Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
"БАШҠОРТ ОҘОН ҒҮМЕРЛЕГЕ. ТУРИЗМ" сиктәрендә сәйәхәт иткәнегеҙ бармы?😎

📌Был нимә ул?
Был проект республикабыҙҙа бойомға ашырыла һәм унда 55 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙар, 60 йәште уҙған ир-егеттәр ҡатнаша ала.
Республиканың төрлө иҫтәлекле урындарына бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирелә.
Был программаға эләгеү өсөн теркәлеү үтеп, квота алырға кәрәк.
Һәр район-ҡалала проекттың вәкилдәре бар һәм уларға ярҙам артынан мөрәжәғәт итергә була.

📌Ҡайҙа урындар ҡалған:

🍀Өфө, Октябрьский, Салауат ҡалаларында;
🍀Архангел, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Белорет, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дүтрөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Мәсетле, Миәкә, Нуриман, Хәйбулла, Яңауыл райондарында.

📌Әлегә 2023 йылда бүленгән квоталар бойомға ашырыла.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
https://news.1rj.ru/str/bashkortom/243

Теманы дауам итеп...

Татарстанда үткән ауҙарыш чемпионатында Баймаҡ егете еңеү яулап, Миннихановҡа Башҡортостан байрағын бүләк итә😎
👍6
Ҡышҡылыҡҡа файҙалы тәмлекәстәр әҙерләй башланығыҙмы, дуҫтар?
🥰3👍1
Karta_Expert_logo_bash (1) (1).pdf
846.4 KB
СЫУАҠ КӨНДӘР МЕНӘН ФАЙҘАЛАНЫП ҠАЛЫҒЫҘ!

Матур ял көндәре теләп, ҡояшлы көҙҙә яратҡан Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәткә өндәйбеҙ.🍒

📌Ҡайҙа барырға тиһегеҙме?

Республикабыҙ буйлап һеҙгә ҡыҫҡа юлкүрһәткес әҙер!

Ентекләберәк күҙ һалыу өсөн ссылка буйынса күсеп ҡарағыҙ 😉
3👍3
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры урынбаҫары Фидан Ишемғолов сәхифәһенән ҡабаҡ пирамидаһы.

Ә һеҙҙең баҡсала ниҙәр бар?

Бүлешегеҙ әле шул уңыштарығыҙ менән, белә алмай йонсоноҡ😁
4🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Урал тауҙары амбассадоры Чегодаев ҡыҙҙарын Белорет районына Айғырға алып барған.

Балаларға ла походта күңелле, тип яҙа ул.

Ә һеҙ ялдарға ғаилә менән тәбиғәт ҡосағына сығаһығыҙмы?
👍32
Ә ҺЕҘ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ, Башҡортостандың үҙ диңгеҙе барлығын? 🤭

Бөгөн, Бөтә донъя диңгеҙҙәр көнөндә, үҙебеҙҙең "диңгеҙгә", республикалағы иң ҙур күл - Асылыкүлгә ҡарап һоҡланып алайыҡ әле.😍

Асылыкүлдең һыуынан да тоҙ тәме килә, ти.😎

Тағы бер сере бар был күлдең: Заятүләктең һөйгәне Һыуһылыу йәшәй унда, вәт!😉😃
🥰2🔥1👏1
“ШАММАС УҠЫУҘАРЫ” БЕРЕНСЕ ТӨБӘК-АРА ФОРУМЫ УҘАСАҠ

Уны Стәрлебеш районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммас иҫтәлегенә ойошторалар.

📌Дүрт конкурс була:

Күңел моңом булыр ерем моңо...” Рауил Шаммас шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсы;

Ғүмереңдән яҡты ҡалһын...” Рауил Шаммастың тормош юлы һәм ижадына арналған фәнни-ғәмәли эштәр конкурсы;

Стәрлебаш – тамырым минең...” художестволы әҫәрҙәр, мәҡәләләр, крайҙы өйрәнеү эштәре, видеороликтар, фотоһүрәттәр, рәсемдәр, йырҙар конкурсы;

“Шағир яҙа, аҡ ҡағыҙға ята йөрәгенең һәр бер тибеше...” йәш авторҙар араһында шиғри конкурс (тема сикләнмәгән).

