📌 Бөгөн Күмертау ҡалаһындағы М. Рәхимов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы үтә.
Конкурс 27-се тапҡыр ойошторола. Унда башҡорт халҡының донъяға ҡарашын, рухи ҡиммәттәрен үҙендә туплаған әҫәрҙе яттан белеүсе балалар йыйылған.
Сара башланырға тора, күркәм милли кейемдәрҙәге балалар һәм уларҙың уҡытыусылары йыйыла башлаған.

❤7👍3🥰3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🎨Баш ҡалала "Әйҙә, играть" Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивалендә бына ошондай зауыҡлы магнитиктар за һатыуҙа бар.
Уларҙы оҫта Ренат Юнысов эшләй һәм һәр береһе тураһында мауығып һөйләй, күрһәтә ала.
📍 Әйткәндәй, бөгөн фестивалдең һуңғы көнө.

Мотлаҡ бөтә ғаиләгеҙ менән барып күреп өлгөрөгөҙ!
🔥6👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсын асыу тантанаһында балалар алдында филология фәндәре докторы, фольклорсы Розалия Солтангәрәева, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Ришат Вәхитов сығыш яһаны.
Телмәр оҫталығын, хәтер ныҡлығын, рух күтәренкелеген һынаған бәйге ҡыҙыу бара, тип хәбәр итә ҡатнашыусылар.

❤6👍4
📌 "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосының машинка менән ҡағыҙға баҫылған тәүге өлгөһөнөң күсермәһе Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейының "Турахан" визит-үҙәгенә тапшырылған.
Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Хәҙер бында килгән һәр кем уны үҙ күҙҙәре менән күрә ала.

❤6👍2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Уралым" - көн матур тамамланһын өсөн иғтибарығыҙға моңло йыр.
✅ Әнүәр Вәхитов башҡара.
🔥8💘5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә! ☀️
Йырсы ИРДАНдан илаһи күренеш һәм дәртле сәләм һеҙгә!

Өс көнлөк эш аҙнаһы "һә" тигәнсе еңел генә үтеп китһен!
🔥8❤3
📌ИЮНЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР
☘Әгәр һандуғас төнө буйы һайрай икән, икенсе көндө көслө ел буласаҡ.
☘Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.
☘Июнь айында ямғырҙан һуң Салауат күпере пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ ваҡыт йылы буласаҡ.
☘Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.
☘Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.
☘Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.
☘Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ.
☘Ҡарлуғас йәйҙе башлай, һандуғаста йәй тамамлана.
☘Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, ҡояшлы яҡшы һауа торошо буласаҡ.
💯КӨНДӘРҘЕ ЛӘ КҮҘӘТЕГЕҘ:
1, 2 июнь ямғырлы булһа, ай ҡоро килер.
3 июнь ямғыр яуһа, көҙ ямғырлы булыр.
4 июнь көслө томан булһа, йыл уңышлы килә.
6 июнь ысын йәй башлана. Бынан һуң ҡырау төшмәй. Был көндө, ғәҙәәттә, гөлйемеш сәскә ата.
8 июнь балыҡтар һыу өҫтөнә сығып уйнаһа, тиҙ генә ямғыр яумаҫ.
9 июнь урман елһеҙ шаулаһа – ямғырға. Төнгө ысыҡ оҙаҡ кипмәһә – йәшенгә.
10 июнь көн тыныс, елһеҙ булһа – мул уңыш көт.
12 июнь көндө ысыҡ мул төшһә, аяҙ көнгә. Кистән ысыҡ төшмәһә, иртәгә ямғыр яуыр.
13 июнь ямғыр яуһа, ҡыш һыуыҡ килер.
15 июнь һауа торошо матур булһа, сентябрь йылы килер.
16 июнь иртәнге томан һыу өҫтөнә йәйелһә, ҡояшлы көн көтә.
17 июнь ямғыр яуһа, ул ике-өс көнгә һуҙыла.
20 июнь эҫе булһа, арыш уңыр..
26 июнь бал ҡорттары иртәнән эш башлаһа, көндәр матур торор.
27 июнь баҡаларҙың ҡоро ерҙә һикерешеүен күрһәгеҙ, ямғыр көтөгөҙ.
28 июнь – иртәндән ҡыҙҙырһа, кискә йәшенле ямғыр буласаҡ.
30 июнь көн аяҙ булһа, көҙ йылы килә. Ямғыр яуһа, көҙ ҙә ямғырлы була.
Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзите.

👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Был бәйгелә 10 йыл ҡатнашам һәм эпосты тулыһынса ятлап бөттөм",
- ти Миләүшә Дүсәева.
Ҡыҙ Баҡалы районы Мостафа ауылы урта мәктәбен тамамлаған быйыл.
"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең сағыу сығыштары шулай күп булды.
❤7🔥2🤗2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортса гендер-пати!🔥
Билдәле йырсы, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов ғаиләһендә матур яңылыҡ - ҡатыны Регина менән улар бәпес көтә.
тигән ата-әсәне борсоған һорауға яуапты алыу мәлен үҙенсәлекле байрам итеп үткәргәндәр.
Был сит илдән килгән һәм һуңғы йылдарҙа башҡорт йәштәре араһында ла киң таралған йола.
❓ Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, шундай байрамдар кәрәкме?

