КАРУАНСЫ КӨНӨ икән бөгөн!
🐪🐪🐪🐪🐪
🎋Был халыҡ-ара байрам 1995 йылдан алып билдәләнә.
🎋Уны 24 сентябрь – Британияның 16-17 быуаттарғы диңгеҙ сәйәхәтсеһе һәм навигаторы Уильям Адамстың тыуған көнөнә тура килтереп байрам итәләр.
Уильям Адамс Японияға барып еткән беренсе Европа кешеһе иҫәпләнә. 1597-1600 йылдарҙағы сәйәхәтенән һуң, ул 20 йыл Японияла йәшәй.
🎋Халыҡ-ара каруансы көнө Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һәм тәүге мосолмандарҙың Мәккәнән Мәҙинәгә күсенеүенә арналған байрам – Һижрә тамамланыуға ла арналған, тип иҫәпләй ҡайһы берҙәр.
🎋Сауҙагәрҙәр юл михнәттәрен бергә кисерергә иптәштәр эҙләп каруандарға ойошҡан, йөк тейәлгән малдар менән бер-бер артлы теҙелешеп юлға сыҡҡандар.
🎋Иң билдәле каруан юлы – Бөйөк ебәк юлы. Ул Ҡытайҙы Урта азия илдәре менән тоташтырған һәм б.э. II быуатынан алып билдәле булған.
🎋Бөйөк ебәк юлы башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙән дә үткәне билдәле.

❤4
ҺЫУ ТӘМЕ🌊
Бер үк ҡоҙоҡтан алып, бер нисә кеше үҙ ауылдарына һыу ташый.
Һыуҙы өләшеп алырға килеүселәр һәр саҡ һауыттарын йыуырға онота һәм кеменеңдер һауыты емеш һутлы, йәки балыҡлы, һөтлө була.
Билдәле, һауытына ҡарап, һыу ҙа төрлө тәм ала. 🍓🐠🍼
Һыу ташыусылар, һауытығыҙ таҙа булырға тейеш, тип иҫкәртә иҫкәртеүгә, ләкин уларҙың һүҙенә берәү ҙә иғтибар итмәй. Шуға ла улар һыуҙы бысраҡ һауыттарға тултырып бирергә мәжбүр була. Ә ауыл кешеләре тәүҙән үк уларҙың һыуы шундай тәмдә булған тип ҡабул итә.
Бер саҡ бер ауыл кешеләре икенсенеке менән осраша һәм килтерелгән һыуҙың тәме, үҙенсәлектәре тураһында һөйләшеп китәләр.
Шундай һығымта яһала: уларға килтерелгән һыу төрлө, тимәк, төрлө ҡоҙоҡтрҙан алынғандар.
Шунан ике ауылдың кешеләре бер-береһенә, минең һыуым иң яҡшыһы, минең һыуым ғына иң саф, тип иҫбатларға тотона. Ошо арҡала оло бәхәс ҡуба һәм дошманлашалар.
Үҙҙәренең томаналығы арҡаһында улар һыуҙы түгел, ә уға үҙҙәре биргән тәмде баһалауҙарын аңламай.
📍Ә бит бөгөн дә күҙәтелә бындай күренештәр...

Forwarded from БИШБАРМАҠ ШОУ
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
- Билдәле шоу – мэн, Өфө ҡалаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының актеры, алып барыусы Шәһит Хамматов нимә тураһында хыяллана?
- Үҙе тыуҙырған Хоттабыч образында ул күпме аҡса эшләгән?
- Шәһит Хамматов ниндәй хоккей ярата?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар – 35 минутлыҡ “Бишбармаҡ – шоу” подкастында! Ҡарағыҙ, “лайк” тар ҡуйығыҙ, дуҫығыҙ менән бүлешегеҙ һәм комментарийҙар ҡалдырығыҙ!
- О чем мечтает популярный шоу – мэн, талантливый актер Уфимского национального молодежного театра им. Мустая Карима Шагит Хамматов?
