Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
677 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Моңло пауза 🥰

Айҙар Ғәлимовтың тағы ниндәй йырҙарын яратаһығыҙ?
🔥93💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
😻Бибинур Бесәй кемдең тауышы менән һөйләй?

Әлбиттә, билдәле йырсы Лиана Хәбибуллина тауышы менән😸

"Балалар" проектының йәнһүрәттәрендә Бибинур Бесәйҙән тыш тағы ниндәй персонаждар барлығын да белһәгеҙ, тимәк, балаларығыҙ был башҡортса йәнһүрәтте үҙ итә 😉😸
🔥9
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Әр-Рахим" мәсетенең төҙөлөш эштәрен яҡтыртҡан мөһим видео ҡарағыҙ!

Был - БЮТ каналы хәбәрсеһе Ильяс Батыргәрәев төшөргән сюжет.


Унда төҙөлөштөң ниндәй өлөштәре тамамланған, ниндәй ауырлыҡтар тыуған һәм уларҙы нисек үтәләр, мәсетте бар матурлығында ҡасан күрә аласаҡбыҙ тигән һорауҙарға яуап табырһығыҙ.
🔥91🥰1
Хәйерле көн! ☀️

📸Төркөмдәшебеҙ Фәнисә Әхмәтова Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылына матур күренештәр менән уртаҡлашты.

Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк үҙ ауылығыҙҙың күренештәрен ебәрегеҙ.

Ҡайһы район, ниндәй ауыл икәнен мотлаҡ яҙығыҙ😉
3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киң ҡырҙарҙа йыр яңғырай,
Уйҙарымды белгән төҫлө:
Иң матуры - баҫыуҙарҙа
Тулҡынланған иген төҫө.


Гөлфиә ЮНЫСОВА.
8
📌9 июлдә “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы асылыуға өс йыл тулды.

Ошо уңайҙан 19 июлдә ҡурсаулыҡта фестиваль ойошторола.


Байрамдың төп сараһы - “Урал батыр кубогы”на спорт уйындары буласаҡ. Шулай уҡ халыҡ уйындары, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә, йәрминкә һәм асыҡ һауалағы концерт ойоштороласаҡ.

💯Ошо көндәрҙә Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ҡая таштарға төшөрөлгән һүрәттәр ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫ исемлегенә индерелде.
4👍3🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баҫ, баҫ, баҫ эҙенә,
Күҙ теймәһен үҙенә.
Фәрештәләр ҡанат йәйә
Һинең баҫҡан эҙеңә.

Видео: Эльвина Сирусина.
7👍4❤‍🔥2
Хәйерле көн! ☀️

📍 Бөгөн һеҙгә Белорет районы Үрге Әүжән ауылын күрһәтәбеҙ.

🔹Ауылға 1754 йылда күсеп килгән урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һалған. Бында Әүжән-Петровский суйын иретеү заводы төҙөлә башлай.

🔹Үрге Әүжән ауылынан 14 км алыҫлыҡта Әүжән урмансылығында йыртҡыс ҡоштарҙың оялары тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан. Ул 1986 йылда булдырылған һәм 591 гектар территорияла бөркөт ояларын һаҡлай. 🦅
9💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Дүртөйлө ҡалаһының Н. Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусылары АгроРобот төҙөгән!

💯Был ғәжәйеп проект тураһында Рәил Әкрәмов, Ришат Ғиләжев, Байрас Килмәтов "Тамыр" телеканалы үткәргән Тасимов исемендәге "АСЫШ" проектында һөйләгән. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған.

"Тасимов тураһында иҫләһәм, гел тәндәрем зымбырлап китә. 1773 йылда Санкт-Петербургта Тау училищеһы асырға батырлыҡ итер һәм шуға ирешер өсөн ниндәй фекер киңлеге, ихтыяр көсө, ныҡышмал булырға кәрәк булған! Башҡорт мәғдәнсеһе училищены асҡан һәм үҙ аҡсаһына тотҡан.

Тасимовтың өлгөһө - беҙҙең өсөн көслө мотивация. Һәм беҙ Тасимовтың ҡеүәте замандың йәш тикшеренеүселәре мейеһенә һеңеүен теләйбеҙ. Мин үҫмерҙең һәр тикшеренеү эше иғтибар һәм ихтирам талап итә тип иҫәпләйем. Балаларҙың асышҡа ынтылышы - бөтә нәмәнең үҫешенә этәргес",

- тип яҙған сәхифәһендә" Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.

