Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
287 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостан командаһы Алтай Республикаһында үткән "Ылаҡ" уйыны буйынса чемпионатта ҡатнашҡан.

Республикабыҙ данын Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары ир-егеттәренән торған "Күк бүре" командаһы яҡланы.

Улар көслө командалар менән ярышып, 4-се урынға сыҡты. Ҡотлайбыҙ! 🌹
👍9🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Фидан Ғафаровтың ниндәй йырҙарын беләһегеҙ?

Видео: Рәлиә Королек.
❤‍🔥5💘2😱1😢1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Үткәндәрҙә ҡалған, һүнмәҫ өсөн янған
Хыяд уттарыма табынам...


Видео: Ильяс Әлбәков һәм Радик Динәхмәтов.
❤‍🔥9🔥1
🪖Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә - 80 йыл!

Ошо айҡанлы ҡотлайбыҙ һәм аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!


🧧Иғтибарығыҙға Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир, журналист һәм уҡытыусы Төхфәт Фәттәхетдин улы Моратовтың шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

🧧Төхфәт Моратов 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1944 йылдың 27 декабрендә Латвияны азат итеү өсөн барған алыштарҙың береһендә Будэниске ауылы эргәһендәге Курзим бейеклектәрендә һәләк була.

🪔ДУҪ ҠӘБЕРЕ ЯНЫНДА

Хуш бул, дуҫҡай,
ҡәбереңә, бәлки,
Һуңғы тапҡыр килеп торамдыр.
Ишетәһеңме, позициялар буйлап,
- Һөжүмгә! – тип сигнал уйналды.
Был сигнал,
ҡаты оран булып,
Үс алырға беҙҙе саҡыра.
Ғәфү ит, дуҫ,
оҙаҡ тора алмайым,
Тағы атакаға ашығам.
Һәм ғәфү ит, дуҫҡай,
ҡәбереңде
Сәскә менән биҙәп торманыҡ.
Һәйкәл өсөн баш осоңа тағы
Йондоҙ-фәлән яһап торманыҡ.
Үҙ окобың – һинең ҡәберең булды,
Һәм һин – һалдат – уны аңларһың:
Хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең үпкәләргә
Ҡаты яҙмышына һалдаттың.
Башыбыҙҙы эйҙек окобыңа,
Бер минутҡа ғына теҙләнеп.
Үс алырға өнһөҙ анттар бирҙек,
Автоматты ҡыҫып, тешләнеп.
Залп бирмәнек,
һиңә тигән залптар
Дошман йөрәгенә атылыр.
Һеҙ ҡорбандар өсөн
иң ҙур һәйкәл –
Еңеү тигән һәйкәл һалыныр.

Төхфәт МОРАТ.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤‍🔥3🕊21😢1🤮1💩1🤡1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
12 секундҡа бар борсолоуҙарҙы онотоп тороғоҙ💘
💘8
📌 Өфө рәссамы Вера Фролованың "Үлемһеҙ полк" тигән триптихы.

🔹Картинаның беренсе өлөшө "Ата-бабалар хәтере" тип атала һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналған. Бында һүрәтләнгән ҡаһармандар араһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов та бар.

🔹Үҙәк өлөшө "Үлемһеҙ полк" тип атала һәм милләте, йәше, йәмғиәттәге урыны буйынса төрлө кешеләрҙе берләштерә. Барыһы ла атай-олатайҙарына рәхмәт йөҙөнән уларҙың фотоларын ҡулдарына тотоп бергә бара.

🔹Картинаның уң яҡ өлөшө - "Хәтер йылғаһы". Унда ҡыҙ олатаһының исеме яҙылған ҡағыҙ карапты ағыҙып ултыра.

"Барыһы ла Рәсүл Ғамзатовтың "Торналар" шиғырын беләлер. Был шиғырҙа кеүек һалдаттарҙың торналарға әүерелгәнен күптән күҙ алдыма килтереп йөрөй инем, әммә һүрәт төшөрөргә ашыҡманым. Һәм бына "Үлемһеҙ полк" акцияһында үҙем ҡатнашып, аҙаҡ телевизорҙан ҡарағас, хайран ҡалдым һәм ошо ваҡиғаға арналған һүрәт төшөрөргә булдым. Картина өс өлөштән тора һәм уларҙы осоп барған торналар тоташтыра",

- ти был эше тураһында рәссам Вера Фролова.
🔥31👍1🤬1🤮1💩1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кино түгел Башҡортостан был!


Видео: Земфира Рәшитова.
👍16❤‍🔥6🥰2🔥1💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районында бөгөн Еңеүҙе ҡаршылап🔥

Видео: Илдар Низамов.
👍8🔥64🤮2💘2💩1🤡1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районы Манышты ауылында ла бик күркәм байрам парады ойошторолған🔥

Еңеү көнөн һеҙҙең яҡта нисек хәтергә алдылар?

Видео-фотолар ебәрегеҙ, комментарийҙарҙа яҙығыҙ,
🥰7👍53🤮1💩1🤡1
Матур ялдар! ❤️

Фото: Динара Ғәлләмова.
10💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер❣️
5👍5💘4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Видеоларын яратып ҡараған Салауат Юнысовтан тағы ла ауыл күренештәре 💌
10👍4🔥3🤩2
Күгәрсен күҙе 🕊️
💘111👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт аҫалы балаҫы ниндәй булған?

Драматург, журналист Сәрүәр Сурина һөйләй.
🥰4👍3💘2
Ямғырҙан һуң, ти фотограф Зиннур Боҫҡонов.

Башҡортостаныбыҙ тәбиғәте һоҡланырлыҡ шул 💕
10👏3❤‍🔥1