This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
⭕ Ә һеҙ был һорауҙарға яуап беләһегеҙме?
Ислам Төхвәтуллин менән берлектә Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған "Башҡортса интернет-серфинг" проекты сиктәрендә төшөрөлгән видеороликты ҡарағыҙ.
Видео: Башфонд.
Ислам Төхвәтуллин менән берлектә Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған "Башҡортса интернет-серфинг" проекты сиктәрендә төшөрөлгән видеороликты ҡарағыҙ.
Видео: Башфонд.
👍5❤2🔥2😁1💊1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Кисә Салауат ҡалаһында "Күстәнәсле ритайым" ойошторолған, тип хәбәр итәләр.
Видео: Ирдан.
Видео: Ирдан.
🔥10❤5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ямғырҙарҙа бәхет табылһын! 🌦️
Видео: Нәркәс Хәмитова.
Видео: Нәркәс Хәмитова.
👍10🥰3💘3😁1
ЙӘЙГЕ ИРТӘ
Йәйге иртә, ыуыҙ ғына томан
Аҡ ҡайынҡайҙарға һарыла
Ә, улары хәс оялсан ҡыҙҙай,
Аҡ бөркәнсек итеп ябына.
Ерем йоҡлай йыһан ҡосағында,
Таңғы йоҡо шундай татлы шул.
Уҡ ҡаялы тауҙар һаҡта тора,
Мәңге алышынмаҫ һағауыл.
Шаян ел дә елпеүесен ҡуйып,
Иркәләнә урман ҡуйынында.
Иләһи бер тынлыҡ солғап алған,
Ишетелмәй шишмә сыңы ла.
Ҡайын япраҡтары шыбырҙашып
Бер-береһенә серен һөйләйҙәр.
Ысыҡ һыуын эсеп һандуғастар
Тауыштарын моңға көйләйҙәр.
Ҡояш ҡалҡа, наҙлы нурын һирпеп
Ер юлдашын һөйөп иркәләр.
Һәр саҡ шулай булһа ине тормош.
Тыныс булһа ине иртәләр.
Рима ИБРАҺИМОВА.
Йәйге иртә, ыуыҙ ғына томан
Аҡ ҡайынҡайҙарға һарыла
Ә, улары хәс оялсан ҡыҙҙай,
Аҡ бөркәнсек итеп ябына.
Ерем йоҡлай йыһан ҡосағында,
Таңғы йоҡо шундай татлы шул.
Уҡ ҡаялы тауҙар һаҡта тора,
Мәңге алышынмаҫ һағауыл.
Шаян ел дә елпеүесен ҡуйып,
Иркәләнә урман ҡуйынында.
Иләһи бер тынлыҡ солғап алған,
Ишетелмәй шишмә сыңы ла.
Ҡайын япраҡтары шыбырҙашып
Бер-береһенә серен һөйләйҙәр.
Ысыҡ һыуын эсеп һандуғастар
Тауыштарын моңға көйләйҙәр.
Ҡояш ҡалҡа, наҙлы нурын һирпеп
Ер юлдашын һөйөп иркәләр.
Һәр саҡ шулай булһа ине тормош.
Тыныс булһа ине иртәләр.
Рима ИБРАҺИМОВА.
❤8👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һабантуй - йыл да ҡабатлана һәм йыл да көтөп ала торған байрамдарҙың береһе.
❓ Быйыл һеҙҙең район һабантуйҙарында ниндәй ҡыҙыҡтар булды?
Видео: Салауат Юнысов.
❓ Быйыл һеҙҙең район һабантуйҙарында ниндәй ҡыҙыҡтар булды?
Видео: Салауат Юнысов.
❤6🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
⭕“Ауҙарыш” һыбай йөрөү оҫталығы менән көрәште берләштергән боронғо башҡорт уйыны.
🌿Сергей Руденко “Башҡорттар” тарихи-этнографик очерктарында көрәш тураһында былай тип яҙа:
🌿Ә бына “Ауҙарыш” бик өйрәнелеп етмәгән. Шулай ҙа был төр ярыш тау-урманлы төбәктәрҙә тыуғандыр, тип фаразлайҙар.
🌿 Ауҙарыштың асылы шунда: һыбайлылар ике командаға бүленеп, асыҡ майҙанға сыға һәм бер-береһен аттан төшөрөргә тырыша.
