Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
678 subscribers
2.81K photos
1.51K videos
1 file
260 links
Download Telegram
Беренсе килеүсегә - автомобиль! 🚗

Кисәге Әбйәлил районы Асҡар ауылының һабантуй яланында Рәсәй Федерацияһы Геройы Илһамов Тамерлан Айсар улы иҫтәлегенә ат сабышы ойошторолған. 🏇🏇🏇

Бәйгелә Әбйәлил, Ейәнсура, Баймаҡ, Кушнарен, Белорет, Архангел райондарынан, Силәбе өлкәһенән килеп ҡатнашҡандар.

🏆Беренсе урын яулаусылар бына улар:

🏇1 урауҙа. Башҡорт тоҡомло, 2 йәшкә тиклемге аттар, 2400 м.:  Аҡсарлаҡ сапҡырында Илһам Хөсәйенов, хужаһы Илгиз Хөсәйенов, Ейәнсура районы;

🏇2 урауҙа. Юртаҡтар 3 йәштән алып, 2400 м.: Медовая юртағында Рәмзил Таймасов, хужаһы Илшат Ситдиҡов, Баймаҡ районы ;

🏇3 урауҙа. Яҡшы һәм ҡатнаш тоҡомло аттар 3 йәштән алып, 3600 м.: Лаки Эмпайер сапҡырында Снежана Таймасова, хужаһы Альберт Йәләлетдинов, Баймаҡ районы;

🏇4 урауҙа. Башҡорт тоҡомло аттар, 7200 м.: Пятак сапҡырында Игнат Дятлов, хужаһы Сергей Дятлов, Белорет районы;

🏇5 урауҙа. "Дуҫлыҡ" - бөтә төр тоҡомло һәм йәштәге аттар, 7200 м.: Бөркөт сапҡырында Динар Фазлетдинов, хужаһы Зөлфәр Мөхөтдинов, Әбйәлил районы.

🏇6 урауҙа. "Бәйге" - бөтә төр тоҡомло һәм йәштәге аттар, 9600 м.: Восходящая сапҡырында Вилдан Кинйәбаев, хужаһы Илдар Кинйәбаев, Силәбе өлкәһе.

🏆Призлы урын яулаусы барлыҡ ҡатнашыусыларға дипломдар, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр бирелде.

📌"Дуҫлыҡ" бәйгеһендә беренсе урын алыусыға ВАЗ-2115 автомобиле асҡыстары тапшырылған.
🔥4👍3
Уңыштарға һәм бәхетле минуттарға бай булһын яңы хеҙмәт аҙнаһы!
3👏1
Баш ҡалабыҙ рәссамдар күҙлегенән 🎨
🥰31
Бөгөн Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре Рәсәй Федерацияһы составына инеүгә теүәл 2 йыл.
Тап ошо көндә был төбәктәрҙә йәшәгән халыҡ үҙ теләген белдереп, бер ил булып йәшәргә ҡарар ителде.
🔥1
📌9-11 октябрҙә башҡорт теленән онлайн-олимпиада үткәрелә

Олимпиадала һәр кем ҡатнаша ала.

Ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы тест һорауҙары әҙерләнгән:

🔸Башланғыс кимәл

🔸Иркен белеүселәр кимәле

🔸Башҡорт теле диалекттары.

Ҡатнашыу өсөн 9-11 октябрь көндәрендә олимпиада сайтына (https://basholimpiada.ru/) инеп теркәлеү үтергә кәрәк.

Үҙегеҙгә кәрәкле кимәлде һайлап, 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә.

Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусы үҙе йыйған балл күрһәтелгән сертификат аласаҡ. Иң яҡшы һөҙөмтә - 100 балл.

Олимпиаданы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, "Мираҫ" йәштәр башланғыстарын күтәрмәләү фондтары Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында ойоштора.
🔥2