- Сколько он денег заработал на своем образе “Хоттабыча” ;
- Какой хокей он любит больше?
Ответы на эти вопросы узнаете, посмотрев 35 – минутный подкаст на башкирском языке “Бишбармаҡ – шоу”. Ставьте лайки, комментируйте и отправьте это видео тому, кому возможно будет интересно!

❤4🔥2
📅КАЛЕНДАРҘА: 25 сентябрь
РЮМИН АЛЕКСАНДР ВЛАДИМИРОВИЧтың тыуыуына 110 йыл (1914-2006 йй).
✅Ул ғалим, Башҡортостан ҡурсаулығы Ағиҙел буйы филиалының өлкән ғилми хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты.
✅Тап ул ғалимдарҙан беренсе булып Шүлгәнташ мәмерйәһендә палеолит осоро мәғәниәтенең Көньяҡ Урал үҙәген һәм ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәрен аса.
✅Был асыш 1959 йылда яһала.
📌ҺҮРӘТТӘ: “Һүрәттәр залы”ның көнсығыш панноһының иң тәүге төҫлө фотоларының береһе. Рюмин 1960 йылда төшөргән.

❤5
Элвин Грейға (Радик Юлъяҡшин) Мәскәүҙә таяҡ (бита) бүләк иткәндәр. Вәт.
👏4
💡РУДЕНКО: Башҡорттар йондоҙҙар тураһында💫
Айырым йондоҙлоҡтарҙың исемдәре лә бар:
🌠Етегән (Большая Медведица),
🌠Сулпан (Венера),
🌠Өлкәр (Плеяды),
🌠Арҡанаҡ, Тимер Ҡаҙыҡ (Полярная звезда),
🌠Эңерсе йондоҙ, Зөһрә йондоҙ, Көйәнтә йондоҙ, Һары ат, Буҙ ат (Етегән йондоҙлоғондағы йондоҙҙар һәм йондоҙлоҡтар),
🌠таң сулпаны (утренняя зарница),
🌠шәфәҡ йондоҙ (вечерняя зарница),
🌠Ҡош юлы йәки ҡаҙ юлы (Млечный путь)”.
📚Күренекле ғалим Сергей Руденко үҙенең “Башҡорттар” китабында бына шулай тип яҙған.
❓Ә ҺЕҘ БАШҠОРТСА ЙОНДОҘҘАР ҺӘМ ЙОНДОҘЛОҠТАР ИСЕМЕН БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?
“Йондоҙҙар һәм планеталар, башҡорттар күҙаллауынса, һауала аҫылынып тора һәм күккә йыуан тимер сылбыр менән нығытып ҡуйылған. 🌏⭐Айырым йондоҙлоҡтарҙың исемдәре лә бар:
🌠Етегән (Большая Медведица),
🌠Сулпан (Венера),
🌠Өлкәр (Плеяды),
🌠Арҡанаҡ, Тимер Ҡаҙыҡ (Полярная звезда),
🌠Эңерсе йондоҙ, Зөһрә йондоҙ, Көйәнтә йондоҙ, Һары ат, Буҙ ат (Етегән йондоҙлоғондағы йондоҙҙар һәм йондоҙлоҡтар),
🌠таң сулпаны (утренняя зарница),
🌠шәфәҡ йондоҙ (вечерняя зарница),
🌠Ҡош юлы йәки ҡаҙ юлы (Млечный путь)”.
📚Күренекле ғалим Сергей Руденко үҙенең “Башҡорттар” китабында бына шулай тип яҙған.
❓Ә ҺЕҘ БАШҠОРТСА ЙОНДОҘҘАР ҺӘМ ЙОНДОҘЛОҠТАР ИСЕМЕН БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?
🔥6
Абдулла Солтанов — Урал (www.hotplayer.ru)
<unknown>
Абдулла СОЛТАНОВҡа - 96 йәш булыр ине
🍀Башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, мәшһүр йырсы Абдулла Афзал улы Солтанов 1928 йылдың 25 сентябрендә Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған.
Бөгөн йырсы тураһында хәтирәләр уның йырҙарын тыңлаған һәр кемдең йөрәгендә йәшәй. ❤

❤6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
“БАШҠОРТТАР ҠОТҠАРҘЫ”, - тип һөйләр булған Марина Швыдкая - Рәсәй Президентының халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле Михаил Швыдкойҙың әсәһе.
💥Баҡтиһәң, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Марина Юлиановна әсәһе менән Өфөгә йәшәргә күсенә.
Ул бында 1941 йылдың аҙағында эвакуацияланған Беренсе Мәскәү медицина университетына уҡырға инә.

“Шунлыҡтан Өфө минең өсөн бик яҡын. Ер үҙәге кеүек”, - ти Михаил Ефимович.❤4😁1
ҠАРА АҠҠОШ
Күргәнемә үҙем ышанманым:
Томбойоҡло күлдең өҫтөндә,
Талғын ғына аҡҡош йөҙә ине,
Үҙе — ҡара дегет төҫөндә.
Ашыҡһам да барыр ерҙәремә,
Ҡырыҫ шофер бүлеп юлымды,
Күрһәткәйне бер саҡ, о, мөғжизә:
Ҡайын — үҙе ҡара олонло.
...Әллә күңел ҡырыҫлана, әллә
Мөғжизәләр кәмей баралар.
Ғәжәпләнмәм хәҙер "... фәлән ерҙә
Яуған, тиһәләр ҙә, ҡара ҡар".
Сөнки беләм, шундай мәлдәр була:
Көн итәһең өнһөҙ төңөлөп.
Нимә генә аҡҡош ҡаралығы —
Ап-аҡ көндәр ҡара төн кеүек.
Өҙөлөп көткән аҡ бәхеттәр ҡайсаҡ
Төрөнөп килә ҡарҡ ҡайғыға.
Хайран булам шул саҡ,
Ғәжәпләнеп
Баҡҡаныма ҡара ҡайынға.
Уй-тойғолар баҫа ҡойон кеүек,
Баҫа ярһып, шашып, ҡотороп —
Аҡ ҡайындар гөлтләп көл булырлыҡ,
Аҡҡоштарың шашлыҡ булырлыҡ.
...Ҡара төндән аҡ көндәргә күсеп,
Йәшел йәйҙән күсеп аҡ ҡышҡа,
Йәшә, кеше! Ғәжәпләнеп кенә
Ҡара ҡайын, ҡара аҡҡошҡа.
Рәйес ТҮЛӘК.
Күргәнемә үҙем ышанманым:
Томбойоҡло күлдең өҫтөндә,
Талғын ғына аҡҡош йөҙә ине,
Үҙе — ҡара дегет төҫөндә.
Ашыҡһам да барыр ерҙәремә,
Ҡырыҫ шофер бүлеп юлымды,
Күрһәткәйне бер саҡ, о, мөғжизә:
Ҡайын — үҙе ҡара олонло.
...Әллә күңел ҡырыҫлана, әллә
Мөғжизәләр кәмей баралар.
Ғәжәпләнмәм хәҙер "... фәлән ерҙә
Яуған, тиһәләр ҙә, ҡара ҡар".
Сөнки беләм, шундай мәлдәр була:
Көн итәһең өнһөҙ төңөлөп.
Нимә генә аҡҡош ҡаралығы —
Ап-аҡ көндәр ҡара төн кеүек.
Өҙөлөп көткән аҡ бәхеттәр ҡайсаҡ
Төрөнөп килә ҡарҡ ҡайғыға.
Хайран булам шул саҡ,
Ғәжәпләнеп
Баҡҡаныма ҡара ҡайынға.
Уй-тойғолар баҫа ҡойон кеүек,
Баҫа ярһып, шашып, ҡотороп —
Аҡ ҡайындар гөлтләп көл булырлыҡ,
Аҡҡоштарың шашлыҡ булырлыҡ.
