Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
677 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ауыл кистәре 🧡

Видео: Салауат Юнысов.
10💘2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔥Көндө күңелдәрҙе елкендерерлек күренеш һәм шатлыҡлы ваҡиға менән башлайыҡ әле бөгөн!

💯12 июлдә Францияның Париж ҡалаһында Болгария рәйеслегендә үткән Бөтә донъя мираҫы комитетының 47-се сессияһында "Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡая ташҡа төшөрөлгән һүрәттәре" мәҙәни объектын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫ исемлегенә индерелгәйне.


Бөгөн Өфөгә ҡайтып төшкән Башҡортостан делегацияһын аэропортта ҡаршы алдылар.👏👏👏

БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары тәбрикләне. 🔥

💯Башҡортостан делегацияһы Рәсәй ИКОМОС Милли комитетының вице-президенты, ИКОМОС-тың төбәк бүлексәһе етәксеһе Данир Ғәйнуллин етәкселегендә барҙы.

Делегацияға ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитетының башҡарыусы директоры Рената Лоҡманова, "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡ директоры Фәүзил Маликов һәм номинацияға әҙерлек эштәрен алып барған белгестәр - "Шүлгәнташ мәмерйәһе" музейы директорының ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса урынбаҫары Раян Әхмәтйәнов, тәбиғи ҡурсаулыҡтың ғилми хеҙмәткәре Ольга Червяцова инде.

🎉Көн шундай шатлыҡлы ваҡиғаларға тулы булһын!
7👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Үткән аҙнаның сағыу ваҡиғаларының береһе - "Ҡош юлы" башҡорт бард фестивале булды.

Ейәнсураның хозур тәбиғәте ҡосағына йыйылып, гитараға ҡушылып йырлап, усаҡ янында серләшеп, таланттарын күрһәтеп, айыҡ аралашып ҡайтты йәштәр.

Видео: Динара Ғәлләмова.
8🔥5
🔥"Башҡорт аты" фестивале 6 сентябрҙә үтә!

Был сағыу сара Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк.

Ойоштороусылар фестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте еткерергә вәғәҙә иткән, яңылыҡтарыбыҙҙы уҡып барығыҙ!
3🔥3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кремль эргәһендә 🔥🔥🔥

Видео: Нурсилә Исхаҡова.
🔥64
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Моңло пауза 🥰

Айҙар Ғәлимовтың тағы ниндәй йырҙарын яратаһығыҙ?
🔥93💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
😻Бибинур Бесәй кемдең тауышы менән һөйләй?

Әлбиттә, билдәле йырсы Лиана Хәбибуллина тауышы менән😸

"Балалар" проектының йәнһүрәттәрендә Бибинур Бесәйҙән тыш тағы ниндәй персонаждар барлығын да белһәгеҙ, тимәк, балаларығыҙ был башҡортса йәнһүрәтте үҙ итә 😉😸
🔥9
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Әр-Рахим" мәсетенең төҙөлөш эштәрен яҡтыртҡан мөһим видео ҡарағыҙ!

Был - БЮТ каналы хәбәрсеһе Ильяс Батыргәрәев төшөргән сюжет.


Унда төҙөлөштөң ниндәй өлөштәре тамамланған, ниндәй ауырлыҡтар тыуған һәм уларҙы нисек үтәләр, мәсетте бар матурлығында ҡасан күрә аласаҡбыҙ тигән һорауҙарға яуап табырһығыҙ.
🔥91🥰1
Хәйерле көн! ☀️

📸Төркөмдәшебеҙ Фәнисә Әхмәтова Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылына матур күренештәр менән уртаҡлашты.

Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк үҙ ауылығыҙҙың күренештәрен ебәрегеҙ.

Ҡайһы район, ниндәй ауыл икәнен мотлаҡ яҙығыҙ😉
3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киң ҡырҙарҙа йыр яңғырай,
Уйҙарымды белгән төҫлө:
Иң матуры - баҫыуҙарҙа
Тулҡынланған иген төҫө.


Гөлфиә ЮНЫСОВА.
8
📌9 июлдә “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы асылыуға өс йыл тулды.

Ошо уңайҙан 19 июлдә ҡурсаулыҡта фестиваль ойошторола.


Байрамдың төп сараһы - “Урал батыр кубогы”на спорт уйындары буласаҡ. Шулай уҡ халыҡ уйындары, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә, йәрминкә һәм асыҡ һауалағы концерт ойоштороласаҡ.

💯Ошо көндәрҙә Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ҡая таштарға төшөрөлгән һүрәттәр ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫ исемлегенә индерелде.
4👍3🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баҫ, баҫ, баҫ эҙенә,
Күҙ теймәһен үҙенә.
Фәрештәләр ҡанат йәйә
Һинең баҫҡан эҙеңә.

Видео: Эльвина Сирусина.
7👍4❤‍🔥2
Хәйерле көн! ☀️

📍 Бөгөн һеҙгә Белорет районы Үрге Әүжән ауылын күрһәтәбеҙ.

🔹Ауылға 1754 йылда күсеп килгән урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һалған. Бында Әүжән-Петровский суйын иретеү заводы төҙөлә башлай.

🔹Үрге Әүжән ауылынан 14 км алыҫлыҡта Әүжән урмансылығында йыртҡыс ҡоштарҙың оялары тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан. Ул 1986 йылда булдырылған һәм 591 гектар территорияла бөркөт ояларын һаҡлай. 🦅
9💘1