This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
СӘЛӘМ
Иртән кемдер битемдән һыйпай -
Күҙемде асһам ҡояшты күрәм,
Тағы бер көн тыуған икән:
Сәләмемде уға бирәм.
Тышҡа сыҡһам яғымлы ел
Сәстәремдән һыйпап үтә,
Күңелемә хистәр тула-
Ел дә минән сәләм көтә.
Бала саҡтай яланаяҡ
Үлән буйлап мин йүгерәм,
Рәхмәт әйтеп сафлығына
Ысыҡҡа ла сәләм бирәм.
Сәләмләйем сәскәләрҙе,
Бар йыһанды сәләмләйем,
Йөрәгемдән урғылып сыҡҡан
Хистәремде йәлләмәйем!
Әнүзә ГӘРӘЕВА.
Видео: Миләүшә Хәйбуллина.
Иртән кемдер битемдән һыйпай -
Күҙемде асһам ҡояшты күрәм,
Тағы бер көн тыуған икән:
Сәләмемде уға бирәм.
Тышҡа сыҡһам яғымлы ел
Сәстәремдән һыйпап үтә,
Күңелемә хистәр тула-
Ел дә минән сәләм көтә.
Бала саҡтай яланаяҡ
Үлән буйлап мин йүгерәм,
Рәхмәт әйтеп сафлығына
Ысыҡҡа ла сәләм бирәм.
Сәләмләйем сәскәләрҙе,
Бар йыһанды сәләмләйем,
Йөрәгемдән урғылып сыҡҡан
Хистәремде йәлләмәйем!
Әнүзә ГӘРӘЕВА.
Видео: Миләүшә Хәйбуллина.
❤15
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде...
Видео: Наҙгөл Ҡасимова Мостай Кәрим шиғырын уҡый.
❤9🥰3
📌Башҡортостандың Стәрлебаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында тыл эшсәндәренә арналған "41-ҙең арбалы ҡатындары" тип аталған һәйкәлде асыу тантанаһы үткән.
🔷Һәйкәл фронтҡа юлланған ирҙәрен күреп һәм ашатып ҡалыр өсөн Стәрлебаш ауылынан Раевка станцияһына тиклем 70 саҡрым арба һөйрәп барған ҡатын-ҡыҙҙарға арналған.
🔷Бына ул ҡатындарҙың исемдәре: Зифа Әхмәтова, Әсмә Ғәлиева, Менәүәрә Искәндәрова, Сәрүәр Фәйзуллина, Миңлеямал улы Мөнирҙе ҡулына алған, Райхан Йосопова.

❤9🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Өфөләге Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалдылар.
🔥Был - бөтә ил халҡының яҙмышындағы һынылышлы көн.
🔷Ул - илебеҙ сиктәрен һаҡлау, киләсәк быуындарға аяҙ күк йөҙө яулау, бөтә Европаны фашизмдан азат итеү өсөн йәнен фиҙа ҡылған ҡаһарман яугирҙар тыуҙырған көн.
🔷Ул - төн йоҡоларын йоҡламай, үҙен аямай барыһын да фронт өсөн эшләгән тыл хеҙмәткәрҙәрен - ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмер балаларҙы аяҡҡа баҫтырған көн.
🔷Ул - тыныслыҡ ҡәҙерен аңлатҡан көн.
Оноторға хаҡыбыҙ булмаған көн. 🕊️
Теүәл 84 йыл элек, 1941 йылдың 22 июнендә, таңғы сәғәт 4-тә фашистик Германия һуғыш иғлан итеп тормайса илебеҙгә һөжүм башлай.
🔥Был - бөтә ил халҡының яҙмышындағы һынылышлы көн.
🔷Ул - илебеҙ сиктәрен һаҡлау, киләсәк быуындарға аяҙ күк йөҙө яулау, бөтә Европаны фашизмдан азат итеү өсөн йәнен фиҙа ҡылған ҡаһарман яугирҙар тыуҙырған көн.
🔷Ул - төн йоҡоларын йоҡламай, үҙен аямай барыһын да фронт өсөн эшләгән тыл хеҙмәткәрҙәрен - ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмер балаларҙы аяҡҡа баҫтырған көн.
🔷Ул - тыныслыҡ ҡәҙерен аңлатҡан көн.
Оноторға хаҡыбыҙ булмаған көн. 🕊️
🙏7🕊1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🕯️Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан Өфөләге Совет майҙанында "Хәтер шәме" Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы.
Колледж студенттары, ирекмәндәр һәм әүҙемселәр йыйылып, Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямай һуғышҡан яугирҙар хәтеренә шәмдәр ҡабыҙҙы.
🕊️"Хәтер шәме" акцияһы йыл да үткәрелә, ул Бөйөк Ватан һуғышында яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙарҙы хәтергә алыу маҡсатында ойошторола.

🙏9💩1🕊1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Үәт, шундай шуҡ малай үҫеп килә икән Стәрлетамаҡтағы И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары Сәлимә һәм Фәнил Ҡарасуриндар ғаиләһендә 🥰
❤8👏3😁1🤨1
Хәйерле көн! ☀️
Баҡтиһәң, йәйҙең беренсе айының һуңғы аҙнаһы ла килеп еткән😱
Йәй йәмен тойоп өлгөрҙөгөҙмө?
Баҡтиһәң, йәйҙең беренсе айының һуңғы аҙнаһы ла килеп еткән😱
Йәй йәмен тойоп өлгөрҙөгөҙмө?
❤10
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤7👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📍Ғафури көрәшселәрҙең ямғыр ҡамасауламай, тип яҙған Рәис Юлбарисов. Был ошо көндәрҙә үткән район һабантуйынан йәнле күренеш.
💯5❤1👍1👎1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📍Тағы бер үҙенә саҡырып торған урын - Белорет районындағы Еләкташ тауы.
🔷Уның өс түбәһе бар. Был видеола 3-сө түбәһенән асылған гүзәллекте күрәһегеҙ. Был түбә иң бейеге һәм Белорет ҡалаһынан иң арғыһы.
Еләкташтың 🔸беренсе түбәһе 914 М, 🔸икенсе түбәһе 994 М, 🔸өсөнсө түбәһе 1152 М бейеклектә.
✅ Әйткәндәй, Еләкташта "Вечный зов" сериалы төшөрөлгән. Тауҙы фильмдың 5-се серияһында күрергә була.

❤6💯3🤝1