...Ҡара төндән аҡ көндәргә күсеп,
Йәшел йәйҙән күсеп аҡ ҡышҡа,
Йәшә, кеше! Ғәжәпләнеп кенә
Ҡара ҡайын, ҡара аҡҡошҡа.
Рәйес ТҮЛӘК.
🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов һәйкәле. 💞
📌Барып күрҙегеҙме әле?
Видео: Юлдаш Мусин.
📌Барып күрҙегеҙме әле?
Видео: Юлдаш Мусин.
❤8👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ҠЫПСАҠТАР ҠОР ЙЫЙҘЫ
Август айы аҙағында Ҡыпсаҡ ырыуының беренсе йыйыны үткәйне.
📌Йыйынды Күгәрсен районында, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған ауылы Тәүәкәндә ойошторҙолар.
✅Унда Башҡортостандың 20 районынан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан делегаттар, ҡунаҡтар ҡатнашты.
✅Халыҡ өсөн матур байрам сараһы, Бәндәбикә, Ерәнсә сәсән йәшәгән дәүерҙе сағылдырған 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашлығындағы театрлаштырылған тамаша, күргәҙмәләр ойошторолдо.
✅Ҡыпсаҡтарҙың майҙан тотор батыр вариҫтары төрлө милли уйындарҙа көс һынашты.
✅Ә Тәүәкән мәҙәниәт йортонда ил яҙмышына, халыҡтың киләсәгенә тәьҫир итер мөһим мәсьәләләр буйынса кәңәшләштеләр.
✅ Унда ҡыпсаҡ ырыуының ҡор башы итеп күренекле тел белгесе, ғалим Әхәт Сәлихов һайланды.
💥Ырыуҙаштар аралашып, күңелдәрен күтәреп, туҙаныҡ ептәрен нығытып ҡайтты.
📍Йыйынды Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ярҙам фонды уҙғарҙы.

Бер юлы өс яңы фильм!
⚡Быйыл көҙ Башҡортостанда бер юлы өс фильм донъя күрәсәк.
Был хаҡта “Башҡортостан” киностудияһынан хәбәр итәләр.
Бөтә фильмдар ҙа Махсус хәрби операция темаһына арналған һәм яугирҙарыбыҙҙың батырлығын, ауыр һынауҙар килгәндә халҡыбыҙҙың берҙәмлеген, ярҙамсыллығын сағылдырасаҡ.🤝
Яңы фильмдар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт һүрәттәрҙә⬆️

ТАТАРҘАР БАШҠОРТ ХАЛЫҠ УЙЫНЫН СӘЛДЕРЕРГӘ МАТАШАМЫ?
Быйыл сентябрь башында Ҡаҙағстанда үткән Бөтә донъя күскенселәр уйындары сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция ла ойошторолған.
“Күсмә халыҡтар: тарих, белемдәр, дәрестәр” тип аталған ул.
Ҡатнашыусыларҙың мәҡәләләре йыйынтыҡҡа тупланған һәм... “Татарская игра на лошадях – “Аударыш” тигән мәҡәләгә иғтибар иттек.
📌Авторҙар
✅Уны Яр Саллылағы “ТИСБИ” идаралыҡ университеты филиалының профессоры, педагогия фәндәре докторы Зинаида Кузнецова, тағы ла бер Кузнецова Е.А. (кем булыуын асыҡлай алманыҡ), Әлмәт дәүләт колледжы уҡытыусылары Миннур Латипова менән Гөлнур Төхвәтуллина тигән ханымдар яҙған.
✅Был уйынды Татарстанда Лениногорск районында урынлашҡан “Алмаҡай” ат фермаһы ойоштора икән.
