Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
674 subscribers
2.89K photos
1.56K videos
1 file
266 links
Download Telegram
💥Быйылғы йылда иң матур һәм әһәмиәтле байрамдарҙың береһе менән ихлас тәбрикләйбеҙ, милләттәштәр!

Урал батыр васыяты:

- Күрегеҙ барын күҙ мән:
Һыу уртлаған ауыҙыма
Дейеүҙәр тулды яу мән,
Йөрәгемде телделәр,
Ҡулдан көстө алдылар.
Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм,
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Уйым-уйым күлдәрҙең
Барында дейеү буласаҡ,
Уҫаллығын ҡыласаҡ,
Эсегеҙгә керәсәк.
Дейеүҙәрҙең ҡоһоро
Барығыҙға тейәсәк,
Шунан барың үләсәк.
Күлдең һыуын эсмәгеҙ,
Хараплыҡҡа төшмәгеҙ,
Дейеүҙәргә буй биреп,
Ҡул ҡаушырып тормағыҙ.
Дейеүҙәргә яу асып,
Диңгеҙҙе дейеүҙән әрсеп,
Ерҙә торлаҡ табыштым,
Кешеләрҙе яуыздан
Ҡотҡарырға тырыштым.
Менһәм, Буҙат бар ине,
Ҡулда булат бар ине;
Яу тупларлыҡ еремдә
Талай илем бар ине;
Ҡулдаш булыр илемдә
Батыр ирҙәр бар ине.
Шулар ҡәҙерен белмәнем,
Батырлыҡҡа маһайып,
Кәңәш ҡороп торманым,
Яңғыҙ башым уйланым,
Уңмаҫ юлды һайланым.
Улдарым, тыңлаң, һеҙгә әйтәм,
Бигерәк, илем, һиңә әйтәм:
Батыр, батыр булһаң да,
Батыр беләкле тыуһаң да,
Илдә йөрөп, ил күрмәй,
Тубығыңдан ҡан кисмәй,
Йөрәгең батыр булалмаҫ.
Яуызға юлдащ булмағыҙ,
Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ.
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Мин әрсегән еремдә
Кешегә байман табығыҙ:
Яуҙа булһа, баш булып,
Кешегә ил ҡороғоҙ,
Данлы батыр булығыҙ.
Олоно оло тейегеҙ,
Кәңәш алып йөрөгөҙ;
Кесене кесе тейегеҙ,
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Күҙенә сүп төшөрҙәй,
Күҙһеҙ булып ҡалырҙай
Еҫерҙәрҙең алдында
Күҙенә керпек булығыҙ.
Аҡбуҙатым, булатым
Илдә тороп ҡалыр у,
Өҫтөнә менеп сабырҙай,
Яуҙа ҡылыс һелтәрҙәй
Батырға менер ат булыр,
Батыр булмаҫ ирҙәргә
Менәр атым ят булыр.
Әсәгеҙгә әйтегеҙ,
Минән риза булһындар:
“Ирем, хуш бул!”, - тиһендәр.
Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
9🔥5👍3
📌 Бөгөн Күмертау ҡалаһындағы М. Рәхимов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы үтә.

Конкурс 27-се тапҡыр ойошторола. Унда башҡорт халҡының донъяға ҡарашын, рухи ҡиммәттәрен үҙендә туплаған әҫәрҙе яттан белеүсе балалар йыйылған.

Сара башланырға тора, күркәм милли кейемдәрҙәге балалар һәм уларҙың уҡытыусылары йыйыла башлаған.
7👍3🥰3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🎨Баш ҡалала "Әйҙә, играть" Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивалендә бына ошондай зауыҡлы магнитиктар за һатыуҙа бар.

Уларҙы оҫта Ренат Юнысов эшләй һәм һәр береһе тураһында мауығып һөйләй, күрһәтә ала.

📍 Әйткәндәй, бөгөн фестивалдең һуңғы көнө.
Мотлаҡ бөтә ғаиләгеҙ менән барып күреп өлгөрөгөҙ!
🔥6👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсын асыу тантанаһында балалар алдында филология фәндәре докторы, фольклорсы Розалия Солтангәрәева, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Ришат Вәхитов сығыш яһаны.

Телмәр оҫталығын, хәтер ныҡлығын, рух күтәренкелеген һынаған бәйге ҡыҙыу бара, тип хәбәр итә ҡатнашыусылар.
6👍4
📌 "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосының машинка менән ҡағыҙға баҫылған тәүге өлгөһөнөң күсермәһе Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейының "Турахан" визит-үҙәгенә тапшырылған.

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Хәҙер бында килгән һәр кем уны үҙ күҙҙәре менән күрә ала.
6👍2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Уралым" - көн матур тамамланһын өсөн иғтибарығыҙға моңло йыр.

Әнүәр Вәхитов башҡара.
🔥8💘5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә! ☀️

Йырсы ИРДАНдан илаһи күренеш һәм дәртле сәләм һеҙгә!

Өс көнлөк эш аҙнаһы "һә" тигәнсе еңел генә үтеп китһен!
🔥83
📌ИЮНЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР

Әгәр һандуғас төнө буйы һайрай икән, икенсе көндө көслө ел буласаҡ.
Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.
Июнь айында ямғырҙан һуң Салауат күпере пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ ваҡыт йылы буласаҡ.
Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.
Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.
Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.
Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ.
Ҡарлуғас йәйҙе башлай, һандуғаста йәй тамамлана.
Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, ҡояшлы яҡшы һауа торошо буласаҡ.

