Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.84K photos
1.53K videos
1 file
263 links
Download Telegram
Ялдар яҡшы кәйефтәр менән үтһен! 🥰

📍 Ғафури районы, Уҡлы ҡая һәм Ташаҫты ауылы.
🔥9
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ЙӘШТӘР КӨНӨ МЕНӘН!🎊

Ғүмер китабымды,
альбом кеүек,
Ҡарап сығырға,
тип бирһәләр,
"Йәшлек" тип яҙылған өс-дүрт битен
Урлар инем,
Әгәр күрһәләр,
Ҡасыр инем алыҫ ерҙәргә,
Йәшлегемде һалып эйәргә.

Ул ҡайҙалыр бик яҡында ҡалған:
Ауылымдың айлы төнөндә
Фуражкаһын ҡырын һалған егет
Ҡыҙын көтә тирәк төбөндә.

Эшкә һуңлай, тиеп, борсолмағыҙ,
Йәшлек бит ул!
Йәшлек өлгөрөр!-
Таң атҡансы тирәк төбөн һаҡлар,
Ә таң менән эшкә йүгерер...

Шундай сағым бик яҡында кеүек,
Ҡулды һуҙһам, етер шикелле,
Ҡулды һуҙам тиеп бер үрелһәм,
Өркөтөрмөн, китер шикелле.

Мин яратам ҡояш сыҡҡан сағын,
Ерҙең өҫтөн нурға балҡытып;
Табалманым,дуҫтар, ғүмеремдең
Йәшлектән дә матур ваҡытын!

Тик донъяла бер ни ҡабатланмай,
Һәр нәмәнең була һыҙығы;
Йәшлектең дә,
әгәр ҡабатланһа,
Булмаҫ ине, бәлки, ҡыҙығы.

Ул ҡайҙалыр бик-бик яҡында,
Йыр йырлайҙар уның хаҡында.

Әнғәм АТНАБАЕВ.
🔥105👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
👑Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейемдәре ниндәй булған?

Роза Хузина видеоһына күҙ һалығыҙ.
🔥83😁3👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔰
"Поперечный ҡурай" - Хөснуллин Рәмил ағайҙың эксперименталь эше. Шпон материалынан ҡурайҙы флейтаға оҡшатып эшләнелгән музыка ҡоралының тауышы үҙенсәлекле. Әлегә бындай ҡурайҙа халыҡ алдында уйнаусылар юҡ.
Һеҙ был музыка ҡоралына нисек ҡарайһығыҙ, тауышы оҡшаймы?"

- тип яҙған һәм уйнап та күрһәткән Мирас Үҙәнбаев атлы егет.

Нисек һеҙгә?
11🔥7💘2
БАЛА САҠ

Бала сағым… Йәшел үлән,
Әйтерһең, йомшаҡ келәм,
Шул келәмдән яланаяҡ
Мин әллә ҡайҙа еләм!

Күктә ҡояш. Бәп-бәләкәс
Болотҡай һибә ямғыр,
Бер шишмәнән икенсегә
Көйәнтә элгән йәйғор...

Эй йүгерәм һыу сәсрәтеп
“Сепейле” тәпәй менән,
Ә һауа?! Ҡаймаҡ шикелле –
Ашарлыҡ әпәй менән!

Ҡойроғон өҫкә күтәреп
Янымдан саба ҡолон,
Мин көләм, ҡолоном кешнәй –
Гөр килеп тора болон!

Тышаулы бейә борсолоп
Тауыш бирә, саҡыра.
Мине лә көтә әсәйем,
Хәҙер, ҡолон, саҡ ҡына!

…Сабып үтте бала сағым,
Әкиәт донъя һымаҡ:
Үләндәр ҙә бейек ине,
Йәйғор ҙа сағыуыраҡ.

Ямғырҙар ҙа йылы ине,
Борсаҡтай ине ысыҡ…
Алыҫыраҡ киткән һайын
Һағындыра бала саҡ.

10.01.2015.
Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: Гөлсөм Хөсәйенова.
13
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Ислам Төхвәтуллин Башҡортостан тураһында дөрөҫ факттарҙы асыҡларға тәҡдим итә.

Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында "Башҡортса интернет-серфинг" проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған видеороликтарҙың һуңғыһы был.

Видео: Башфонд.
👍74
📍Ғафури районы, Мәмбәт ҡаяһы.

Фото: @_alina_102ru
12💘1
📌Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле беренсе концерт миҙгелен "Шүлгәнташ" музей комплексы амфитеатрында сығышы менән тамамланы.

Башҡорт халыҡ йыр-моңонан торған, илаһи ҡурай тауышы менән сорнаған гүзәл тамашаны яуып торған ямғыр биҙәне, ниндәйҙер сихрилек өҫтәне генә.


Белеүегеҙсә, Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар дәүләт ансамбле республика Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2024 йылдың апрелендә булдырылды.
Ә инде коллективтың Республика көнөнә арналған тәүге концерты барышында 10 октябрь Ҡурай көнө тип иғлан ителде.
👍7💘31