Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Хәйерле көн ☀️

Заятүләк менән Һыуһылыуҙың төбәгендә булғанығыҙ бармы? 🌊
Юҡ икән, мотлаҡ барып күрегеҙ.

📍 Был Башҡортостандағы иң ҙур күл - Асылыкүл.
Ул Дәүләкән районында урынлашҡан.
🔥73🥰1👏1
САЛАУАТ

Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ,
Күңелемдә минең, аңымда.
Йөрәгемде сардар итеп, хисем
Ғәскәр итеп туплай ҡанымды.

Әйләнәм дә киләм Салауатҡа,
Ылыҡтыра мине азатлыҡ.
Батырҙары булған илемдең, тип
Әйтеүҙәре әллә ғазапмы?

Һығындыра яҡты тәүәккәллек,
Көрәш сәме һуҙа фарманын.
Ауазыңды эҙләп, батыр, илдең
Ҡай еренә генә барманым.

Салауат, тип йырлы исемеңде
Доға итеп алам телемә.
Тәсбих әйтәһеңдер кеүек һаман,
Именлектәр теләп илеңә.

Таңдарым да минең - Салауат ул,
Ай-йондоҙло төнөм - Салауат.
Төштәремдең изге яугиры ла,
Яҡты көнөм, өнөм - Салауат!

Салауат, тип йырҙар башлайым да,
Салауат, тип сығам көрәшкә.
Салауат, тип маҡсаттарға менәм,
Ауыҙлыҡлап алып һәр эште.

Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ,
Яҡты доғам минең - Салауат!
Һиңә ғашиҡ заман ҡыҙҙарынан
Батырҙарҙың ожмах туйҙарына,
Рухи ғәскәреңдең уйҙарына
Барып етһә ине был аят:
Салауат!

Лариса АБДУЛЛИНА.
8👏3🥰2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Башҡорт ялҡау, ер һөрөргә, иген игергә яратмаған",

- академиктар Урал аръяғы башҡорттары тураһында шулай яҙа.

Был мәсьәләне тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин ентекле өйрәнгән. Ғилми эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәләре булып мәҡәләләре сыҡҡан.

"Башҡорт егәрле булған", тигән фекерҙе киңерәк таратырға һәм ишеттерергә кәрәк",

- ти ул.

📍 Көн һайын ошо ваҡытта яңы видео һалып торасаҡбыҙ, күрмәй ҡалмағыҙ!
👍75🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йылмайып алайыҡ әле 🤭

Картуф күмеп бөттөгөҙмө, ярҙамсылар килдеме?


Видео: Нияз Абдуллин.
10🔥2👏2
Эх, еләге!🍓

Ейәнсура районының еләкле йәйе был😍

Фотола Кинйәбулат ауылының уңғаны Гөлсиә Баһауетдинова тип хәбәр итә "Ейәнсура тормошо" төркөмө.
👍105👏2
Хәйерле көн ☀️
Уңышлы кесе йома теләйбеҙ!

📍 Айғыр, Белорет районы.
6👏2💘2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт туйы ❤️

Был видеола йәш киленгә һыу юлын күрһәтеү, кәләште ҡайны-ҡәйнә йортона индергәндә яҫтыҡҡа баҫтырыу, йәштәргә бал һәм май ҡаптырып теләк әйтеү, килен-кейәү һөйөү йолаларын күреп ҡалабыҙ.

Матур ғаилә ҡорған йәштәребеҙгә һаулыҡ, ишле һәм татыу ғаилә теләйбеҙ! 🥰


Ә һеҙ тағы ниндәй туй йолаларын беләһегеҙ?

Видео: Нил Баймырҙин.
14🔥1👏1😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Тарих тураһында әңгәмәне дауам итәбеҙ, дуҫтар!

Ҙур территория биләп йәшәгән башҡорт халҡының Урал тауҙарының ҡаҙылма байлыҡтарын яҡшы белеүе һәм үҙҙәре эшкәртеүе тураһында булыр был юлы ҡыҫҡа клип.


💯Тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин ошо темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған.
👍72🔥2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Егеттәр, был видео һеҙҙең өсөн!


Ҡарағыҙ, күпме һылыу башҡорт ҡыҙҙары бер урынға йыйылған: күҙләп, һайлап, кәләш итеп алаһы ғына ҡалған😉

Видео кисә төшөрөлгән, йәштәр Өфөлә сираттағы "Самауырлы ритайым"да күңелле генә ваҡыт үткәргән 🔥
👍9😁2💘21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔥Ауҙарыш башҡорт халыҡ уйынында актер Шәһит Хамматов үҙ көсөн һынап ҡараған.

