Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.84K photos
1.53K videos
1 file
263 links
Download Telegram
Мин - ҡатын-ҡыҙ. Миңә ҡыҙыҡ түгел,
Ниндәй яуҙар уҙған ер йөҙөнән.
Ниндәй бола, ниндәй мәхшәр үткән
Тарихтағы йылдар өйөмөнән.

Һоҡландырмай мине ҡылыс сыңы,
Батырҙарҙың түккән йөрәк ҡаны,
Бөйөк ҡыйралыштар, оло еңеү,
Ҡолдар йәки ҡорбандарҙың һаны.

Мин - ҡатын-ҡыҙ. Миңә яҡын йәшәү,
һулыш, ҡояш, зәңгәр күк һәм ысыҡ!
Сабыйҙарҙың тәмле йоҡолары
Тыуған йортта. Унда ниндәй ышыҡ!

Үтмәй унда ҡыштың бурандары,
Инә унда бары тик яҡындар,
Әсә наҙы һеңгән шул тыуған йорт
Бала саҡта һаҡлай бар һалҡындан!

Йүләр уйын кеүек илдәр баҫыу,
Сит ерҙәрҙән ташыу байлыҡ, алтын.
Миңә ғәзиз бала тыуған тупраҡ,
Унда үҫкән икмәк кенә татлы!

Мин - ҡатын-ҡыҙ. Хәсрәттәрем ябай:
Һаҡлайым өй йәмен, үҫә балам.
Донъяға мин бирәм тик изгелек,
Донъяға мин тик яратып бағам.


Йомабикә ИЛЬЯСОВА.

🍀Фото: Людмила Камнева.
🔥161
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәштәр ижадынан: Яңы йыр - "Бейе, давай" 🔥

Алина Ғәзизова видеоһы.
🔥72🤨2🤣1👀1💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һарауыс - өлкән йәштәге башҡорт ҡатындары кейгән баш кейеме элементы.

Уны маңлайҙы ҡаплап, ҡушъяулыҡ аҫтынан бәйләгәндәр.

🔸Һарауыс тураһында Әбйәлил районынан Фатима Хәкимова бик ентекле итеп һөйләй.
10👍2💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районының үҙ матурлығы 🤩

Видео: Гөлнәзирә исемле һылыуҙан.
15👍5💘2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һыйырҙы көтөүҙән алып ҡайтҡас та эш бөтәме?


Юҡ шул. Был хаҡта йәш фермерыбыҙ Нурсолтан Хөсәйеновтың бик шәп видеоһын ҡарағыҙ. 😉

Уңған егеткә лә, һөт алып ҡайтҡан малҡайына күҙ тейә күрмәһен берүк 😇
11👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Төҙөүселәр Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙең аркаһын урынына кире ҡуйҙы.

Күптән Өфө ҡалаһының символына әүерелгән был Ағиҙел аша күперҙең аркаһы.

"Өфөләргә вәғәҙә иткәнемсә, Ағиҙел күперенең аркаһын урынына кире ҡайтарҙыҡ. Реконструкция үҙ яйы менән бара. Эштең күп өлөшө тамамланған, әлегә әҙерлек 85%. Күп ҡалманы инде",

- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Яңыртылған күперҙә хәрәкәт быйыл көҙҙән рөхсәт ителергә тейеш.
👏6👍1
📌Иртәгә, 25 июндә, Өфө ҡалаһындағы “Китап” магазинында баҫма матбуғатҡа яҙылырға мөмкин!

🔹Сарала һәр кем үҙенә һәм яҡындарына “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте тарафынан нәшер ителгән республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙыла ала.

🔹Шулай уҡ “Изге подписка” хәйриә акцияһында ҡатнашырға була. Уға ярашлы һәр кем МХО яугирҙәренең яҡындарына һәм мохтаж ғаиләләргә гәзит-журналдарҙы бүләк итеп яҙҙырыу мөмкинлегенә эйә.

🔸Бөтә квитанциялар “Яҙыл һәм бүләк от” уйынында ҡатнашасаҡ. Еңеүсе 2025 йылдың июлендә Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа билдәләнәсәк.

📍 Сара Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26 адресы буйынса “Китап” магазинында иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем үтә.

Рәхим итегеҙ!
👍7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кемдәр әле ошолай салғы менән ҡолас ташлап бесән саба?

Әллә заманса "триммер" менән генә эшләйһегеҙме, йә сапҡыс менән трактор эшләгәнен (хатта төктәргә йыйып биргәнен) ситтән ҡарап ҡына тораһығыҙмы?

Хәйерле көн, барығыҙға ла! 🍀


Видео: Розалия Ҡыҙрасова.
🔥18👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алмиҙеүҙәрҙең ниндәйе генә юҡ!😍

Өфө районының Нуғай ауылынан Аллағоловтар ғаиләһенең зауыҡлы кәсебе тураһында "Башҡорттар" тапшырыуы сюжетын ҡарағыҙ.
💯5💘3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Миңзәлә Вәлишина Салауат районындағы "Янғантау" геопаркында дизайнер булып эшләй.

Уның милли стилдәге төйрәместәрен (брошь) һәм магниттарын туристар бик оҡшата.

"Үҙем өсөн эшләйем, ә яратҡан эшең аҡса ла килтерһә, тағы ла яҡшыраҡ",

- ти оҫтабикә.
4👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ZAINETDIN яңы ижад иткән «Lausatin» бөтә музыкаль майҙансыҡтарҙа сыҡҡан, ти🔥

"Әле генә сығарылған трек менән уянам, кейенәм, йүгерәм",

- тип яҙған Заһир Зәйнетдинов.
👍4🙈3🔥21
📌27 июнь, йома, сәғәт киске 9-ҙа "Шүлгәнташ" музей комплексы амфитеатрында Башҡортостандың Дәүләт ҡурай ансамбле сығыш яһаясаҡ.

"Ҡурай - ул быуындарҙы бәйләр моң" тип аталған концерттан ятып ҡалмағыҙ!

Инеү бушлай.

📍 Бөрйән районы, Морат туғайы.
7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостанда быйылдан Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһының күләме 500 мең һумға тиклем арттырыла.

Конкурсҡа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәрен тәҡдим ителергә мөмкин.

Ижади эш авторҙары араһынан 3 еңеүсе билдәләнә.

Документтар 1 июлгә тиклем ҡабул ителә.

Был турала БСТ сюжетында.
3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бына тағы бер көн үтеп бара, төркөмдәштәр. Яҡшы кәйефтә һәм рәхмәт менән оҙатырға яҙһын 🙏

Видео: интернеттан.
7🔥3
"Белорет районында ҡайһы яҡҡа барһаң да, матурлыҡ",

- ти был фотолар авторы Татьяна Бородина.

⛰️Ул Ҡоҙғон-Әхмәр ауылына барған юлды төшөргән. Ысынлап та, хозурлыҡ бит?

Көнөгөҙ уңышлы үтһен! 🥰
11💘1