Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
677 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥AY YOLA төркөмө яңы йыр сығарырға әҙерләнә!

Ул "Урал васыяты" - "Ural Vasyaty" тип аталасаҡ.

2025 йылдың 18 июлендә халыҡ иғтибарына тәҡдим итергә ниәтләйҙәр.

Был төркөмдөң "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосынан илһамланып ижад ителгән йырҙар рәтен тулыландырасаҡ.
20👍2🔥1
Өфө. Фонарь. Ай.🌕

Тәмле төштәр 😴
💘84🥰2
Һеҙҙең өсөн йыр
7💘2
Audio
Рәхим итеп тыңлағыҙ)
1
"Был егеттәр - "Геройҙар ваҡыты" федераль программаһының икенсе ағымында ҡатнашыусылар",
- тип хәбәр иткән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Федераль программаны ил Президенты Владимир Путин махсус хәрби операцияның үткән ир-егеттәр белемдәрен ил мәнфәғәтенә йүнәлтә алһын өсөн булдырҙы.

💯Әле" Геройҙар ваҡыты" федераль программаһының икенсе ағымы бара һәм унда Башҡортостандан Рәсәй Геройы Денис Чернавин, Батырлыҡ ордены кавалерҙары Денис Камалетдинов, Илья Миронов һәм Денис Худяков ҡатнаша.

▪️Улар бик ҡатмарлы һайлап алыу турын үткән - 20 мең кандидат араһынан 85 кеше алынған. 7 июндән белемдәрен камиллаштыра башлағандар.

"Мин беренсе ағым менән уҡый башлаған һәм МХО ветерандарының төбәк ассоциацияһын етәкләгән Оскар Ситдиҡовтың остазымын. Хәҙер Денис Чернавинға ла остаз буласаҡмын.
Ир-егеттәр менән артабанғы эш планы буйынса фекер алыштыҡ. Ышанам, белем алғандан һуң улар илебеҙ һәм республикабыҙҙың етәкселек командаһына ҡушылыр. Һәм нисек кенә булмаһын, кесе Ватаныбыҙға файҙа килтерәсәктәр",

- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы.

📍 Әйткәндәй, Башҡортостанда" Геройҙар ваҡыты" федераль программаһына оҡшаш "Башҡортостан геройҙары" бойомға ашырыла.

Программаға Рәсәйҙең 40 төбәгенән 2 меңдән ашыу МХО ветерандары һәм ҡатнашыусыларҙан ғариза ҡабул ителгән.

Ҡатмарлы һайлап алыу турынан һуң, 70 кеше финалға үткән. Уларҙың һәр береһе үҙе һайлаған йүнәлеш буйынса остаз менән шөғөлләнәсәк.
6👍3🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төмән яғына башҡорттар нимә эҙләп барып сыға?


Был һорауға тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтиндың яуабын тыңлайыҡ.
8👍4💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Видео: Искәндәр Сөләймәнов.
👍6🔥63💘21
Эй, ауылым! ❤️

📍 Күгәрсен районы, Нуҡай ауылы күренештәре.

💯Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә үҙ ауылығыҙҙың фотоларын комментарийҙарға ебәрегеҙ!

Иң матур фотоларҙы һайлап, сығарырбыҙ😉
🔥62🥰2👏2😁1💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
-Алло, һин ҡайҙа?
-Өйҙә!

Видео: интернеттан.
8🔥3💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Беҙ быны эшләнек! Шүлгәнташыбыҙ, ниһайәт, халыҡ-ара статус алды",

- тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

💯Кисә Парижда ғалимдар Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя исемлегенә индереү өсөн тауыш биргән. Был Башҡортостан өсөн тарихи ваҡиға.

Республика етәксеһе бындай юғары баһа мәмерйәне һаҡлау йүнәлешендә эшләгән беҙҙең ғалимдарҙың, белгестәрҙең, фәнни институттарҙың һәм республиканың етәксе командаһының эшен дә баһалау булып тора, тип билдәләгән.

