Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.84K photos
1.53K videos
1 file
263 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең репетициялары бына шулай үтә 😎

Әйткәндәй, ансамбль 27 июндә "Шүлгәнташ" музей комплексы амфитеатрында сәғәт киске 9-ҙан сығыш яһаясаҡ.
🔥8❤‍🔥31
ҮҘ ҺҮҘЕМ БАР

Сит илдәргә ҡыҙыҡмайым –
Үҙ илем бар,
Матур ерҙәр күп булыр ул –
Үҙ ерем бар,
Артыҡ престиж булмаһа ла
Үҙ эшем бар,
Принц түгел, ә шулай ҙа
Үҙ кешем бар.
Сит ярҙамһыҙ донъя көтәм –
Үҙ көсөм бар,
Көнләшмәйем сибәрҙәрҙән –
Үҙ төҫөм бар.
Ҡатлы һарай кәрәк түгел –
Үҙ йортом бар,
Сит бәхеткә ҡыҙыҡмайым –
Үҙ ҡотом бар.
Күмәк эҙҙәр араһында
Үҙ эҙем бар,
Кеше һүҙен ҡабатламам –
Үҙ һүҙем бар.

Мин тутыйғош түгел, минең
Үҙ һүҙем бар,
Шул үҙемде хөрмәт иткән
Мин үҙем бар!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.
12.05.2014.
👍163
📌Башҡорт опера һәм балет театры "Алтын битлек" Рәсәй милли театраль премияһынан бер юлы 6 награда алған.

"Төбәктәр араһында иң күп награда был. Һә республика өсөн рекорд - быға тиклем беҙҙең театрҙар был тиклем күп премия яулағаны юҡ ине",

- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

🎭"Ай тотолған төндә" операһы бер юлы 5 номинацияла "Алтын битлек"кә лайыҡ булған:
🔹"Иң яҡшы дирижер эше" (Валерий Платонов),
🔹 "Иң яҡшы ир-егет роле" (Василий Ефимов),
🔹 «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Любовь Буторина),
🔹 «Иң яҡшы ҡуйыусы рәссам эше. Музыкаль театр» һәм 🔹«Костюмдар буйынса рәссамдың иң яҡшы эше» (икеһендә лә – Екатерина Малинина).

🎭«Рахманинов. Ғүмергә торошло симфония» балетына "Иң яҡшы ир-егет роле. Балет" номинацияһында (Сергей Бикбулатов) премия бирелде. Әйткәндәй, апрелдә был балетты Мәскәү тамашасыһы ҡараны.

Быйыл Башҡорт ҡурсаҡ театры артисы Айрат Әхмәтшин "Театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн" тигән махсус премияға лайыҡ булғайны. Ә "Алтын битлек" премияһына быйыл республика театрҙары 17 категорияла номинацияларға тәҡдим ителгән улар араһында беренсе тапҡыр Башҡорт ҡурсаҡ театры һәм Стәрлетамаҡ рус драма театры булған.

"Был беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙең ысын ҡаҙанышы, коллективтарыбыҙҙың юғары оҫталығын баһалау, тип иҫәпләйем. Мөнәсәбәте булған барыһын да ҡотлайым!"

- тип яҙған Радий Фәрит улы.
7👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌊Ғәҙелша шарлауығы - Башҡортостандағы иң бейек шарлауыҡ.

Ул 15 метрҙан ашыу бейеклектән ағып төшә.

Шарлауыҡ 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә һәм дәүләт тарафынан һаҡлана.


📍 Башҡортостан, Баймаҡ районы.

Видео: Салауат Юнысов.
11❤‍🔥3
📌Иртәгә, 28 июнь - Йәштәр көнө уңайынан Өфөлә төрлө саралар ойошторола.
Был көндә Elman, BABY Ti, Марат Яруллин и Inst Rinna кеүек йәш йондоҙҙарҙың сығыштары көтөлә.

Бөтә саралар ҙа "Бел. Ярат. Ғорурлан. Арттыр" тигән дөйөм концепцияға ҡоролған һәм баш ҡаланың төрлө райондарын берләштерәсәк.

🔹Ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, бөгөн үк, 27 июндә сәғәт 16:00-дә, "Беренсе май" паркында "Йәштәр энергияһы" фестивале башлана. Бында концерт, оҫталыҡ дәрестәре, тематик майҙансыҡтар, ретро-күргәҙмә, косплей-дефиле көтә.
Шулай уҡ бөгөн Аксаков музейында киске 7-лә "Йәй хәрәкәттә" тигән бейеү кисәһе үтә.

🔹Иртәгә, 28 июндә, Якутов паркында сәғәт көндөҙгө 3-тә Совет районы әҙерләгән ҙур байрам сараһы башлана. Уның сиктәрендә музыкаль һәм ижади сығыштар, интерактив әүҙемлектәр, күңел асыу саралары ойошторола.

🔹Октябрь районының байрамы сәғәт киске 6-ла "Ҡашҡаҙан" паркындағы концерт менән башлана, бында ла оҫталыҡ дәрестәре, уйындар була һәм кино күрһәтелә.

🔹Ә бына "Дим" паркында сәғәт киске 7-лә саралар тамамлана: көндөҙ бында сығарылыш балы, буяуҙар фестивале, бейеү һәм роллер-спорт буйынса оҫталыҡ дәресе була.

Баш ҡалалағы төрлө йәштәр ойошмалары ла байрамдан ситтә ҡалмаясаҡ.

🔹Йәштәр көнөнөң төп майҙансығы - "Торатау" конгресс-холы эргәһендәге амфитеатр. Бында төшкө сәғәт 3-тән алып VR-зоналар, интерактив уйындар, блогер һәм артистар менән осрашыуҙар, косплей майҙансығы, автозвук һәм тюнинг күргәҙмәһе, фәнни слэм һәм йәштәр маркеты эшләйәсәк.

📍 Сараларға бәйле Салауат Юлаев һәйкәле тапҡырынан генерал-губернатор Перовский урамына тиклем Яр буйы урамынла транспорт хәрәкәте 27 июндең сәғәт 20:00-нән алып, 28 июндең төнгө 12-һенә тиклем сикләнә.

Һауа, торошона ҡарап, саралар теҙмәһе үҙгәреүе ихтимал. Өфө хакимиәте сайтында яңылыҡтарҙы күҙәтегеҙ.
💯7
💌Ғафури районынан булған МХО яугиры Айҙар ҡыҫҡа ялы ваҡытында һөйгәне Юлиә менән ғаилә ҡорған. Был турала район хакимиәте башлығы Венер Вәхитов хәбәр иткән.

Йәш кеше армия хеҙмәтенә алынғанға тиклем тренер һөнәрен үҙләштерә. Ә махсус хәрби операция башланғас, фронтҡа китергә ҡарар итә.

Айҙар бөгөн танк взводы менән командалыҡ итә, кесе лейтенант дәрәжәһендә. Яу ҡырында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены, "Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалы, "Батырлыҡ өсөн ll дәрәжә" һәм "Хәрби батырлыҡтары өсөн" миҙалдары менән наградланған. Изге Георгий Орденының отличие билдәһе - IV дәрәжә Георгий Тәреһе бар.

Сәстәрен сәскә бәйләнгән йәштәргә ғаилә бәхете, оҙон һәм тиң ғүмер, иң изге теләктәр генә юллайбыҙ! 🌸

📍 Әйткәндәй, Махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә республикала 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған.
11🤣1
Ялдар яҡшы кәйефтәр менән үтһен! 🥰

📍 Ғафури районы, Уҡлы ҡая һәм Ташаҫты ауылы.
🔥9
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ЙӘШТӘР КӨНӨ МЕНӘН!🎊

Ғүмер китабымды,
альбом кеүек,
Ҡарап сығырға,
тип бирһәләр,
"Йәшлек" тип яҙылған өс-дүрт битен
Урлар инем,
Әгәр күрһәләр,
Ҡасыр инем алыҫ ерҙәргә,
Йәшлегемде һалып эйәргә.