📍 Бөгөн Ауҙарыштың аныҡ ҡағиҙәләре бар:
✅ 15 минут дауамында ярышалар;
✅ ҡатнашыусылар ауырлыҡтары буйынса бүленә: еңел - 65 кг-ға тиклем, уртаса - 80 кг, ауыр -80 кг-нан алып;
✅ уйын барышында бер ҡатнашыусы ла еңмәһә, 5 минут өҫтәп бирелә;
✅ ҡатнашыусы ҡаршы сыҡҡан кешегә, уның атына һуғырға, кешенең башынан, сәсенән тоторға йәки ҡулын шаҡарырға, атының ҡамыт-дуғаһына тейергә, теҙген менән кешене уратырға тейеш түгел.
Видео: Вилдан Яманғолов.
#башҡорттар
🌿Сергей Руденко “Башҡорттар” тарихи-этнографик очерктарында көрәш тураһында былай тип яҙа:
“Ауылда таныштары йәки туғандары булған ҡунаҡтар һабантуйға кистән үк килә, ҡалғандар байрам көнөндә иртәнсәк килеп етә һәм таныштарында, йәки майҙанға тура туҡтала. Ул ауылға яҡын берәй ҡалҡыуыраҡ ерҙә үткәрелә. Уның көньяғында уртаһы асыҡ ярым түңәрәк киндер ҡыуыштар ҡуйыла, йәки ҙур булмаған ҡайындарҙан ярым түңәрәк яһала. Ҡайындар һәм япма күләгәһендә хөрмәтле кешеләр, ҡунаҡтар һәм хужалар ултыра: бында улар сәй эсә, көрәште һәм башҡа ярыштарҙы күҙәтә.
Ҡарттар мәсеттәрҙән намаҙ уҡып сығыуға, төштән һуң бөтә халыҡ майҙанға йыйыла. Түңәрәк уртаһында көрәш башлана.
Ул шунан ғибәрәт: көрәшселәр майҙан уртаһына сығып, күлдәктәрен сисеп (ыштанда һәм эскүлдәктә генә ҡалалар) һәм күлдәк еңен һыҙғанып, бер-береһенең арҡаһына ҡушаҡ ташлап, остарын ҡулдарына урап тотоп, көрәшкә әҙерләнәләр. Аяҡтарын киңерәк баҫып һәм бер-береһен таһыллыҡта һәм көскә һынап ҡарап, арҡаһына ятҡырырға тырыша. Бер урындан икенсеһенә яй һәм ауыр баҫып, бер-береһен йә бер, йә икенсе яҡҡа әйләндереп йәки бер аяҡҡа тубыҡлана биреп, улар ҡаршы көрәшкән кешене баш аша ташларға тырыша һәм уның ҡаршылашыуын еңер өсөн күкрәгенә ҡыҫа, уға бөтә кәүҙәһенең ауырлығы менән ята йәки һауаға күтәрә һәм, ниһайәт, үҙе тирәләй өс тапҡыр әйләндереп, ергә бәрә”.
🌿Ә бына “Ауҙарыш” бик өйрәнелеп етмәгән. Шулай ҙа был төр ярыш тау-урманлы төбәктәрҙә тыуғандыр, тип фаразлайҙар.
🌿 Ауҙарыштың асылы шунда: һыбайлылар ике командаға бүленеп, асыҡ майҙанға сыға һәм бер-береһен аттан төшөрөргә тырыша.
📍 Бөгөн Ауҙарыштың аныҡ ҡағиҙәләре бар:
✅ 15 минут дауамында ярышалар;
✅ ҡатнашыусылар ауырлыҡтары буйынса бүленә: еңел - 65 кг-ға тиклем, уртаса - 80 кг, ауыр -80 кг-нан алып;
✅ уйын барышында бер ҡатнашыусы ла еңмәһә, 5 минут өҫтәп бирелә;
✅ ҡатнашыусы ҡаршы сыҡҡан кешегә, уның атына һуғырға, кешенең башынан, сәсенән тоторға йәки ҡулын шаҡарырға, атының ҡамыт-дуғаһына тейергә, теҙген менән кешене уратырға тейеш түгел.
Видео: Вилдан Яманғолов.