Артабан авторҙар “егет”, “бәйге”, “татар аты” төшөнсәләрен аңлатып маташа ла... башҡорттар һәм Башҡортостанда ойошторолған ауҙарыш уйыны тураһында бәйән итеүгә күсә!😨😨😨
Шунан
📌Бынан беҙ “Ауҙарыш” уйыны – башҡорт халыҡ уйындарының береһе, Башҡортостанда уны күршеләргә ҡарағанда кәмендә 7 йыл элек үткәргәндәрен, әммә татар атын популярлаштырыу өсөн уны “сәлдерергә” кәрәк булыуын аңлайбыҙ.
✅Ә инде “татар аты” тигәнгә килгәндә, мәҡәләлә үк яҙылған:
❗Мәҡәлә нигеҙләнгән әҙәбиәт исемлегендә кемдәр тураһында хеҙмәттәр килтерелгән тип уйлайһығыҙ? Тааап шулай! Башҡорттар тураһында! 😁
Исемлекте абруйлы ғалим Руденко Сергей Ивановичтың “Башҡорттар”ы менән башлап ебәреп, башҡорт ғалимдары Р.Ғ. Күзеев, Р.З. Янғужин, З.Ғ. Әминев, Р.З. Сәмиғуллин, Р.А. Солтангәрәева, Г.Р. Шаһаповаларҙың ғилми хеҙмәттәренә, бар донъяға башҡорттар тураһында яҙғаны билдәле И.И. Георги, В.М. Черемшанский ҙа төшөп ҡалмаған.
Шундай абруйлы бөтә донъя кимәлендәге сараның фәнни-ғәмәли конференцияһына мәҡәләләр ҡабул итеүселәрҙең белем кимәленә шикләнергә, бөтә донъяны алдарға батырсылыҡ иткән татар авторҙарының оятһыҙлығына аптырарға ғына ҡала.💁♂️💁♀️
Хәҙер күршеләрҙең күҙенән атыбыҙҙы, ҡурайыбыҙҙы, хатта Ҡыш бабайыбыҙҙы ғына түгел, һәр “ҡыбырлаған” нәмәбеҙҙе патентлап “йәшерергә” генә ҡала!
Быйыл сентябрь башында Ҡаҙағстанда үткән Бөтә донъя күскенселәр уйындары сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция ла ойошторолған.
“Күсмә халыҡтар: тарих, белемдәр, дәрестәр” тип аталған ул.
Ҡатнашыусыларҙың мәҡәләләре йыйынтыҡҡа тупланған һәм... “Татарская игра на лошадях – “Аударыш” тигән мәҡәләгә иғтибар иттек.
📌Авторҙар
“Был уйындарҙы беҙҙең ата-бабалар уйнаған”: татарҙар тарихи спорт төрө “Ауҙарыш”ты – атта һыбай көрәште тергеҙә” тип башлай “ғилми” мәҡәләне.✅Уны Яр Саллылағы “ТИСБИ” идаралыҡ университеты филиалының профессоры, педагогия фәндәре докторы Зинаида Кузнецова, тағы ла бер Кузнецова Е.А. (кем булыуын асыҡлай алманыҡ), Әлмәт дәүләт колледжы уҡытыусылары Миннур Латипова менән Гөлнур Төхвәтуллина тигән ханымдар яҙған.
✅Был уйынды Татарстанда Лениногорск районында урынлашҡан “Алмаҡай” ат фермаһы ойоштора икән.
Артабан авторҙар “егет”, “бәйге”, “татар аты” төшөнсәләрен аңлатып маташа ла... башҡорттар һәм Башҡортостанда ойошторолған ауҙарыш уйыны тураһында бәйән итеүгә күсә!😨😨😨
“Ауҙарыш беҙҙең көндәрҙә. Бөгөн Башҡортостан да “Ауҙарыш” милли уйынын тергеҙеүгә әүҙем ҡушылды. Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев (ул 2021 йылдан икенсе эштә инде) ҡатай ырыуы башҡорттары һыбай көрәшеүҙе 2016 йылдан алып үткәрә башланыҡ, 2020 йылда ҙурыраҡ кимәлгә күтәрелдек, тип аңлата. Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында спорт уйынының турниры уҙа” – тип, тотош ҡына Башҡортостанда үткәрелгән Ауҙарыш уйыны тураһында яҙалар.Шунан
“5 октября 2023 года при поддержке Минсельхозпрода РТ в Лининогорском районе состоялся I Чемпионат Республики Татарстан, Россия по национальному виду спорта “Аударыш” – борьба на татарских лошадях”, - тип һығымта яһап ҡуя авторҙар.🤦♂️🤦♀️🤦♂️🤦♀️📌Бынан беҙ “Ауҙарыш” уйыны – башҡорт халыҡ уйындарының береһе, Башҡортостанда уны күршеләргә ҡарағанда кәмендә 7 йыл элек үткәргәндәрен, әммә татар атын популярлаштырыу өсөн уны “сәлдерергә” кәрәк булыуын аңлайбыҙ.