"Был үҙенсәлекле объект ЮНЕСКО исемлегенә инеүгә дәғүә итеүселәр араһында булғандан алып бик күп эштәр атҡарылған. Беҙ боронғо һүрәттәрҙе һаҡлау һәм мәмерйәгә кеше йоғонтоһон кәметеү өсөн тотош бер инфраструктура булдырҙыҡ. Тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡ ҡа нигеҙ һалдыҡ, алдынғы халыҡ-ара стандарттарға яраҡлы, лабораториялы һәм һүрәттәрҙең күсермәһе булған заманса музей комплексы төҙөнөк. Мәмерйәгә автономиялы мониторингу системаһын ҡуйҙыҡ һәм туристик маршруттарҙы яңырттыҡ. ЮНЕСКО-ның барлыҡ талаптарын үтәнек.

Тикшеренеү һөҙөмтәләре, быға тиклем баҫылған күп мәғлүмәттәр һәм архив материалдары без бер нисә йыл әҙерләгән номинацион досье нигеҙен тәшкил итте. Һәм тауыш биреүҙә ҡатнашҡан илдәрҙең вәкилдәре объекттың үҙенә бер айырым булыуынан тыш, күрһәтелгән досьеның да юғары сифатын, ҡомартҡыны һаҡлау буйынса атҡарылған эшебеҙҙең масштабын да билдәләп үтте.

Был иҫ киткес ҡаҙаныш өсөн ғилми берләшмәбеҙгә, "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡ коллективына, республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетына, Ҡомартҡыларҙы һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара милли комитет вице-президенты (ИКОМОС России), ИКОМОС-тың төбәк бүлеге етәксеһе Данир Ғәйнуллинға шәхси рәхмәтемде белдерәм.

Бөгөнгө ҡарарҙары өсөн ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы комитеты коллективына рәхмәтемде белдерәм",

- тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

💯Шулай уҡ республика етәксеһе бының менән генә эш тамамланмай, тип билдәләгән. ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының алдан әҙерләнгән исемлегенә Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау, шулай уҡ Воскресенск баҡыр иретеү заводы комплексы индерелгән. Һәм уларға ла халыҡ-ара статусы биреү өсөн милли досье әҙерләү эше тора.
7👍5💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары - Һомайҙың йондоҙҙары

Видео: Миләүшә Хәйбуллина.
8🔥3👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Кисәге Бишбүләк районында "БишБалыҡ" республика гастрономия фестивале сиктәрендә "Тылсымлы моңдар" фестиваленә йомғаҡ яһалған.

Башҡорт халҡының йолаларын һаҡлау һәм фольклор традицияларын үҫтереү маҡсатында ойошторолған сара Башҡортостандың 13 районынан 21 иң сағыу коллективты һәм Татарстандан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән ҡатнашыусыларҙы йыйған. Барлығы 250-нән ашыу ҡатнашыусы булған.

💯Фестивалдә балалар фольклор коллективтары араһында Әбйәлил районының Мәҙәни-ял итеү үҙәгенең "Ҡабырсаҡ" балалар фольклор коллективы I дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Етәксеһе Резеда Юлдашева, хореограф Гүзәл Әсәҙуллина.

💯Ә өлкәндәр араһында ике еңеүе - Мәләүез Мәҙәни-ял итеү үҙәгенең "Мәләүез ынйылары" фольклор коллективы (етәксеһе Гөлсөм Хисаметдинова) менән 💯Балаҡатай районының Билән ауылы мәҙәниәт йортоноң "Серҙәш" халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Эльвира Ниғәмәтова) I дәрәжә диплом яулаған.
7👍3🥰2
Хәйерле көн! 🌿

Йәй уртаһы ла һиҙелмәй генә килде лә етте бит, әй!


Уңышлы аҙна теләйбеҙ.

📍 Баймаҡ районы.
Фото: Байрас Байбулов.
9👏2💘1