This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔰"Төньяҡ амурҙары"на мәңгелек дан!
🏹Уны 1812-1814 йылғы Ватан һуғышына 205 йыл тулыуға арнап, 2017 йылда асҡандар.
🏹Мемориал проектының авторы - билдәле реконструктор Илдар Шәйәхмәтов.
🏹 Наполеон ғәскәренә ҡаршы һуғышҡан башҡорттарҙың мәргәнлегенә хайран ҡалған француздар уларҙы "Төньяҡ амурҙары" тип атаған.
🔹Был һуғышта 28 башҡорт полкы ҡатнашҡан.
🔰Видеола "Ҡаһым түрә" башҡорт халыҡ йыры яңғырай.
🔸Ҡаһым түрә - 1812-1814 йылдарҙағы һуғышта башҡорт полкы командиры була.
📍 1812-1814 йылғы Ватан һуғышында орден-миҙалдарға лайыҡ булған башҡорт яугирҙары тураһында уҡы: #ВатанЯугиры
Ғафури районының Красноусол ауылында бына шундай матур мемориал бар.
🏹Уны 1812-1814 йылғы Ватан һуғышына 205 йыл тулыуға арнап, 2017 йылда асҡандар.
🏹Мемориал проектының авторы - билдәле реконструктор Илдар Шәйәхмәтов.
🏹 Наполеон ғәскәренә ҡаршы һуғышҡан башҡорттарҙың мәргәнлегенә хайран ҡалған француздар уларҙы "Төньяҡ амурҙары" тип атаған.
🔹Был һуғышта 28 башҡорт полкы ҡатнашҡан.
🔰Видеола "Ҡаһым түрә" башҡорт халыҡ йыры яңғырай.
🔸Ҡаһым түрә - 1812-1814 йылдарҙағы һуғышта башҡорт полкы командиры була.
📍 1812-1814 йылғы Ватан һуғышында орден-миҙалдарға лайыҡ булған башҡорт яугирҙары тураһында уҡы: #ВатанЯугиры
🔥7❤2💘2👍1
Өс мөғжизә мине әсир алды -
Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше.
Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға.
Төбө күренер бына асылыр ҙа.
Ҡатын кеше генә
Асылмаҫ сер,
Тылсым булып ҡалыр асылында.
Мостай КӘРИМ.
🔹Фото: нейроселтәр ярҙамында Айгөл Шәйәхмәтова эшләгән.

🥰9👍6❤🔥5💘2❤1👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ир ҡанаты - ат булыр.
Видео: "Мин - Абҙаҡтан" төркөмөнән.
🥰10👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәштәрҙең ошондай видеолар төшөрөүен инде оҡшатам.
Тыуған йортобоҙ шундай йәмле шул!
Видео: ilyuza_travel
❤11🔥3
📌НӘРӘЛЕ ҺЫРТЫ
🔹Ул Башҡортостандың Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылынан төньяҡ-көнбайыштараҡ бер аҙ алыҫлыҡта урынлашҡан.
🔹Һырттың иң бейек урыны - 752 метр. Уның баштары урманһыҙ.
🔹Итәгендә Мейәс , уның ҡушылдығы Шырымбай һәм Уй йылғаһының ҡушылдығы булған Шарҙатма йылғалары башланғыс ала.
Русса "Нурали" тип йөрөтөлгән һырт атамаһы үҙебеҙсә бына шулай яңғырай.
🔹Ул Башҡортостандың Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылынан төньяҡ-көнбайыштараҡ бер аҙ алыҫлыҡта урынлашҡан.
🔹Һырттың иң бейек урыны - 752 метр. Уның баштары урманһыҙ.
🔹Итәгендә Мейәс , уның ҡушылдығы Шырымбай һәм Уй йылғаһының ҡушылдығы булған Шарҙатма йылғалары башланғыс ала.
❤🔥8🔥3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔰Башҡортостанда асыласаҡ Йәшмә йорто ниндәй була?
📍Ул Өфөләге Пушкин урамы, 106-сы йортта урынлашасаҡ. Был Совет майҙаны һәм Милли музейға яҡын ғына.
🔸Яңы объекттың проектын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа күрһәткәндәр.
🔸Тотош йәшмә менән ҡапланған үҙенсәлекле залдан тыш, бында башҡорт тәбиғәте, батырҙары, ҡиммәтле коллекциялары, һынлы сәнғәткә бағышланған урындар буласаҡ.
🔸Шулай уҡ Эрмитаж һәм Рус музейынан күргәҙмәләр килтереү ҡаралған.
❓Шәп бит?!

🔥4❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өйөрөлөп-сөйөрөлөп үтеп барамы тағы бер көн? 😉
Видео: Айгөл Вилданова.
Имен булығыҙ!
Видео: Айгөл Вилданова.
❤11👍6🥰2💋1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тормош - сәскәләрҙән торған юл.
Хәйерле көн, күтәренке кәйеф теләйбеҙ! 🥰
❤9🥰3👍1🔥1💘1
📌 "Үлемһеҙ полк" акцияһына әҙерлек бара.
🔹Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Өфөләге төп саралар 9 майҙа ойошторола.
🔹Хәрбиҙәр, хәрби техника парадтары һәм "Үлемһеҙ полк" тантаналы итеп урамдар буйлап үтәсәк.
📍 "Үлемһеҙ полк" Галле ҡалаһы урамы киҫелешенән алып, Кольский урамына тиклем Октябрь проспекты буйлап "атлай".
✅ Ваҡыты:
🔹10:00 — 11:00 – төп колоннаға теҙелеү хэм ҡатнашыусыларҙы туплау;
🔹 11:00 - 11:12 – бөтә республика менән «Бер минут тынлыҡ»;
🔹 11:12 - 13:00 – "Үлемһеҙ полк" колоннаһын оҙатыу.
☝️ Тантаналы йөрөшкә ҡатнаша алмаһағыҙ, "Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы онлайн" акцияһына ҡушылығыҙ.
Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәки тыл хеҙмәтсәне фотоһын беркетеп, 6️⃣ МАЙҒА тиклем ошо һылтанмаларҙың береһе буйынса ғариза бирергә кәрәк:
– 2025.polkrf.ru сайтында;
– ВКvk.com/polk_app ҡушымтаһында;
– ok.ru/app/polk ҡушымтаһында.
Һеҙҙең герой 9 майҙа 2025.polkrf.ru сайтында онлайн тантаналы йөрөтә ҡатнашасаҡ.

Байрам Совет майҙанында генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә һәм Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыуҙан башлана.
🔹Хәрбиҙәр, хәрби техника парадтары һәм "Үлемһеҙ полк" тантаналы итеп урамдар буйлап үтәсәк.
📍 "Үлемһеҙ полк" Галле ҡалаһы урамы киҫелешенән алып, Кольский урамына тиклем Октябрь проспекты буйлап "атлай".
Атлаған саҡта "Катюша" йырын русса һәм башҡортса йырлаясаҡтар.

👍3🔥2❤1🤮1