✅Ә инде “татар аты” тигәнгә килгәндә, мәҡәләлә үк яҙылған:
“Татар тоҡомло аттар рәсми рәүештә 2018 йылда теркәлде. Дөрөҫ, был селекция эше өсөн тоҡом айғыры һәм бейәләре Башҡортостандан һәм Силәбе өлкәһенән килтерелде, шулай ҙа татар атының тоҡом стандарттары үҙенеке”. Башҡорт атынан “яһалған” һәм 2018 йылда ғына теркәрлән тоҡомдо авторҙар телгә алған боронғо ҡытайҙар ҡайҙан белә алһын ти. Төптө ялған был!❗Мәҡәлә нигеҙләнгән әҙәбиәт исемлегендә кемдәр тураһында хеҙмәттәр килтерелгән тип уйлайһығыҙ? Тааап шулай! Башҡорттар тураһында! 😁
Исемлекте абруйлы ғалим Руденко Сергей Ивановичтың “Башҡорттар”ы менән башлап ебәреп, башҡорт ғалимдары Р.Ғ. Күзеев, Р.З. Янғужин, З.Ғ. Әминев, Р.З. Сәмиғуллин, Р.А. Солтангәрәева, Г.Р. Шаһаповаларҙың ғилми хеҙмәттәренә, бар донъяға башҡорттар тураһында яҙғаны билдәле И.И. Георги, В.М. Черемшанский ҙа төшөп ҡалмаған.
Шундай абруйлы бөтә донъя кимәлендәге сараның фәнни-ғәмәли конференцияһына мәҡәләләр ҡабул итеүселәрҙең белем кимәленә шикләнергә, бөтә донъяны алдарға батырсылыҡ иткән татар авторҙарының оятһыҙлығына аптырарға ғына ҡала.💁♂️💁♀️
Хәҙер күршеләрҙең күҙенән атыбыҙҙы, ҡурайыбыҙҙы, хатта Ҡыш бабайыбыҙҙы ғына түгел, һәр “ҡыбырлаған” нәмәбеҙҙе патентлап “йәшерергә” генә ҡала!
❤2🔥2😁1
"БАШҠОРТ ОҘОН ҒҮМЕРЛЕГЕ. ТУРИЗМ" сиктәрендә сәйәхәт иткәнегеҙ бармы?😎
📌Был нимә ул?
✅Был проект республикабыҙҙа бойомға ашырыла һәм унда 55 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙар, 60 йәште уҙған ир-егеттәр ҡатнаша ала.
✅Республиканың төрлө иҫтәлекле урындарына бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирелә.
✅Был программаға эләгеү өсөн теркәлеү үтеп, квота алырға кәрәк.
✅Һәр район-ҡалала проекттың вәкилдәре бар һәм уларға ярҙам артынан мөрәжәғәт итергә була.
📌Ҡайҙа урындар ҡалған:
🍀Өфө, Октябрьский, Салауат ҡалаларында;
🍀Архангел, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Белорет, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дүтрөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Мәсетле, Миәкә, Нуриман, Хәйбулла, Яңауыл райондарында.
📌Әлегә 2023 йылда бүленгән квоталар бойомға ашырыла.

👍2