Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
675 subscribers
2.84K photos
1.54K videos
1 file
263 links
Download Telegram
📌Башҡортостандың Стәрлебаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында тыл эшсәндәренә арналған "41-ҙең арбалы ҡатындары" тип аталған һәйкәлде асыу тантанаһы үткән.

🔷Һәйкәл фронтҡа юлланған ирҙәрен күреп һәм ашатып ҡалыр өсөн Стәрлебаш ауылынан Раевка станцияһына тиклем 70 саҡрым арба һөйрәп барған ҡатын-ҡыҙҙарға арналған.

🔷Бына ул ҡатындарҙың исемдәре: Зифа Әхмәтова, Әсмә Ғәлиева, Менәүәрә Искәндәрова, Сәрүәр Фәйзуллина, Миңлеямал улы Мөнирҙе ҡулына алған, Райхан Йосопова.
9🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Өфөләге Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалдылар.

Теүәл 84 йыл элек, 1941 йылдың 22 июнендә, таңғы сәғәт 4-тә фашистик Германия һуғыш иғлан итеп тормайса илебеҙгә һөжүм башлай.

🔥Был - бөтә ил халҡының яҙмышындағы һынылышлы көн.

🔷Ул - илебеҙ сиктәрен һаҡлау, киләсәк быуындарға аяҙ күк йөҙө яулау, бөтә Европаны фашизмдан азат итеү өсөн йәнен фиҙа ҡылған ҡаһарман яугирҙар тыуҙырған көн.
🔷Ул - төн йоҡоларын йоҡламай, үҙен аямай барыһын да фронт өсөн эшләгән тыл хеҙмәткәрҙәрен - ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмер балаларҙы аяҡҡа баҫтырған көн.
🔷Ул - тыныслыҡ ҡәҙерен аңлатҡан көн.

Оноторға хаҡыбыҙ булмаған көн. 🕊️
🙏7🕊1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🕯️Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан Өфөләге Совет майҙанында "Хәтер шәме" Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы.

Колледж студенттары, ирекмәндәр һәм әүҙемселәр йыйылып, Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямай һуғышҡан яугирҙар хәтеренә шәмдәр ҡабыҙҙы.

🕊️"Хәтер шәме" акцияһы йыл да үткәрелә, ул Бөйөк Ватан һуғышында яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙарҙы хәтергә алыу маҡсатында ойошторола.
🙏9💩1🕊1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Үәт, шундай шуҡ малай үҫеп килә икән Стәрлетамаҡтағы И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары Сәлимә һәм Фәнил Ҡарасуриндар ғаиләһендә 🥰
8👏3😁1🤨1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалалағы ямғырһыҙ кистәр 🥰
11
Хәйерле көн! ☀️

Баҡтиһәң, йәйҙең беренсе айының һуңғы аҙнаһы ла килеп еткән😱

Йәй йәмен тойоп өлгөрҙөгөҙмө?
10
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📍Ғафури көрәшселәрҙең ямғыр ҡамасауламай, тип яҙған Рәис Юлбарисов. Был ошо көндәрҙә үткән район һабантуйынан йәнле күренеш.
💯51👍1👎1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📍Тағы бер үҙенә саҡырып торған урын - Белорет районындағы Еләкташ тауы.

🔷Уның өс түбәһе бар. Был видеола 3-сө түбәһенән асылған гүзәллекте күрәһегеҙ. Был түбә иң бейеге һәм Белорет ҡалаһынан иң арғыһы.

Еләкташтың 🔸беренсе түбәһе 914 М, 🔸икенсе түбәһе 994 М, 🔸өсөнсө түбәһе 1152 М бейеклектә.

Әйткәндәй, Еләкташта "Вечный зов" сериалы төшөрөлгән. Тауҙы фильмдың 5-се серияһында күрергә була.
6💯3🤝1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Зәкирйән Әминев, ғалим-этнолог, философия фәндәре кандидаты, РФА Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнография һәм антропология бүлеге хеҙмәткәре, "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы буйынса комплекс проектын эшләүгә арналған кәңәшмәлә сығыш яһағайны.

Ғалим "Урал батыр" эпосын Иран донъяһы, скиф-сармат мифологияһы аша өйрәнергә кәрәк, тигән фекерҙә.


📍 Шулай уҡ ул 7️⃣ һанына бәйле бик ҡыҙыҡ мәғлүмәт килтерә - ҡарайбыҙ!
💯6👍52
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен тере саҡта беләйек 💌

Видео: Наҙгөл Ҡасимова.
😢10💔43