Ауҙарыш - ир-егеттәрҙең көсөн, таһыллығын, һыбай йөрөү оҫталығын һынап ҡарау өсөн ойошторолған боронғо уйын.
5😁3🔥2💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Тарих биттәренә күҙ һалһаҡ...

Видео: "Башҡорттар" тапшырыуы.
7🥰2💘2
Хәйерле көн, барығыҙға ла! 🥰

🔰Бөгөн бөтә донъя халыҡ һаны (Всемирный день народонаселения) икән.

▪️Уны 1987 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы булдырған.

▪️Тап 38 йыл элек Ерҙәге халыҡ һаны 5 миллиардҡа еткән.

▪️Көн һайын донъяла халыҡ һаны 83 миллион кешегә артып тора икән.

Ошо 8 миллиард кеше араһында башҡорт халҡының да ишәйеп йәшәүен теләйбеҙ!
12👍3🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ә һеҙ балаларығыҙға ниндәй яғымлы һүҙҙәр әйтәһегеҙ?

Фидәлиә Йылҡыбаева видеоһын ҡарағыҙ һәм үҙ варианттарығыҙҙы комментарийҙарҙа яҙығыҙ 😉
12🥰4🔥2
📌Шүлгәнташ мәмерйәһендә зәңгәр төҫтәге үҙенсәлекле һүрәттәр табылған.

Мәскәү дәүләт университетының тарих факультеты студенттары Шүлгәнташ мәмерйәһендә практика үткән саҡта быға тиклем билдәле булмаған ташҡа төшөрөлгән һүрәттар тапҡан.

Улар зәңгәр һәм асыҡ күк төҫөндә булыуы менән үҙенсәлекле, быға тиклем палеолит осорона ҡараған урындарҙа осрағаны булмаған.

Европа һәм Уралдағы мәмерйәләрҙе 120 йылдан ашыу өйрәнеү дәүерендә тик ҡара, ҡыҙыл һәм һары төҫтәге һүрәттәр генә осраған. Ә күк һәм йәшел буяу эҙҙәрен палеолит осороноң асыҡ тораҡтарында ғына тапҡардар.

Ғалимдар быны шул дәүер мәҙәниәтенең йола тыйыуҙарына бәйлелер, тип иҫәпләгән булған.
“Изге урын һаналған мәмерйәләр эсендәге өҫкө палеолит дәүеренә ҡараған таш ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр өс төҫтә генә булған тигән ҡаты тезис был рәүешле ҡапыл юҡҡа сығыуы һуңғы йөҙйыллыҡта нығынған мәмерйә сәнғәтенең төҫ символикаһы тураһында ғына түгел, тотош палеолит мәҙәниәтенең һыны һәм үҫеше хаҡындағы ҡараштарҙы нигеҙенән үҙгәртә”,

- ти экспедиция етәксеһе, МДУ-ның тарих факультетының археология факультеты доценты Владислав Житенев.💯Ғалимдар яңы һүрәттәрҙең буяу составын ентекле өйрәнергә ниәтләй.
5👏2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Ишембай районындағы Ғүмәр тарлауығында "Бисура" фильмын төшөрөүҙән күренештәр.

Фильмды яҡташыбыҙ, режиссер Александра Бодрая төшөрә. Кинотаҫма прокатҡа 2026 йылда сығасаҡ, тип хәбәр итәләр.
👍75👏2
📌Изге йомала матур яңылыҡ!

💯Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәренә ике аҙнаға шифахана-курортта дауаланыуға сертификаттар тапшырыла башлаясаҡ.

56 мең һумлыҡ сертификат 3 йылға бер тапҡыр бирелә.
▪️ Уны дәүләт учреждениеларында иң кәмендә 3 йыл эшләгән һәм мәғариф өлкәһендә 10 йылдан ашыу стажы булған педагогтар алырға мөмкин.

Уҡытыусыларҙы шифахана-курорт дауаһы менән тәьмин итеү мәсьәләһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда үткән мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә күтәргәйне.


▪️Указ менән ошонда танышырға була: npa.bashkortostan.ru/46640/
9👍3😁1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥AY YOLA төркөмө яңы йыр сығарырға әҙерләнә!

Ул "Урал васыяты" - "Ural Vasyaty" тип аталасаҡ.

2025 йылдың 18 июлендә халыҡ иғтибарына тәҡдим итергә ниәтләйҙәр.

Был төркөмдөң "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосынан илһамланып ижад ителгән йырҙар рәтен тулыландырасаҡ.
20👍2🔥1