Гөлназ Фәрит ҡыҙы тап ошо ниәттәр менән Тасимов исемендәге "Асыш" проектының беренсе сезонын Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәреүҙәрен билдәләгән.

Медиаконкурс һәм Йәш тикшеренеүселәр форумында балалар ҙа, компетентлы баһалама ағзалары ла ихлас ҡатнашҡан. Йәш тикшеренеүселәрҙең эштәрен оло ғалимдар Рәсих Хәмитов, Фирзинат Дәүләтов, йәш быуындан Ренат Кәримов, Вадим Харисрв, Марс Ғәләүетдинов, тележурналистар Наил Юнысов, Адель Һөнәрғолова баһалаған.

Проекттың 5 номинацияһы буйынса еңеүселәр тураһында фильмдар төшөрөлә.

Бынан тыш, 5 күренекле ғалим тураһында фильмдар төшөрөлгән: беренсе нефтсе ҡатын-ҡыҙ Мәғрифә Мәүлитова, БАССР-ҙың беренсе һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары Ғүмәр Ҡыуатов, беренсе совет ЭВМ-дары "Стрела", "Урал-1" эшләүсе Бәшир Рәмиев, электрлаштырыу өлкәһендәге ғалим Юлай Байрамғолов, селекционер Сабирйән Ҡунаҡбаев.
Сценарий авторы Гөлфиә Раянова, режиссер Адель Һөнәрғолова.

ТАМЫР балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы коллективына рәхмәт әйтәбеҙ һәм йәш быуынға ҡанат ҡуйырлыҡ яңы проекттарын көтөп ҡалабыҙ! 💟
🔥4👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!❤️


"Йатаған" төркөмө етәксеһе Илдар Шакиров менән бергә самауыр сәйе "эсегеҙ" 😉
🔥93
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 26 июлдә Белорет районы Ноҡат ауылында БР "Ирҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһы йүкә ағасынан батман эшләү буйынса сара ойоштора.

Атай менән ул икәүләшеп батман әҙерләргә тейеш.
Был халыҡ кәсебен йәш быуынға өйрәтеү, быуындар араһын нығытыу маҡсатында.

‼️Ҡатнашыусыларға үҙҙәре менән түбәндәге эш ҡоралдарын алырға кәрәк:
балта, сүкеш, ҡасау (стамеска), ҡул йәки электр йышҡыһы (рубанок), электр дреле йәки шөрөп борғос, электр лобзигы, бырау (сверло перовое), электр дреле өсөн түңәрәк шымартыу наждагы, бысаҡ, ҡул фрезерлау станогы, ҡыҫҡыс (струбцина), циркуль, ҡәләм, эш кейеме, күҙлек һәм бирсәткә.

Ҡатнашыр өсөн алдан теркәлеү үтеү мөһим, урындар сикле.


Ҡатнашыусылар сәғәт иртәнге 9-ға килә, 11-ҙә асыу тантанаһы була. Шулай уҡ төрлө ҡул эштәре мең һатыу итеү ойошторола.

Барлыҡ һорауҙар буйынса ойоштороусыларҙың береһе Азамат Заһитуллинға мөрәжәғәт итергә була (вацап): 8 962 530 66 74
👍5🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔰Был көндәрҙә Йылайыр районында "Аҫылташ" йәштәр форумы үтә.

🔹Уны быйыл "Za единство - Za берҙәмлек" форумы сиктәрендә ойошторалар.

🔹Матур башҡорт йәштәре йыйылған форумға. Улар өсөн Лидерлыҡ оҫтаханаһы, Мәҙәниәт оҫтаханаһы, Медиа оҫтаханаһы тигән йүнәлештәрҙә файҙалы һәм фәһемле осрашыуҙар, лекциялар әҙерләнгән. Уңыш ҡаҙанған шәхестәр йәштәр менән күҙгә күҙ ҡарашып һөйләшә.

🔹Шулай уҡ киске программа ла бик матур төҙөлгән. Йәштәр ятлатып тыңлаған йырсыларыбыҙ сығыш яһаясаҡ.

📍Видеола киске ял минутынан күренеш. Интернеттан.
👍73🤮2