Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
678 subscribers
2.81K photos
1.51K videos
1 file
260 links
Download Telegram
Беренсе килеүсегә - автомобиль! 🚗

Кисәге Әбйәлил районы Асҡар ауылының һабантуй яланында Рәсәй Федерацияһы Геройы Илһамов Тамерлан Айсар улы иҫтәлегенә ат сабышы ойошторолған. 🏇🏇🏇

Бәйгелә Әбйәлил, Ейәнсура, Баймаҡ, Кушнарен, Белорет, Архангел райондарынан, Силәбе өлкәһенән килеп ҡатнашҡандар.

🏆Беренсе урын яулаусылар бына улар:

🏇1 урауҙа. Башҡорт тоҡомло, 2 йәшкә тиклемге аттар, 2400 м.:  Аҡсарлаҡ сапҡырында Илһам Хөсәйенов, хужаһы Илгиз Хөсәйенов, Ейәнсура районы;

🏇2 урауҙа. Юртаҡтар 3 йәштән алып, 2400 м.: Медовая юртағында Рәмзил Таймасов, хужаһы Илшат Ситдиҡов, Баймаҡ районы ;

🏇3 урауҙа. Яҡшы һәм ҡатнаш тоҡомло аттар 3 йәштән алып, 3600 м.: Лаки Эмпайер сапҡырында Снежана Таймасова, хужаһы Альберт Йәләлетдинов, Баймаҡ районы;

🏇4 урауҙа. Башҡорт тоҡомло аттар, 7200 м.: Пятак сапҡырында Игнат Дятлов, хужаһы Сергей Дятлов, Белорет районы;

🏇5 урауҙа. "Дуҫлыҡ" - бөтә төр тоҡомло һәм йәштәге аттар, 7200 м.: Бөркөт сапҡырында Динар Фазлетдинов, хужаһы Зөлфәр Мөхөтдинов, Әбйәлил районы.

🏇6 урауҙа. "Бәйге" - бөтә төр тоҡомло һәм йәштәге аттар, 9600 м.: Восходящая сапҡырында Вилдан Кинйәбаев, хужаһы Илдар Кинйәбаев, Силәбе өлкәһе.

🏆Призлы урын яулаусы барлыҡ ҡатнашыусыларға дипломдар, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр бирелде.

📌"Дуҫлыҡ" бәйгеһендә беренсе урын алыусыға ВАЗ-2115 автомобиле асҡыстары тапшырылған.
🔥4👍3
Уңыштарға һәм бәхетле минуттарға бай булһын яңы хеҙмәт аҙнаһы!
3👏1
Баш ҡалабыҙ рәссамдар күҙлегенән 🎨
🥰31
Бөгөн Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре Рәсәй Федерацияһы составына инеүгә теүәл 2 йыл.
Тап ошо көндә был төбәктәрҙә йәшәгән халыҡ үҙ теләген белдереп, бер ил булып йәшәргә ҡарар ителде.
🔥1
📌9-11 октябрҙә башҡорт теленән онлайн-олимпиада үткәрелә

Олимпиадала һәр кем ҡатнаша ала.

Ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы тест һорауҙары әҙерләнгән:

🔸Башланғыс кимәл

🔸Иркен белеүселәр кимәле

🔸Башҡорт теле диалекттары.

Ҡатнашыу өсөн 9-11 октябрь көндәрендә олимпиада сайтына (https://basholimpiada.ru/) инеп теркәлеү үтергә кәрәк.

Үҙегеҙгә кәрәкле кимәлде һайлап, 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә.

Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусы үҙе йыйған балл күрһәтелгән сертификат аласаҡ. Иң яҡшы һөҙөмтә - 100 балл.

Олимпиаданы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, "Мираҫ" йәштәр башланғыстарын күтәрмәләү фондтары Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында ойоштора.
🔥2
🌏Бөгөн астрофизиктарға яҡынса 5700 экзопланета - Ҡояш системаһынан ситтә урынлашҡан планета тураһында билдәле. Улар араһында беҙҙең Ергә оҡшаған күк есемдәре лә булыуы ихтимал. Бындай планеталарҙы эҙләүҙә яһалма интеллект ярҙам итә.

🌐Origins кластеры астрофизиктары экзопланеталарҙы нейросеть ҡулланып өйрәнә.

🌐Физика закондарына өйрәтелгән моделдәр ҡатмарлы мәсьәләләр сисә, теоретик хисаплауҙарға һәм физик моделләштереүгә таянып, күҙаллауҙар яһай ала.

✍️Асыш

📍Алгоритмдар экзопланеталарҙың үҙ йондоҙо эргәһендә хәрәкәт иткән сағында яҡтылыҡ спектрының үҙгәрешенен анализларға һәм моделләштерергә өйрәнгән. Һөҙөмтәләр элеккегә ҡарағанда күпкә дөрөҫөрәк, нейросеть хаталанған осраҡтар 1 проценттан да кәмерәк.

📍Был мәғлүмәттәр экзопланеталарҙағы химик составты, температура һәм баҫымды, атмосфераларындағы болоттар төҙөлөшөн асыҡларға ярҙам итәсәк. Ғалимдар был планеталарҙа йәшәү өсөн шарттар бармы-юҡмы икәнен шулай белә ала.

✍️Файҙаһы

📍Яһалма интеллект ярҙамында яңы экзопланеталарҙы эҙләп табырға һәм уларҙы ҙурлығы, ауырлығы һәм йондоҙҙан алыҫлығы буйынса төркөмдәргә бүлергә мөмкин.

📍Яһалма интеллект Джеймс Уэббтың йыһан телескобынан алынған мәғлүмәтте тиҙерәк һәм дөрөҫөрәк эшкәртергә ярҙам итәсәк.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥3