Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Тарих биттәренә күҙ һалһаҡ...

Видео: "Башҡорттар" тапшырыуы.
7🥰2💘2
Хәйерле көн, барығыҙға ла! 🥰

🔰Бөгөн бөтә донъя халыҡ һаны (Всемирный день народонаселения) икән.

▪️Уны 1987 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы булдырған.

▪️Тап 38 йыл элек Ерҙәге халыҡ һаны 5 миллиардҡа еткән.

▪️Көн һайын донъяла халыҡ һаны 83 миллион кешегә артып тора икән.

Ошо 8 миллиард кеше араһында башҡорт халҡының да ишәйеп йәшәүен теләйбеҙ!
12👍3🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ә һеҙ балаларығыҙға ниндәй яғымлы һүҙҙәр әйтәһегеҙ?

Фидәлиә Йылҡыбаева видеоһын ҡарағыҙ һәм үҙ варианттарығыҙҙы комментарийҙарҙа яҙығыҙ 😉
12🥰4🔥2
📌Шүлгәнташ мәмерйәһендә зәңгәр төҫтәге үҙенсәлекле һүрәттәр табылған.

Мәскәү дәүләт университетының тарих факультеты студенттары Шүлгәнташ мәмерйәһендә практика үткән саҡта быға тиклем билдәле булмаған ташҡа төшөрөлгән һүрәттар тапҡан.

Улар зәңгәр һәм асыҡ күк төҫөндә булыуы менән үҙенсәлекле, быға тиклем палеолит осорона ҡараған урындарҙа осрағаны булмаған.

Европа һәм Уралдағы мәмерйәләрҙе 120 йылдан ашыу өйрәнеү дәүерендә тик ҡара, ҡыҙыл һәм һары төҫтәге һүрәттәр генә осраған. Ә күк һәм йәшел буяу эҙҙәрен палеолит осороноң асыҡ тораҡтарында ғына тапҡардар.

Ғалимдар быны шул дәүер мәҙәниәтенең йола тыйыуҙарына бәйлелер, тип иҫәпләгән булған.
“Изге урын һаналған мәмерйәләр эсендәге өҫкө палеолит дәүеренә ҡараған таш ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр өс төҫтә генә булған тигән ҡаты тезис был рәүешле ҡапыл юҡҡа сығыуы һуңғы йөҙйыллыҡта нығынған мәмерйә сәнғәтенең төҫ символикаһы тураһында ғына түгел, тотош палеолит мәҙәниәтенең һыны һәм үҫеше хаҡындағы ҡараштарҙы нигеҙенән үҙгәртә”,

- ти экспедиция етәксеһе, МДУ-ның тарих факультетының археология факультеты доценты Владислав Житенев.💯Ғалимдар яңы һүрәттәрҙең буяу составын ентекле өйрәнергә ниәтләй.
5👏2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Ишембай районындағы Ғүмәр тарлауығында "Бисура" фильмын төшөрөүҙән күренештәр.

Фильмды яҡташыбыҙ, режиссер Александра Бодрая төшөрә. Кинотаҫма прокатҡа 2026 йылда сығасаҡ, тип хәбәр итәләр.
👍75👏2
📌Изге йомала матур яңылыҡ!

💯Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәренә ике аҙнаға шифахана-курортта дауаланыуға сертификаттар тапшырыла башлаясаҡ.

56 мең һумлыҡ сертификат 3 йылға бер тапҡыр бирелә.
▪️ Уны дәүләт учреждениеларында иң кәмендә 3 йыл эшләгән һәм мәғариф өлкәһендә 10 йылдан ашыу стажы булған педагогтар алырға мөмкин.

Уҡытыусыларҙы шифахана-курорт дауаһы менән тәьмин итеү мәсьәләһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда үткән мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә күтәргәйне.


▪️Указ менән ошонда танышырға була: npa.bashkortostan.ru/46640/
9👍3😁1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥AY YOLA төркөмө яңы йыр сығарырға әҙерләнә!

Ул "Урал васыяты" - "Ural Vasyaty" тип аталасаҡ.

2025 йылдың 18 июлендә халыҡ иғтибарына тәҡдим итергә ниәтләйҙәр.

Был төркөмдөң "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосынан илһамланып ижад ителгән йырҙар рәтен тулыландырасаҡ.
20👍2🔥1
Өфө. Фонарь. Ай.🌕

Тәмле төштәр 😴
💘84🥰2
Һеҙҙең өсөн йыр
7💘2
Audio
Рәхим итеп тыңлағыҙ)
1
"Был егеттәр - "Геройҙар ваҡыты" федераль программаһының икенсе ағымында ҡатнашыусылар",
- тип хәбәр иткән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Федераль программаны ил Президенты Владимир Путин махсус хәрби операцияның үткән ир-егеттәр белемдәрен ил мәнфәғәтенә йүнәлтә алһын өсөн булдырҙы.

💯Әле" Геройҙар ваҡыты" федераль программаһының икенсе ағымы бара һәм унда Башҡортостандан Рәсәй Геройы Денис Чернавин, Батырлыҡ ордены кавалерҙары Денис Камалетдинов, Илья Миронов һәм Денис Худяков ҡатнаша.

▪️Улар бик ҡатмарлы һайлап алыу турын үткән - 20 мең кандидат араһынан 85 кеше алынған. 7 июндән белемдәрен камиллаштыра башлағандар.

"Мин беренсе ағым менән уҡый башлаған һәм МХО ветерандарының төбәк ассоциацияһын етәкләгән Оскар Ситдиҡовтың остазымын. Хәҙер Денис Чернавинға ла остаз буласаҡмын.
Ир-егеттәр менән артабанғы эш планы буйынса фекер алыштыҡ. Ышанам, белем алғандан һуң улар илебеҙ һәм республикабыҙҙың етәкселек командаһына ҡушылыр. Һәм нисек кенә булмаһын, кесе Ватаныбыҙға файҙа килтерәсәктәр",

- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы.

📍 Әйткәндәй, Башҡортостанда" Геройҙар ваҡыты" федераль программаһына оҡшаш "Башҡортостан геройҙары" бойомға ашырыла.

Программаға Рәсәйҙең 40 төбәгенән 2 меңдән ашыу МХО ветерандары һәм ҡатнашыусыларҙан ғариза ҡабул ителгән.

Ҡатмарлы һайлап алыу турынан һуң, 70 кеше финалға үткән. Уларҙың һәр береһе үҙе һайлаған йүнәлеш буйынса остаз менән шөғөлләнәсәк.
6👍3🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төмән яғына башҡорттар нимә эҙләп барып сыға?


Был һорауға тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтиндың яуабын тыңлайыҡ.
8👍4💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Видео: Искәндәр Сөләймәнов.
👍6🔥63💘21
Эй, ауылым! ❤️

📍 Күгәрсен районы, Нуҡай ауылы күренештәре.

💯Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә үҙ ауылығыҙҙың фотоларын комментарийҙарға ебәрегеҙ!

Иң матур фотоларҙы һайлап, сығарырбыҙ😉
🔥62🥰2👏2😁1💘1