This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Юлда булғандарға - хәйерле юлдар, эштә - уңышлы көн, ялда - күңелле минуттар, һәр кемгә - һаулыҡ, бәхет һәм ҡыуаныстар теләйбеҙ! 🥰
Видео: Салауат Юнысов.
📍 Өфө - Белорет юлы
Видео: Салауат Юнысов.
📍 Өфө - Белорет юлы
❤10💘3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тайфун Ҡоролтаевич Учалы районында үткән "Олотау йыйыны"нда булған икән.
⚽Сара Рәсәйҙең спорт мастеры Ғәлин Ғайсар Хәлидәр улы иҫтәлегенә бағышлап 7-се тапҡыр ойошторола.
⚽Быйыл унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия футбол һөйөүселәре йыйылған.
⚽ 48 ир-егеттәр командаһы араһында:
🥇Беренсе урын - Ырымбур өлкәһенең "Домбаровский" командаһы
🥈Икенсе урын - Силәбе өлкәһенең "Ишалино" командаһы
🥉Өсөнсө урын - Башҡортостандан "Северный" командаһы (әбйәлилдәр)
🔥Чемпиондарға башҡорт тоҡомло ат һәм 300 мең һум аҡсалата бүләк биргәндәр.
⚽12 ҡатын-ҡыҙҙар командаһы араһында:
🥇Беренсе урын - Силәбе өлкәһенең "Көньяҡ Урал" командаһы
🥈Икенсе урын - Башҡортостандан "Мамочки ФК Уфа"
🥉Өсөнсө урын - Башҡортостандан "Элита" (учалылар) алған.
🔥Чемпиондарға һыйыр һәм 100 мең һум аҡсалата бүләк тапшырылған.
Ҡарағыҙ, нисек күңелле үткән!🔥

❤6🔥6👍3👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
❓Башҡортостан һәм башҡорттарҙың тарихы яугирлыҡ һәм ил һаҡлауға ғына бәйлеме?
💯Һеҙҙең иғтибарға тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин һөйләгәндәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
📍 Көн һайын ошо ваҡытта яңы видео һалып торасаҡбыҙ, күрмәй ҡалмағыҙ!
Төркөмдәштәр, Башҡортостан һәм башҡорттар тарихына ҡағылышлы видеолар серияһын башларға булдыҡ.
💯Һеҙҙең иғтибарға тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин һөйләгәндәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
📍 Көн һайын ошо ваҡытта яңы видео һалып торасаҡбыҙ, күрмәй ҡалмағыҙ!
❤8👍5💘3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә икән.
✅ Видеола Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, Баймаҡ ҡыҙы Миләүшә Хәйбуллинаның матур ғаиләһе.
Барлыҡ ғаиләләргә бәхет, татыулыҡ, милләтебеҙҙең ныҡлы терәге булып, рухлы һәм тәүфиҡлы балалар үҫтереүҙәрен теләйбеҙ! ❤️
✅ Видеола Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, Баймаҡ ҡыҙы Миләүшә Хәйбуллинаның матур ғаиләһе.
❤14🔥2👏2
Хәйерле көн ☀️
Заятүләк менән Һыуһылыуҙың төбәгендә булғанығыҙ бармы? 🌊
Юҡ икән, мотлаҡ барып күрегеҙ.
📍 Был Башҡортостандағы иң ҙур күл - Асылыкүл.
Ул Дәүләкән районында урынлашҡан.
Заятүләк менән Һыуһылыуҙың төбәгендә булғанығыҙ бармы? 🌊
Юҡ икән, мотлаҡ барып күрегеҙ.
📍 Был Башҡортостандағы иң ҙур күл - Асылыкүл.
Ул Дәүләкән районында урынлашҡан.
🔥7❤3🥰1👏1
САЛАУАТ
Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ,
Күңелемдә минең, аңымда.
Йөрәгемде сардар итеп, хисем
Ғәскәр итеп туплай ҡанымды.
Әйләнәм дә киләм Салауатҡа,
Ылыҡтыра мине азатлыҡ.
Батырҙары булған илемдең, тип
Әйтеүҙәре әллә ғазапмы?
Һығындыра яҡты тәүәккәллек,
Көрәш сәме һуҙа фарманын.
Ауазыңды эҙләп, батыр, илдең
Ҡай еренә генә барманым.
Салауат, тип йырлы исемеңде
Доға итеп алам телемә.
Тәсбих әйтәһеңдер кеүек һаман,
Именлектәр теләп илеңә.
Таңдарым да минең - Салауат ул,
Ай-йондоҙло төнөм - Салауат.
Төштәремдең изге яугиры ла,
Яҡты көнөм, өнөм - Салауат!
Салауат, тип йырҙар башлайым да,
Салауат, тип сығам көрәшкә.
Салауат, тип маҡсаттарға менәм,
Ауыҙлыҡлап алып һәр эште.
Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ,
Яҡты доғам минең - Салауат!
