Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
287 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһының юбилейына махсус булдырылған "Уфачино" ҡәһүә эсемлегенең төп ингредиенты Өфө лимонарийында үҫеүен белә инегеҙме?

Ә ҡәһүә - ул кофе булыуын беләһегеҙҙер?


Беҙҙең видеоны ҡарағыҙ. 😉
❤‍🔥3👍1💘1
Туҡта мәл! Бер минутҡа ғына ошо постҡа "йөрәк" ҡуйырға туҡталып, хозур Учалы тәбиғәтенә ҡарап, ял итеп алығыҙ! 🥰
16👍2🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ғаилә менән ҡайҙа ял итергә?

Был һорау оҙайлы май байрамдарында бигерәк тә актуаль.

Беҙ һеҙгә 285 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән тауҙарҙың береһен - Торатауҙы барып күрергә кәңәш итәбеҙ.


Уның бейеклеге 280 метр.

📍 Координаттары:
53.554763
56.096763

Видео: salo_watt
6🔥1
📌 Башҡортостанлың Милли музейы май байрамдарында ла эшләй.

🔸Унда 2 майҙа тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтәсәк.

🔸3-сө майҙа бетеү билбау тураһында ҡыҙыҡ дәрес була.

🔸6-сы майҙан Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар теҙмәһе башлана.

🔹Бынан тыш, төрлө күргәҙмәләр эшләй.

Ял көндәрен яҡындарығыҙ менән файҙалы үткәрегеҙ!


📍Адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14.
👍5❤‍🔥11
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был моңло видеолар оҡшап ҡалды әле беҙгә. Тағы береһе менән бүлешәбеҙ шуға 💟

Видео: Ильяс Әлбәков һәм Артур Кәбиров.
9🔥4🥰1
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән! ☀️

1 май - яҙҙы ҡаршылау тантанаһы һәм хеҙмәткә дан көнө.

Наҙлы яҙғы ҡояш күңелдәрегеҙҙе йылыһын, яҡты киләсәккә өмөт сатҡылары ҡабыҙһын, ә тырышлығығыҙ емештәре ҡыуаныс һәм үҫеш бүләк итһен.

Айыҡ аҡыл, рух күтәренкелеге, киләсәккә ышаныс менән ҡарағыҙ! Хеҙмәтегеҙ ҡәнәғәтлек килтерһен, уңыштарығыҙ артһын, май ҡояшындай балҡып, йылмайып йәшәгеҙ! 🌷🌞
❤‍🔥4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн кем ҡырға йомортҡа тәгәрәтергә сыҡты?

📍 Видеола: Әбйәлил районы, Үтәгән ауылы.
❤‍🔥4👍4🔥2
📌 Бөгөн Башҡортостанда Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайынан Еңеүҙе яҡынайтҡан тыл хеҙмәтсәндәрен иҫкә алдылар.

"Ике ҡалабыҙ "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән почетлы исем йөрөтә - Өфө һәм Ишембай. Һуғыш йылдарында республикала нефть сығарғандар һәм эшкәрткәндәр, хәрби самолеттар өсөн двигателдәр йыйғандар, бронепоездар эшләгәндәр - бөтә сәнәғәтебеҙ фронтҡа ярҙам итеү өсөн эшләгән. Беҙ һәр саҡ ошо турала хәтерҙә тоторға тейеш",

- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

🔹Ул шулай уҡ Өфөләге "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһы тирәләй барлыҡҡа килгән матур скверҙы артабан да үҫтереүҙе дауам итергә вәғәҙә биргән, балаларыбыҙға республикабыҙ Еңеүгә ниндәй өлөш индереүен күрһәтеү мөһимлеген билдәләгән.

📍Әйткәндәй, быйыл Ишембай ҡалаһында ла стела төҙөлә башлай.

Беҙ ҙә тағы берҙе байрам менән ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ! 🌷🌷🌷
❤‍🔥3👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яратып, яратылып йәшәгеҙ! 💕

Видео: Наҙгөл Ҡасимова.
🔥114💘1
Хәйерле көн! ☀️
💘53❤‍🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Салауат районының хозур тәбиғәтен барып күргәнегеҙ бармы?

Видео: po_goram
5💘1