Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
663 subscribers
3.11K photos
1.63K videos
1 file
284 links
Download Telegram
📌 Башҡортостанлың Милли музейы май байрамдарында ла эшләй.

🔸Унда 2 майҙа тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтәсәк.

🔸3-сө майҙа бетеү билбау тураһында ҡыҙыҡ дәрес була.

🔸6-сы майҙан Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар теҙмәһе башлана.

🔹Бынан тыш, төрлө күргәҙмәләр эшләй.

Ял көндәрен яҡындарығыҙ менән файҙалы үткәрегеҙ!


📍Адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14.
👍5❤‍🔥11
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был моңло видеолар оҡшап ҡалды әле беҙгә. Тағы береһе менән бүлешәбеҙ шуға 💟

Видео: Ильяс Әлбәков һәм Артур Кәбиров.
9🔥4🥰1
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән! ☀️

1 май - яҙҙы ҡаршылау тантанаһы һәм хеҙмәткә дан көнө.

Наҙлы яҙғы ҡояш күңелдәрегеҙҙе йылыһын, яҡты киләсәккә өмөт сатҡылары ҡабыҙһын, ә тырышлығығыҙ емештәре ҡыуаныс һәм үҫеш бүләк итһен.

Айыҡ аҡыл, рух күтәренкелеге, киләсәккә ышаныс менән ҡарағыҙ! Хеҙмәтегеҙ ҡәнәғәтлек килтерһен, уңыштарығыҙ артһын, май ҡояшындай балҡып, йылмайып йәшәгеҙ! 🌷🌞
❤‍🔥4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн кем ҡырға йомортҡа тәгәрәтергә сыҡты?

📍 Видеола: Әбйәлил районы, Үтәгән ауылы.
❤‍🔥4👍4🔥2
📌 Бөгөн Башҡортостанда Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайынан Еңеүҙе яҡынайтҡан тыл хеҙмәтсәндәрен иҫкә алдылар.

"Ике ҡалабыҙ "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән почетлы исем йөрөтә - Өфө һәм Ишембай. Һуғыш йылдарында республикала нефть сығарғандар һәм эшкәрткәндәр, хәрби самолеттар өсөн двигателдәр йыйғандар, бронепоездар эшләгәндәр - бөтә сәнәғәтебеҙ фронтҡа ярҙам итеү өсөн эшләгән. Беҙ һәр саҡ ошо турала хәтерҙә тоторға тейеш",

- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

🔹Ул шулай уҡ Өфөләге "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһы тирәләй барлыҡҡа килгән матур скверҙы артабан да үҫтереүҙе дауам итергә вәғәҙә биргән, балаларыбыҙға республикабыҙ Еңеүгә ниндәй өлөш индереүен күрһәтеү мөһимлеген билдәләгән.

📍Әйткәндәй, быйыл Ишембай ҡалаһында ла стела төҙөлә башлай.

Беҙ ҙә тағы берҙе байрам менән ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ! 🌷🌷🌷
❤‍🔥3👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яратып, яратылып йәшәгеҙ! 💕

Видео: Наҙгөл Ҡасимова.
🔥114💘1
Хәйерле көн! ☀️
💘53❤‍🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Салауат районының хозур тәбиғәтен барып күргәнегеҙ бармы?

Видео: po_goram
5💘1
📌2 май – Ҡыҙыл Армия фашистик Германияның баш ҡалаһы Берлинды алған көн (1945 йыл)

🔰Ошо уңайҙан Гитлерҙың бункерын алған башҡорт командиры, подполковник Исхаҡ Ғүмәров тураһында хәтерҙе яңыртып китеү мөһим.

Теүәл 80 йыл элек Баймаҡ районы Үрге Мәмбәт ауылында тыуған Исхаҡ Иҙрис улы Ғүмәров Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән.

🔹5-се армия составындағы подполковник Исхаҡ Ғүмәров етәкселек иткән 1050-се уҡсы полкы 1945 йылдың апрель аҙаҡтарында Берлин ҡалаһында ҡаты һуғыштар алып бара.

🔹Ғүмәровтың полкы Трептов-парк, артиллеристар һәм танкистар ярҙамында Анхальт тимер юл вокзалын, үҙәк универмаг һәм "Европа" ҡунаҡханаһын ала.

🔹Бынан тыш, 1050-се полк авиация министрлығын, почтамт, гестапоны һәм Гитлерҙың бункерын һәм рейхсканцелярияһын ала.

🔸Подполковник Ғүмәров етәкселек иткән 1050-се полктың 2-се батальоны һалдаттары беренсе булып Рейхсканцелярияға бәреп инә, икенсе яҡтан 1-се батальон яугирҙары һөжүм итә.

🔸Артабан Ғүмәров полкының яугирҙары Гитлерҙың бетон бункера ташлана, бында ҡаты һуғыш була. Әммә 2-се батальон һалдаттары немецтарҙың ҡаршылығын һындырып, тағын да беренсе булып Гитлерҙың бункерын баҫып ала.

🎉2 майҙың 15 сәғәтенә совет ғәскәрҙәре фашистарҙың ояһын тулыһынса яулай.


🔰Берлинды фашистарҙан азат итеү тураһында яҙғанда тағы бер ҡаһарман яҡташыбыҙҙы хәтергә алырға кәрәк – Башҡортостандың Мишкә районы Янағош ауылында тыуған яугир Ғазый Заһитов 1945 йылдың 30 апрелендә 22 сәғәт 40 минутта беренселәрҙән булып Берлинда Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл Байраҡ ҡаҙай.
Уның иҫтәлегенә 2024 йылда Өфөләге Еңеү паркында һәйкәл ҡуйылды.

📍Фото: 1-2-се фотола Исхаҡ Ғүмәров. 3-сө фотола - Ғазый Заһитовҡа һәйкәл.
10🔥2👍1👎1
Тышта ямғыр яуһа ла, күңелегеҙҙә ҡояш булһын!

Фото: Зиннур Боҫҡонов.
4💘2👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө йүкәләре беҙҙең хаҡта ла әле япраҡ яра-яра һөйләрҙәр...


Видео: Лилиә Йылҡыбаева.
💘7🔥3❤‍🔥1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📍Еләкташ тауы. Белорет районы.

Тауҙы русса Малиновая тип йөрөтәләр. Туристар яратҡан тауҙарҙың береһе.

Тауға менгән юлда саф һыулы шишмәләр йыш осраһа ла, ҡоролоҡ осоронда Белорет ҡалаһында уҡ кәрәкле күләмдә һыуҙы үҙегеҙ менән алығыҙ. Сөнки тауға үрләгән юлда ауылдар осратмаҫһығыҙ.


Видео: lesya_belaya
🔥72
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ремонт яһағанда төрлөһө була инде ул 🤭 Шулаймы?

Видео: Гөлдәр Сөләймәнова.
😁82
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн баш ҡалабыҙҙа ҡапыл аяҙытып ебәрҙе.

Бар донъя шулай алтын нурҙарға мансылып, йәмләнеп китте.
Ошо кәйефте һеҙҙең менән дә уртаҡлашабыҙ, төркөмдәштәр! 🥰
👍62🔥1