Һиңә ғашиҡ заман ҡыҙҙарынан
Батырҙарҙың ожмах туйҙарына,
Рухи ғәскәреңдең уйҙарына
Барып етһә ине был аят:
Салауат!
Лариса АБДУЛЛИНА.
Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ,
Күңелемдә минең, аңымда.
Йөрәгемде сардар итеп, хисем
Ғәскәр итеп туплай ҡанымды.
Әйләнәм дә киләм Салауатҡа,
Ылыҡтыра мине азатлыҡ.
Батырҙары булған илемдең, тип
Әйтеүҙәре әллә ғазапмы?
Һығындыра яҡты тәүәккәллек,
Көрәш сәме һуҙа фарманын.
Ауазыңды эҙләп, батыр, илдең
Ҡай еренә генә барманым.
Салауат, тип йырлы исемеңде
Доға итеп алам телемә.
Тәсбих әйтәһеңдер кеүек һаман,
Именлектәр теләп илеңә.
Таңдарым да минең - Салауат ул,
Ай-йондоҙло төнөм - Салауат.
Төштәремдең изге яугиры ла,
Яҡты көнөм, өнөм - Салауат!
Салауат, тип йырҙар башлайым да,
Салауат, тип сығам көрәшкә.
Салауат, тип маҡсаттарға менәм,
Ауыҙлыҡлап алып һәр эште.
Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ,
Яҡты доғам минең - Салауат!
Һиңә ғашиҡ заман ҡыҙҙарынан
Батырҙарҙың ожмах туйҙарына,
Рухи ғәскәреңдең уйҙарына
Барып етһә ине был аят:
Салауат!
Лариса АБДУЛЛИНА.
❤8👏3🥰2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Башҡорт ялҡау, ер һөрөргә, иген игергә яратмаған",
- академиктар Урал аръяғы башҡорттары тураһында шулай яҙа.
Был мәсьәләне тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин ентекле өйрәнгән. Ғилми эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәләре булып мәҡәләләре сыҡҡан.
"Башҡорт егәрле булған", тигән фекерҙе киңерәк таратырға һәм ишеттерергә кәрәк",
- ти ул.
📍 Көн һайын ошо ваҡытта яңы видео һалып торасаҡбыҙ, күрмәй ҡалмағыҙ!
👍7❤5🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йылмайып алайыҡ әле 🤭
Видео: Нияз Абдуллин.
Картуф күмеп бөттөгөҙмө, ярҙамсылар килдеме?
Видео: Нияз Абдуллин.
❤10🔥2👏2
Эх, еләге!🍓
Ейәнсура районының еләкле йәйе был😍
Фотола Кинйәбулат ауылының уңғаны Гөлсиә Баһауетдинова тип хәбәр итә "Ейәнсура тормошо" төркөмө.
Ейәнсура районының еләкле йәйе был😍
Фотола Кинйәбулат ауылының уңғаны Гөлсиә Баһауетдинова тип хәбәр итә "Ейәнсура тормошо" төркөмө.
👍10❤5👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт туйы ❤️
Был видеола йәш киленгә һыу юлын күрһәтеү, кәләште ҡайны-ҡәйнә йортона индергәндә яҫтыҡҡа баҫтырыу, йәштәргә бал һәм май ҡаптырып теләк әйтеү, килен-кейәү һөйөү йолаларын күреп ҡалабыҙ.
❓Ә һеҙ тағы ниндәй туй йолаларын беләһегеҙ?
Видео: Нил Баймырҙин.
Был видеола йәш киленгә һыу юлын күрһәтеү, кәләште ҡайны-ҡәйнә йортона индергәндә яҫтыҡҡа баҫтырыу, йәштәргә бал һәм май ҡаптырып теләк әйтеү, килен-кейәү һөйөү йолаларын күреп ҡалабыҙ.
Матур ғаилә ҡорған йәштәребеҙгә һаулыҡ, ишле һәм татыу ғаилә теләйбеҙ! 🥰
❓Ә һеҙ тағы ниндәй туй йолаларын беләһегеҙ?
Видео: Нил Баймырҙин.
❤14🔥1👏1😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Тарих тураһында әңгәмәне дауам итәбеҙ, дуҫтар!
💯Тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин ошо темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған.
Ҙур территория биләп йәшәгән башҡорт халҡының Урал тауҙарының ҡаҙылма байлыҡтарын яҡшы белеүе һәм үҙҙәре эшкәртеүе тураһында булыр был юлы ҡыҫҡа клип.
💯Тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин ошо темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған.
👍7❤2🔥2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Егеттәр, был видео һеҙҙең өсөн!
Ҡарағыҙ, күпме һылыу башҡорт ҡыҙҙары бер урынға йыйылған: күҙләп, һайлап, кәләш итеп алаһы ғына ҡалған😉
Видео кисә төшөрөлгән, йәштәр Өфөлә сираттағы "Самауырлы ритайым"да күңелле генә ваҡыт үткәргән 🔥
👍9😁2💘2❤1