальд концлагеры тотҡондары күмәкләп ҡаршылыҡ күрһәтә. Был күтәрелештең дүрт етәксеһенең береһе Башҡортостандың Архангел районы кешеһе, подполковник Баҡый Ғатаулла улы Нәзиров була.


Музейҙа үткән сараға хәрбиҙәр саҡырылған. Улар Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттары менән осрашҡан, 116-сы мәктәп һәм Million Voices вокал ансамбле уҡыусылары сығыш яһаған.

Балаларға фотодокументтар күрһәтелгән, концлагерҙар тарихын һөйләгәндәр һәм һуғыш осоро йырҙарын башҡарғандар. Береһе лә битараф ҡалмаған.
👍41