📍Баһалама ағзалары башҡорт, урыҫ, татар телдәрендәге эштәрҙе ҡараясаҡ.

📍Ғаризаны 2024 йылдың 30 сентябренән 31 октябренә тиклем тапшырырға мөмкин.

Кемдәр ҡатнаша ала?

Мәктәп уҡыусылары, студенттар, педагогтар, ғилми хеҙмәткәрҙәр, ижади интеллигенция вәкилдәре, ойошма һәм предприятие, мәҙәниәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, хаҡлы ялдағылар ҡатнаша ала.

📌6 ноябрҙә Стәрлебашта үткән форумда йомғаҡлау яһала.
4🔥1🥰1
ҒҮМЕРЕҢДЕ НИСЕК УҘҒАРАҺЫҢ?

Ғүмере буйы бәхетле йәшәгән бер суфый була. Уның һағышлы, моңһоу сағын бер кемдең дә күргәне булмай, ул һәр ваҡыт көлөп, йылмайып йәшәй.

Инде ул ҡартайған, үлем түшәгенә ятҡан. Шул саҡ бер шәкерте: “Беҙ һеҙгә һоҡланабыҙ. Нисек бер ваҡытта ла күңелһеҙләнмәй йәшәй алаһығыҙ? Быға нисек өлгәштегеҙ?” – тип һораған.

📍Суфый уға шулай тип яуап биргән: “Бының сере ябай ғына. Ун ете йәшем тулғанда мин бәхетһеҙлектең ни икәнен татығайным инде. Остазыма 70 йәш ине һәм ул миңә былай тине: “Ҡасандыр мин дә һинең кеүек ҡайғылы инем. Ләкин бер саҡ шундай уй килде башыма: был бит ни бары мин үҙем һайлаған халәт!”

Шунан бирле һәр бер иртә, уянғас, күҙҙәремде асырҙан алда үҙ-үҙемә һорау бирәм:
“Мин нимә теләйем? Бөгөн ҡайһыһын һайлайым?

Ахыр сиктә, гел шулай тура килә: мин хозурлыҡты һаҡлайым!” 💞
5🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өйгә ҡайтырға тартып торған үҙ кешеләрегеҙ булһын 🏡
🔥4👏1
Был донъялар, ана, ниндәй матур!
Ниндәй яҡты һаман иртәләр!
Бөгөнгө көн менән йәшәй белһәң,
Шунда ғына яҙмыш иркәләр…
Хужа булсы, зинһар, яҙмышыңа,
Үткәндәрҙе ҡалдыр үткәндә,
Йөҙөң бороп, зинһар, тайпылмасы
Бәхет маңлайыңдан үпкәндә.

Фирүзә АБДУЛЛИНА.
5
Уйылдан Нурғәле улы Ғәлин, ГТРК «Башкортостан» директорының урынбаҫары, талантлы журналист һәм телевидение дикторы, 2024 йылдың 28 сентябрендә вафат булды.

Ул 24 йыл ғүмерен журналистикаға арнап, күп кенә проекттарҙы тормошҡа ашырҙы һәм бер быуын профессионалдарҙы тәрбиәләне.

Уйылдан Нурғәле улының эшмәкәрлеге региональ телевидениены үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе.

Уның иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Яҡындарына һәм туғандарына түҙемлек теләйбеҙ.
😭8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
РУДЕНКО: Башҡорттар йәшен тураһында

Йәшен һәм күк күкрәүе, башҡорттар фекеренсә, Юғары илаһ ҡөҙрәте менән башҡарыла.