Ул ҡайҙалыр бик яҡында ҡалған:
Ауылымдың айлы төнөндә
Фуражкаһын ҡырын һалған егет
Ҡыҙын көтә тирәк төбөндә.

Эшкә һуңлай, тиеп, борсолмағыҙ,
Йәшлек бит ул!
Йәшлек өлгөрөр!-
Таң атҡансы тирәк төбөн һаҡлар,
Ә таң менән эшкә йүгерер...

Шундай сағым бик яҡында кеүек,
Ҡулды һуҙһам, етер шикелле,
Ҡулды һуҙам тиеп бер үрелһәм,
Өркөтөрмөн, китер шикелле.

Мин яратам ҡояш сыҡҡан сағын,
Ерҙең өҫтөн нурға балҡытып;
Табалманым,дуҫтар, ғүмеремдең
Йәшлектән дә матур ваҡытын!

Тик донъяла бер ни ҡабатланмай,
Һәр нәмәнең була һыҙығы;
Йәшлектең дә,
әгәр ҡабатланһа,
Булмаҫ ине, бәлки, ҡыҙығы.

Ул ҡайҙалыр бик-бик яҡында,
Йыр йырлайҙар уның хаҡында.

Әнғәм АТНАБАЕВ.
🔥105👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
👑Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейемдәре ниндәй булған?

Роза Хузина видеоһына күҙ һалығыҙ.
🔥83😁3👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔰
"Поперечный ҡурай" - Хөснуллин Рәмил ағайҙың эксперименталь эше. Шпон материалынан ҡурайҙы флейтаға оҡшатып эшләнелгән музыка ҡоралының тауышы үҙенсәлекле. Әлегә бындай ҡурайҙа халыҡ алдында уйнаусылар юҡ.
Һеҙ был музыка ҡоралына нисек ҡарайһығыҙ, тауышы оҡшаймы?"

- тип яҙған һәм уйнап та күрһәткән Мирас Үҙәнбаев атлы егет.

Нисек һеҙгә?
11🔥7💘2
БАЛА САҠ

Бала сағым… Йәшел үлән,
Әйтерһең, йомшаҡ келәм,
Шул келәмдән яланаяҡ
Мин әллә ҡайҙа еләм!

Күктә ҡояш. Бәп-бәләкәс
Болотҡай һибә ямғыр,
Бер шишмәнән икенсегә
Көйәнтә элгән йәйғор...

Эй йүгерәм һыу сәсрәтеп
“Сепейле” тәпәй менән,
Ә һауа?! Ҡаймаҡ шикелле –
Ашарлыҡ әпәй менән!

Ҡойроғон өҫкә күтәреп
Янымдан саба ҡолон,
Мин көләм, ҡолоном кешнәй –
Гөр килеп тора болон!

Тышаулы бейә борсолоп
Тауыш бирә, саҡыра.
Мине лә көтә әсәйем,
Хәҙер, ҡолон, саҡ ҡына!

…Сабып үтте бала сағым,
Әкиәт донъя һымаҡ:
Үләндәр ҙә бейек ине,
Йәйғор ҙа сағыуыраҡ.

Ямғырҙар ҙа йылы ине,
Борсаҡтай ине ысыҡ…
Алыҫыраҡ киткән һайын
Һағындыра бала саҡ.

10.01.2015.
Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: Гөлсөм Хөсәйенова.
13
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Ислам Төхвәтуллин Башҡортостан тураһында дөрөҫ факттарҙы асыҡларға тәҡдим итә.

Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында "Башҡортса интернет-серфинг" проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған видеороликтарҙың һуңғыһы был.

Видео: Башфонд.
👍74
📍Ғафури районы, Мәмбәт ҡаяһы.

Фото: @_alina_102ru
12💘1