Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
675 subscribers
2.84K photos
1.54K videos
1 file
263 links
Download Telegram
📌 Беренсе тапҡыр үткәрелгән "Урал батыр уҡыуҙары" ғилми-ғәмәли ҡорҙоң материалдары йыйынтығы донъя күргән.

🪽2024 йылдың декабрендә, Мөхәмәтша Буранғолов эпосты яҙып алыуға 115 йыл тулырҙан алдараҡ БР Милли музейында "Урал батыр" эпосына арналған ҡор ойошторолғайны. Унда ғалимдар, тикшеренеүселәр, рәссамдар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре йыйылды. Бына шул кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, йыйынтыҡ сыҡҡан.

🪽Йыйынтыҡта башҡорт халыҡ эпосын мәңгеләштереү һәм популяр яһауға арналған мәҡәләләр баҫылған.

🪽Йыйынтыҡтың данаһы аҙ, әммә һәр кем уның электрон вариантын да уҡый ала.
👍92💯1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🎭М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында бөгөн һәр заман кешеһен уйландырыр, күңеленә ғәм һалыр, аңын уятыр һәм асылына саҡырыр спектаклдең премьераһы булды.

Кемдәр күрмәй ҡалған, мотлаҡ сентябрҙә, яңы театрҙың яңы ижад миҙгеле асылыу менән барып ҡарарға кәңәш итәбеҙ. 👍


Ә инде яңы спектаклдең авторҙарына артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ!❤️

Премьера менән ҡотлайбыҙ!
9🔥5💘3
Изге йома мөбәрәк булһын! 🥰

📍 Сусаҡтау. Әлшәй районы.
Фото: Михаил Матвеев.
11💯2🤗1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🎶Яңы йыр. Baby Ti. "Тала-тала"🔥
8🔥5🤡5👍4💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Азамат Заһитуллин ағас һауыт-һаба эшләргә өйрәтә. Оҫта заманса эш ҡоралдары менән еңел генә итеп эшләп ҡуйған кеүек күренә.

Ә бына борон нисек булған?

Был турала этнограф Светлана Шитованың китабында шулай яҙыла:

🔹Төҙ,тарбаҡланып үҫмәгән ағас табып ҡырҡып, ботаҡтарын сабып таҙартҡандар.
🔹Шунан алып ҡайтып кәрәкле ваҡыт тотҡандан һуң кәртәлә йәки оҫтахана алдында ҡабығын әрсегәндәр.
🔹Материалдың сифатына, бүрәнәнең ҡалынлығына һәм кәрәкле һауыттың киңлегенә ҡарап олонон әҙерләмәләр өсөн бысып, ныҡлап киптергәндәр.

🔸Ҙур көбөләр өсөн ағастың тамырына яҡын өлөшөн ҡулланғандар.
🔸Оҫта эште еңеләйтер өсөн ҡаты үҙәген яндырған.
🔸Тышҡы яғын йышҡы (юнғы) менән таҙартҡан.

▪️Һауыттың эсен аталғы, бөрөз, бағау, ҡасау кеүек эш ҡоралдары ярҙамында соҡоған.
▪️Үҙағасты эш ҡоралына сүкеш менән һуғып, буй-буй тапсыҡтар рәүешендә берәмләп айырып алғандар.
▪️Шунан һауыттың ситтәре эстән йомро йышҡы йәки ҡырғыс менән ҡырып таҙартылған.
▪️Аҙаҡ әҙер цилиндрҙы бешекләп, имән йәки сағандан түңәрәк төп индереп ҡуйғандар.

Ҡайһы бер көбөләрҙең ағас йәки туҙҙан ҡапҡасы булған.

Май һәм ҡымыҙ көбөләренең бешкәктәре лә эшләнгән; уларҙы ҡайһы берҙә нәҙек олонло ағастың тамырын бөтөн көйөнсә ҡалдырып юнып эшләгәндәр.

🔷 Көбөләрҙең күбеһе тура, бер аҙ ҡыяраҡ ситле булған; аҫҡы диаметры өҫкөһөнән бер ни тиклем оҙонораҡ эшләнгән.

🔷Тик һитә балы йәки ҡымыҙ менән һыйлауға тәғәйенлнгән һауыттар ғына йомрораҡ итеп эшләнгән. Уларҙың ҡырҙары ҡабарынҡыраҡ, ә ҡапҡастары ауыр булған.
💯5🤝21🤗1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шүлгәнташ мәмерйәһен яңғыратып "Урал бәйете" башҡорт халыҡ йырын йырлаған 🔥

Видео: Алиса Йомағәлиева.
🔥18👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әле генә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында AY YOLA төркөмө сығыш яһаны. Эшлекле сараға йыйылған бар халыҡ ҡыҙыҡһынып тыңланы.
💯121
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Ялдарҙа ғаилә менән "Салауат ере"нә сәйәхәт ҡылырға мөмкин.

Алина Сәлимованың бик матур видеоһын ҡарап, ниәт итерһегеҙ, бәлки.😉
🔥13
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә, ауыл! ☀️
Шәп кәйеф теләйбеҙ!
8💘3😍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Ислам Төхвәтуллин баш ҡала йәштәренең башҡорт телен белеү кимәлен тикшереүҙе дауам итә.
Был юлы ябай һүҙҙәрҙе рус теленә тәржемә итеп ҡарағандар.

Видео: Башфонд.
👏13👎2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
“Ашъяулыҡтай ғына бер урында 
Еркәүектәр үҫкән ерегеп. 
Тыуған ерем! Һин янымда һымаҡ 
Ҡояш кеүек ҡалдың күренеп…”


Миңлегөл ХИСАМОВА. 
11🔥2
Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә үткән саралар тураһында Вәлитов-TV-ның сираттағы сығарылышында.

https://vkvideo.ru/video-229671171_456239022
9🤮4🔥2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔷Ағас эшен яратыусылар бармы арабыҙҙа?

Интернет киңлектәрендә бик ыҡсым ғына һәм тәпәш, китап йә гәзит-журнал һалып ҡуйырға яйлы өҫтәл эшләргә өйрәтеүҙәрен күреп, һеҙҙең менән дә бүлешмәксе булдыҡ.

Комментарийҙарҙа үҙегеҙ осталаган әйберҙәрҙең фото-видеоһы менән дә бүлешергә мөмкинһегеҙ.


Күрәйек әле беҙ ҙә, баһалайыҡ һәм хатта һатып алайыҡ 😉
👍7🥰52
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Кис етте, ҡайтышабыҙ",

- ти видео авторы Альбина Хөсәйенова.

Ә һеҙ ялды нисек үткәрәһегеҙ?
👏65💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
СӘЛӘМ

Иртән кемдер битемдән һыйпай -
Күҙемде асһам ҡояшты күрәм,
Тағы бер көн тыуған икән:
Сәләмемде уға бирәм.

Тышҡа сыҡһам яғымлы ел
Сәстәремдән һыйпап үтә,
Күңелемә хистәр тула-
Ел дә минән сәләм көтә.

Бала саҡтай яланаяҡ
Үлән буйлап мин йүгерәм,
Рәхмәт әйтеп сафлығына
Ысыҡҡа ла сәләм бирәм.

Сәләмләйем сәскәләрҙе,
Бар йыһанды сәләмләйем,
Йөрәгемдән урғылып сыҡҡан
Хистәремде йәлләмәйем!


Әнүзә ГӘРӘЕВА.

Видео: Миләүшә Хәйбуллина.
15
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде...


Видео: Наҙгөл Ҡасимова Мостай Кәрим шиғырын уҡый.
9🥰3