Ул фәрештәне шайтанға яза биреү өсөн ебәрә: фәрештә бер-береһенә бәрелгәндә шартлаған тауыш сығарыусы болоттарҙы ҡыуалаған.

Фәрештә шайтанды, кешеләрҙе аҙҙырып, йөрөгәне өсөн, эҙәрлекләп, осона утлы таштар бәйләнгән сыбыртҡы менән һуҡтырған.

Һуҡҡан ыңғайы таштар өҙөлөп шайтанға барып тейгән һәм йәшен ялтлаған.

Шайтандар йәшендән ҡурҡа һәм йәшен ваҡытында кеше йәшәгән торлаҡта йәшенә.

Был осраҡта йәшен, шайтанды эҙләп, өйҙө лә атырға мөмкин. Шуға күрә башҡорттар, шайтан өйгә инмәһен өсөн, йәшен ваҡытында тәҙрәләрҙе, ишекте, мөрйәләрҙе нығытып ябып ҡуя.

Ҡайһы бер ваҡытта шайтандар ямғыр ваҡытында индереүҙе үтенеп илаған бала сүрәтенә лә инә.

Йәшен атҡан өйҙә янғын сыҡһа, һыу һибеү гонаһ һаналған, шуға күрә әсегән һөт ярҙамында һүндергәндәр.

📚Күренекле ғалим Сергей Руденко үҙенең “Башҡорттар” китабында бына шулай тип яҙған.

📌📌Уның яҙмаларын #башҡорттар хештегы буйынса эҙләп уҡып барығыҙ.

#башҡорттар
👍3🔥1
Беренсе килеүсегә - автомобиль! 🚗

Кисәге Әбйәлил районы Асҡар ауылының һабантуй яланында Рәсәй Федерацияһы Геройы Илһамов Тамерлан Айсар улы иҫтәлегенә ат сабышы ойошторолған. 🏇🏇🏇

Бәйгелә Әбйәлил, Ейәнсура, Баймаҡ, Кушнарен, Белорет, Архангел райондарынан, Силәбе өлкәһенән килеп ҡатнашҡандар.

🏆Беренсе урын яулаусылар бына улар:

🏇1 урауҙа. Башҡорт тоҡомло, 2 йәшкә тиклемге аттар, 2400 м.:  Аҡсарлаҡ сапҡырында Илһам Хөсәйенов, хужаһы Илгиз Хөсәйенов, Ейәнсура районы;

🏇2 урауҙа. Юртаҡтар 3 йәштән алып, 2400 м.: Медовая юртағында Рәмзил Таймасов, хужаһы Илшат Ситдиҡов, Баймаҡ районы ;

🏇3 урауҙа. Яҡшы һәм ҡатнаш тоҡомло аттар 3 йәштән алып, 3600 м.: Лаки Эмпайер сапҡырында Снежана Таймасова, хужаһы Альберт Йәләлетдинов, Баймаҡ районы;

🏇4 урауҙа. Башҡорт тоҡомло аттар, 7200 м.: Пятак сапҡырында Игнат Дятлов, хужаһы Сергей Дятлов, Белорет районы;

🏇5 урауҙа. "Дуҫлыҡ" - бөтә төр тоҡомло һәм йәштәге аттар, 7200 м.: Бөркөт сапҡырында Динар Фазлетдинов, хужаһы Зөлфәр Мөхөтдинов, Әбйәлил районы.

🏇6 урауҙа. "Бәйге" - бөтә төр тоҡомло һәм йәштәге аттар, 9600 м.: Восходящая сапҡырында Вилдан Кинйәбаев, хужаһы Илдар Кинйәбаев, Силәбе өлкәһе.

🏆Призлы урын яулаусы барлыҡ ҡатнашыусыларға дипломдар, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр бирелде.

📌"Дуҫлыҡ" бәйгеһендә беренсе урын алыусыға ВАЗ-2115 автомобиле асҡыстары тапшырылған.
🔥4👍3