#башҡорттар
💘8🔥3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурайға заманса баҫ! 🔥
Видео: Айбулат Баһауетдинов.
Видео: Айбулат Баһауетдинов.
💘9🙈2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған ауылығыҙҙы һағынаһығыҙмы?
Йәйгеһен бигерәк йәмле шул беҙҙең тәбиғәт 😍
Видео: Линар Вәлиев.
🔥9💘5❤1🤗1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Әлеге мәлдә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы бара һәм унда Башҡортостан Республикаһы күргәҙмәһе эшләй, артистарыбыҙ ҙа сығыш яһаған.
Төньяҡ баш ҡалала ҡурай моңо һәм аһәңле башҡорт йыры яңғыраған.🔥
Төньяҡ баш ҡалала ҡурай моңо һәм аһәңле башҡорт йыры яңғыраған.🔥
❤12💘2💯1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һомғол буйлы, ҡара сәсле
Беҙҙең Башҡорт ҡыҙҙары.
Йөҙҙәренән нурҙар балҡый,
Өтөп ала күҙҙәре.
Мәүлиҙә ҠАШҠАРОВА.
Видео: Гөлсөм Хөсәйенова.
Беҙҙең Башҡорт ҡыҙҙары.
Йөҙҙәренән нурҙар балҡый,
Өтөп ала күҙҙәре.
Мәүлиҙә ҠАШҠАРОВА.
Видео: Гөлсөм Хөсәйенова.
❤14💘2👍1🤗1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Билеттар БАР!
✅ Фэнтези тамашаға (йәш сикләүе 12+) билеттар бар, ваҡытығыҙ булһа, мотлаҡ барып ҡарағыҙ!
⏰Спектакль 1 сәғәт тә 30 минут дауам итә, антракт юҡ, рус теленә синхрон тәржемә бар.
📝"Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосынан таянып, пьесаны БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре 🔹Илсур Ҡаҙаҡбаев менән Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты, драматург 🔹Зөһрә Бураҡаева ижад иткән.
🔷 Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев,
🔹ҡуйыусы рәссамы Ләйсән Хөсәйенова,
🔹композитор Магуля Мезинова,
🔹хореограф – Роберт Амиров,
🔹яҡтылыҡ буйынса рәссам - Денис Черепанов,
🔹режиссер ярҙамсыһы - БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлимә Юлмөхәмәтова.
Спектаклдә БР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов, Байегет Мөхәрләмов, Динислам Сафин/Вадим Ҡылысов, Лилиә Исҡужина, Рушанна Бабич, Нәркәс Ҡалмырҙина, Шәһит Хамматов, Салауат Юлдашбаев, Әбйәлил Үтәбаев, Венер Сөнәғәтов, Вадим Хәйруллин уйнай.
📍 Бөгөн сәғәт 19.00-дә башлана.
Бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосы буйынса ижад ителгән спектаклдең премьераһы үтә.
✅ Фэнтези тамашаға (йәш сикләүе 12+) билеттар бар, ваҡытығыҙ булһа, мотлаҡ барып ҡарағыҙ!
⏰Спектакль 1 сәғәт тә 30 минут дауам итә, антракт юҡ, рус теленә синхрон тәржемә бар.
📝"Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосынан таянып, пьесаны БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре 🔹Илсур Ҡаҙаҡбаев менән Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты, драматург 🔹Зөһрә Бураҡаева ижад иткән.
🔷 Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев,
🔹ҡуйыусы рәссамы Ләйсән Хөсәйенова,
🔹композитор Магуля Мезинова,
🔹хореограф – Роберт Амиров,
🔹яҡтылыҡ буйынса рәссам - Денис Черепанов,
🔹режиссер ярҙамсыһы - БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлимә Юлмөхәмәтова.
Спектаклдә БР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов, Байегет Мөхәрләмов, Динислам Сафин/Вадим Ҡылысов, Лилиә Исҡужина, Рушанна Бабич, Нәркәс Ҡалмырҙина, Шәһит Хамматов, Салауат Юлдашбаев, Әбйәлил Үтәбаев, Венер Сөнәғәтов, Вадим Хәйруллин уйнай.
📍 Бөгөн сәғәт 19.00-дә башлана.
