Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
675 subscribers
2.84K photos
1.54K videos
1 file
263 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🕯️Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан Өфөләге Совет майҙанында "Хәтер шәме" Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы.

Колледж студенттары, ирекмәндәр һәм әүҙемселәр йыйылып, Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямай һуғышҡан яугирҙар хәтеренә шәмдәр ҡабыҙҙы.

🕊️"Хәтер шәме" акцияһы йыл да үткәрелә, ул Бөйөк Ватан һуғышында яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙарҙы хәтергә алыу маҡсатында ойошторола.
🙏9💩1🕊1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Үәт, шундай шуҡ малай үҫеп килә икән Стәрлетамаҡтағы И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары Сәлимә һәм Фәнил Ҡарасуриндар ғаиләһендә 🥰
8👏3😁1🤨1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалалағы ямғырһыҙ кистәр 🥰
11
Хәйерле көн! ☀️

Баҡтиһәң, йәйҙең беренсе айының һуңғы аҙнаһы ла килеп еткән😱

Йәй йәмен тойоп өлгөрҙөгөҙмө?
10
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📍Ғафури көрәшселәрҙең ямғыр ҡамасауламай, тип яҙған Рәис Юлбарисов. Был ошо көндәрҙә үткән район һабантуйынан йәнле күренеш.
💯51👍1👎1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📍Тағы бер үҙенә саҡырып торған урын - Белорет районындағы Еләкташ тауы.

🔷Уның өс түбәһе бар. Был видеола 3-сө түбәһенән асылған гүзәллекте күрәһегеҙ. Был түбә иң бейеге һәм Белорет ҡалаһынан иң арғыһы.

Еләкташтың 🔸беренсе түбәһе 914 М, 🔸икенсе түбәһе 994 М, 🔸өсөнсө түбәһе 1152 М бейеклектә.

Әйткәндәй, Еләкташта "Вечный зов" сериалы төшөрөлгән. Тауҙы фильмдың 5-се серияһында күрергә була.
6💯3🤝1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Зәкирйән Әминев, ғалим-этнолог, философия фәндәре кандидаты, РФА Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнография һәм антропология бүлеге хеҙмәткәре, "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы буйынса комплекс проектын эшләүгә арналған кәңәшмәлә сығыш яһағайны.

Ғалим "Урал батыр" эпосын Иран донъяһы, скиф-сармат мифологияһы аша өйрәнергә кәрәк, тигән фекерҙә.


📍 Шулай уҡ ул 7️⃣ һанына бәйле бик ҡыҙыҡ мәғлүмәт килтерә - ҡарайбыҙ!
💯6👍52
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен тере саҡта беләйек 💌

Видео: Наҙгөл Ҡасимова.
😢10💔43
Мин - ҡатын-ҡыҙ. Миңә ҡыҙыҡ түгел,
Ниндәй яуҙар уҙған ер йөҙөнән.
Ниндәй бола, ниндәй мәхшәр үткән
Тарихтағы йылдар өйөмөнән.

Һоҡландырмай мине ҡылыс сыңы,
Батырҙарҙың түккән йөрәк ҡаны,
Бөйөк ҡыйралыштар, оло еңеү,
Ҡолдар йәки ҡорбандарҙың һаны.

Мин - ҡатын-ҡыҙ. Миңә яҡын йәшәү,
һулыш, ҡояш, зәңгәр күк һәм ысыҡ!
Сабыйҙарҙың тәмле йоҡолары
Тыуған йортта. Унда ниндәй ышыҡ!

Үтмәй унда ҡыштың бурандары,
Инә унда бары тик яҡындар,
Әсә наҙы һеңгән шул тыуған йорт
Бала саҡта һаҡлай бар һалҡындан!

Йүләр уйын кеүек илдәр баҫыу,
Сит ерҙәрҙән ташыу байлыҡ, алтын.
Миңә ғәзиз бала тыуған тупраҡ,
Унда үҫкән икмәк кенә татлы!

Мин - ҡатын-ҡыҙ. Хәсрәттәрем ябай:
Һаҡлайым өй йәмен, үҫә балам.
Донъяға мин бирәм тик изгелек,
Донъяға мин тик яратып бағам.


Йомабикә ИЛЬЯСОВА.

🍀Фото: Людмила Камнева.
🔥161
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәштәр ижадынан: Яңы йыр - "Бейе, давай" 🔥

Алина Ғәзизова видеоһы.
🔥72🤨2🤣1👀1💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һарауыс - өлкән йәштәге башҡорт ҡатындары кейгән баш кейеме элементы.

Уны маңлайҙы ҡаплап, ҡушъяулыҡ аҫтынан бәйләгәндәр.

🔸Һарауыс тураһында Әбйәлил районынан Фатима Хәкимова бик ентекле итеп һөйләй.
10👍2💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районының үҙ матурлығы 🤩

Видео: Гөлнәзирә исемле һылыуҙан.
15👍5💘2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һыйырҙы көтөүҙән алып ҡайтҡас та эш бөтәме?


Юҡ шул. Был хаҡта йәш фермерыбыҙ Нурсолтан Хөсәйеновтың бик шәп видеоһын ҡарағыҙ. 😉

Уңған егеткә лә, һөт алып ҡайтҡан малҡайына күҙ тейә күрмәһен берүк 😇
11👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Төҙөүселәр Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙең аркаһын урынына кире ҡуйҙы.

Күптән Өфө ҡалаһының символына әүерелгән был Ағиҙел аша күперҙең аркаһы.

"Өфөләргә вәғәҙә иткәнемсә, Ағиҙел күперенең аркаһын урынына кире ҡайтарҙыҡ. Реконструкция үҙ яйы менән бара. Эштең күп өлөшө тамамланған, әлегә әҙерлек 85%. Күп ҡалманы инде",

- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Яңыртылған күперҙә хәрәкәт быйыл көҙҙән рөхсәт ителергә тейеш.
👏6👍1