"Малаймы, ҡыҙмы?" -

❤9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәмле йәйҙең бер көнө 😍
❓Башҡортостан буйлап сәйәхәт итәһегеҙме, әллә дингеҙ буйҙарына өҫтөнлөк бирәһегеҙме?
Видео: Лилиә Ишйәрова.
Әйткәндәй, йәйге ялығыҙҙы ҡайҙа үткәрергә ниәтләйһегеҙ?
❓Башҡортостан буйлап сәйәхәт итәһегеҙме, әллә дингеҙ буйҙарына өҫтөнлөк бирәһегеҙме?
Видео: Лилиә Ишйәрова.
❤7🔥4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Урал батыр"ҙы йырлап та...
баһалама ағзаларын хайран иткән балалар!
Кисә Күмертауҙа башланған "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсында Әбйәлил районы Красная Башкирия ауылы мәктәбе уҡыусыһы Асҡар Әхмәтшин дәртле заманса көйгә эйәреп, эпосты "йырлап" күрһәткән.
Ул ҡобайырҙың 630 юлын ятлаған.
❓Бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан, шулай бит?

👍9❤4🔥4
Хәйерле көн, төркөмдәштәр! ☀️
Башҡортостан флагын оҙаҡ уйлап тороу ҙа кәрәкмәгән, тышҡа сығып, төшөргәндәр ҙә алғандар, тигән бул. 🤭

Эш башланығыҙмы әле?
❤10💯1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был Ай түгел, Дыуан! 🌒
Башҡортостандың Дыуан районы Өлкөндө ауылы эргәһендәге яланда Айҙа кеүек кратерҙар урынлашҡан.
Улар 300-гә яҡын ти: тиҫтәләгән ҙур һәм йөҙәрләгән ваҡ уйһыулыҡтар.
Былар - карст емеректәре, уларҙы көслө ер аҫты һыуы йыуып барлыҡҡа килтергән.
Видео: Алексей Скалин.

❤9🔥3🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. Егерме етенсе тапҡыр үткәрелгән конкурста барлығы 47 яңғыҙ башҡарыусы һәм 27 фольклор коллективы ҡатнашҡан.
🏆Гран-при:
✅ яңғыҙ башҡарыусылар араһында - Баҡалы районы Мостафа ауылы мәктәбенән Миләүшә Дүсәева (уҡытыусыһы Эльмира Насырова);
✅ коллектив менән сәхнәләштереүселәр араһында - Борай районы Борай ауылы уҡыусылары коллективы.
Видеола Миләүшә Дүсәева, 11-се класс уҡыусыһы.

❤10🔥3👏2💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында "Урал батыр" эпосы буйынса архитектура комплексы концепцияһы проектын эшләү тураһында бик етди һөйләшеү булды.
✅ Унда Рәсәй Сәнғәт академияһы академигы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, генерал М. Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡорт ырыуҙары ҡоро Президиумы рәйесе Вельмир Аҙнаев, кинорежиссёр Булат Йосопов, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Әминев, филология фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, филология фәндәре кандидаты, сценарист Шәүрә Шәкүрова, "Башинформ" агентлығының директор урынбаҫары Әлфиә Байбурина, рәссам Артур Василов ҡатнашты.
🔰Ҡорҙа ҡатнашыусылар "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосының асылы, уны нисек һынландырырға, ниндәй мөһим деталдәргә иғтибар итергә кәрәк булыуы хаҡында фекер алышты.
🔰Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов "Урал батыр" эпосы һәм уның архитектура комплексы аша ижад итеүсе башҡортто һынландырыу мөһим булыуын билдәләне.
🔰Салауат Щербаков "Урал батыр" эпосының Башҡортостан һәм Рәсәй өсөн генә түгел, бар донъя кимәлендә әһәмиәтле ауыҙ-тел ижады үрнәге булыуын әйтте һәм уға арналған комплекс ошо мөһабәтлекте сағылдырырға, башҡорт асылында булырға тейеш, тине. Ул эпосты тәрән өйрәнгән ғалимдар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләүҙең мөһимлеген ҡат-ҡат телгә алды.
🔰Аҡһаҡалдар ҡоро Президиумы рәйесе Вельмир Азнаев 2016 йылдарҙа скульптор Хәйҙәр Ғарипов тәҡдим иткән Урал батыр һәйкәле проекты менән таныштырҙы. Быны ла эш барышында иҫәпкә алырға һәм ошоға тиклем Башҡортостанда айырым урындарҙа ҡуйылған төрлө һәйкәлдәрҙе лә бер урынға "тупларға" мөмкин икәнен әйтте Салауат Щербаков.
Яҡын киләсәктә республикабыҙ хаҡлы ғорурлана алыр яңы урын барлыҡҡа килер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Бына шулай, быйыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән беренсе тапҡыр билдәләнгән "Урал батыр" эпосы көнөнән һуң барыбыҙ өсөн дә уғата әһәмиәтле эш - Урал батырға арналған архитектура комплексы булдырыу идеяһы яңы көс алды.
Яҡын киләсәктә республикабыҙ хаҡлы ғорурлана алыр яңы урын барлыҡҡа килер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
❤9🔥3🤗3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы асылды.
Уны асыуҙа онлайн бәйләнеш аша Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе ҡатнашты.
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары йыш осраҡта кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙыра һәм уларға ҡаршы көрәшеү мөһим. Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы ошо сирҙәрҙе дауалауҙа тулы циклды формалаштырырға мөмкинлек бирә.
✅ Хирургия корпусының майҙаны 35 мең квадрат метр. Унда заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған 10 операция яһау бүлмәһе. Иң мөһиме, юғары квалификациялы, оҫта табиптар эшләй.

"Республикалағы һәр бер, хатта иң төпкөлдәге ФАПтан Өфөгә кардиограмманы ебәрә алабыҙ. Был диагностика яһарға һәм дөрөҫ дауалай башларға мөмкинлек бирә. Йыш ҡына телемедицина консультациялары кешене ҡотҡарырға ярҙам итә",- ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

💯6👍3