Барығыҙ һәм мөғжизәле донъяны күреп, хайран ҡалып ҡайтығыҙ! 🔥
❤6👍3🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан стенды - иң сағыуҙарҙың береһе. Ул 390 квадрат метр майҙанда урынлашҡан.
🔷Күргәҙмә композицияһы Евразия ғилми-белем биреү үҙәге каспусы тирәләй төҙөлгән, һөйләшеүҙәр зонаһы Көрәш һарайы һәм БСК заводы рәүешендә эшләнгән.
🧸Беҙҙең видеола күрһәтелгән гигант айыу - Башҡортостан белгестәре эшләгән “Өң” (“Берлога”) Милли киберфизика платформаһының топ геройы. Был умартасы айыу 6,5 метр оҙонлоҡта.
📍 Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы (ПМЭФ), ғәҙәттәгесә, глобаль иҡтисад тураһында фекер алышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелә.
🔷Быйыл Башҡортостан 100 миллиард һумға яҡын 30-лап килешеү төҙөр, тип көтөлә. Сөнки алдағы йылдарҙа ошонда төҙөлгән килешеүҙәр һөҙөмтәһендә бөгөн республикала инвестицион проекттар бик уңышлы тормошҡа ашырылып килә.
- тип яҙҙы сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
📍Әйткәндәй, ПМЭФ-2024 сиктәрендә ауыл хужалығы, яһалма интеллектты үҫтереү, цифралы һәм ЕSG-трансформация, инновациялар, мәғариф, спорт һ.б. өлкәләрҙә 20-нән ашыу килешеү төҙөлгәйне.

“Бөгөн һәм иртәгә бик күп инвесторҙар менән осрашабыҙ. Был алдыбыҙға ҡуйған иң төп маҡсаттарҙың береһе. Республика өсөн мөһим бер нисә килешеү төҙөрбөҙ. Әлегә теүәл хаҡын әйтә алмайым, әммә һүҙ бер нисә тиҫтә миллиард һум тураһында бара. Ә иртәгә инвестклиматтың милли рейтингы һөҙөмтәләрен беләсәкбеҙ, был беҙгә дөрөҫ юҫыҡта эшләйбеҙме-юҡмы икәнде аңларға ярҙам итәсәк”,
- тип яҙҙы сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
📍Әйткәндәй, ПМЭФ-2024 сиктәрендә ауыл хужалығы, яһалма интеллектты үҫтереү, цифралы һәм ЕSG-трансформация, инновациялар, мәғариф, спорт һ.б. өлкәләрҙә 20-нән ашыу килешеү төҙөлгәйне.
💯5👍4❤1
📌 Беренсе тапҡыр үткәрелгән "Урал батыр уҡыуҙары" ғилми-ғәмәли ҡорҙоң материалдары йыйынтығы донъя күргән.
🪽2024 йылдың декабрендә, Мөхәмәтша Буранғолов эпосты яҙып алыуға 115 йыл тулырҙан алдараҡ БР Милли музейында "Урал батыр" эпосына арналған ҡор ойошторолғайны. Унда ғалимдар, тикшеренеүселәр, рәссамдар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре йыйылды. Бына шул кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, йыйынтыҡ сыҡҡан.
🪽Йыйынтыҡта башҡорт халыҡ эпосын мәңгеләштереү һәм популяр яһауға арналған мәҡәләләр баҫылған.
🪽Йыйынтыҡтың данаһы аҙ, әммә һәр кем уның электрон вариантын да уҡый ала.

👍9❤2💯1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🎭М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында бөгөн һәр заман кешеһен уйландырыр, күңеленә ғәм һалыр, аңын уятыр һәм асылына саҡырыр спектаклдең премьераһы булды.
Ә инде яңы спектаклдең авторҙарына артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ!❤️
Кемдәр күрмәй ҡалған, мотлаҡ сентябрҙә, яңы театрҙың яңы ижад миҙгеле асылыу менән барып ҡарарға кәңәш итәбеҙ. 👍
Ә инде яңы спектаклдең авторҙарына артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ!❤️
Премьера менән ҡотлайбыҙ!
❤9🔥5💘3
Изге йома мөбәрәк булһын! 🥰
📍 Сусаҡтау. Әлшәй районы.
Фото: Михаил Матвеев.
📍 Сусаҡтау. Әлшәй районы.
Фото: Михаил Матвеев.
❤11💯2🤗1