💯КӨНДӘРҘЕ ЛӘ КҮҘӘТЕГЕҘ:

1, 2 июнь ямғырлы булһа, ай ҡоро килер.
3 июнь ямғыр яуһа, көҙ ямғырлы булыр.
4 июнь көслө томан булһа, йыл уңышлы килә.
6 июнь ысын йәй башлана. Бынан һуң ҡырау төшмәй. Был көндө, ғәҙәәттә, гөлйемеш сәскә ата.
8 июнь балыҡтар һыу өҫтөнә сығып уйнаһа, тиҙ генә ямғыр яумаҫ.
9 июнь урман елһеҙ шаулаһа – ямғырға. Төнгө ысыҡ оҙаҡ кипмәһә – йәшенгә.
10 июнь көн тыныс, елһеҙ булһа – мул уңыш көт.
12 июнь көндө ысыҡ мул төшһә, аяҙ көнгә. Кистән ысыҡ төшмәһә, иртәгә ямғыр яуыр.
13 июнь ямғыр яуһа, ҡыш һыуыҡ килер.
15 июнь һауа торошо матур булһа, сентябрь йылы килер.
16 июнь иртәнге томан һыу өҫтөнә йәйелһә, ҡояшлы көн көтә.
17 июнь ямғыр яуһа, ул ике-өс көнгә һуҙыла.
20 июнь эҫе булһа, арыш уңыр..
26 июнь бал ҡорттары иртәнән эш башлаһа, көндәр матур торор.
27 июнь баҡаларҙың ҡоро ерҙә һикерешеүен күрһәгеҙ, ямғыр көтөгөҙ.
28 июнь – иртәндән ҡыҙҙырһа, кискә йәшенле ямғыр буласаҡ.
30 июнь көн аяҙ булһа, көҙ йылы килә. Ямғыр яуһа, көҙ ҙә ямғырлы була.

Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзите.
👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Был бәйгелә 10 йыл ҡатнашам һәм эпосты тулыһынса ятлап бөттөм",

- ти Миләүшә Дүсәева.

Ҡыҙ Баҡалы районы Мостафа ауылы урта мәктәбен тамамлаған быйыл.

"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең сағыу сығыштары шулай күп булды.
7🔥2🤗2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортса гендер-пати!🔥

Билдәле йырсы, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов ғаиләһендә матур яңылыҡ - ҡатыны Регина менән улар бәпес көтә.
"Малаймы, ҡыҙмы?" -

тигән ата-әсәне борсоған һорауға яуапты алыу мәлен үҙенсәлекле байрам итеп үткәргәндәр.

Был сит илдән килгән һәм һуңғы йылдарҙа башҡорт йәштәре араһында ла киң таралған йола.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, шундай байрамдар кәрәкме?
9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәмле йәйҙең бер көнө 😍

Әйткәндәй, йәйге ялығыҙҙы ҡайҙа үткәрергә ниәтләйһегеҙ?


Башҡортостан буйлап сәйәхәт итәһегеҙме, әллә дингеҙ буйҙарына өҫтөнлөк бирәһегеҙме?

Видео: Лилиә Ишйәрова.
7🔥4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Урал батыр"ҙы йырлап та...
баһалама ағзаларын хайран иткән балалар!


Кисә Күмертауҙа башланған "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсында Әбйәлил районы Красная Башкирия ауылы мәктәбе уҡыусыһы Асҡар Әхмәтшин дәртле заманса көйгә эйәреп, эпосты "йырлап" күрһәткән.

Ул ҡобайырҙың 630 юлын ятлаған.

Бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан, шулай бит?
👍94🔥4
Хәйерле көн, төркөмдәштәр! ☀️

Башҡортостан флагын оҙаҡ уйлап тороу ҙа кәрәкмәгән, тышҡа сығып, төшөргәндәр ҙә алғандар, тигән бул. 🤭

Эш башланығыҙмы әле?
10💯1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был Ай түгел, Дыуан! 🌒

Башҡортостандың Дыуан районы Өлкөндө ауылы эргәһендәге яланда Айҙа кеүек кратерҙар урынлашҡан.

Улар 300-гә яҡын ти: тиҫтәләгән ҙур һәм йөҙәрләгән ваҡ уйһыулыҡтар.

Былар - карст емеректәре, уларҙы көслө ер аҫты һыуы йыуып барлыҡҡа килтергән.

Видео: Алексей Скалин.
9🔥3🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. Егерме етенсе тапҡыр үткәрелгән конкурста барлығы 47 яңғыҙ башҡарыусы һәм 27 фольклор коллективы ҡатнашҡан.

🏆Гран-при:

яңғыҙ башҡарыусылар араһында - Баҡалы районы Мостафа ауылы мәктәбенән Миләүшә Дүсәева (уҡытыусыһы Эльмира Насырова);

коллектив менән сәхнәләштереүселәр араһында - Борай районы Борай ауылы уҡыусылары коллективы.

Видеола Миләүшә Дүсәева, 11-се класс уҡыусыһы.
10🔥3👏2💘1