Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
678 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялдарға ниндәй пландарығыҙ бар?

Ғаиләгеҙ менән республикабыҙҙың иң матур райондарының береһе - Бөрйән районын барып күрергә тәҡдим итәбеҙ.


📍 Бөрйән районында нимәләр бар?

🔹Шүлгәнташ мәмерйәһе
🔹"Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы
🔹Аҡбуҙатҡа һәйкәл
🔹Иҫ киткес хозур тәбиғәт (Инсебикәташҡа менеп төшөргә мөмкин)
🔹 Ағиҙел булап һалда ағырға була.

💯Бәлки, арабыҙҙа бөрйәндәр йәки сәйәхәтселәр барҙыр һәм беҙгә был исемлекте тулыландырырға ярҙам итерҙәр. 😉
6🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле ауыл иртәһе! 🥰

📍 Белорет районы, Йөйәк ауылы.

Видео: Азалия Исҡаҡова.
9
Бесәнгә төштөгөҙмө әле?🍀

Әбйәлил районы Амангилде ауылынан Буранбай Шакиров ҡышҡылыҡты хәстәрләй ҙә башлаған. Ауылдаштары уңған ир-уҙаманға 87 йәш булыуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙән һис ҡалышмай эшләүе тураһында яҙған.

Буранбай апаға (ата-әсәйҙән өлкән ир кешегә әбйәлилдәр шулай тип өндәшә икән) һаулыҡ теләйбеҙ.


Ә инде төркөмдәштәр араһында унан үрнәк алыусылар ҙа табылһа һәм эшһөйәрлеккә күнһә - шат булырбыҙ! 💟
🔥5💘2
📌 Аҙналы, Юлай һәм Салауат нәҫеле шәжәрәһе тиелгән.

Аҙналы нәҫел ебе дөрөҫ булыуын 1795, 1816 йылғы ревиз яҙмалары һәм хатта ДНК-тест ярҙамында раҫланған.
👍52
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Ҡариҙел районында ла тәбиғәт һоҡланып туймаҫлыҡ 😍

Видео: Нурзилә исемле һылыуҙан.
5🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бала саҡтың иң күңелле осоро! 🔥

Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылынан Рәсих Йортбәков малайҙарҙы бала саҡтан атта һыбай йөрөргә өйрәтә, уларҙы төрлө бәйгеләргә әҙерләй, тип яҙғандар. 👍

Үҫмерҙәр бына шулай Һаҡмар йылғаһында аттарҙы һыу индерә.

Был, моғайын, бала саҡтың иң матур хәтирәләренең береһе булып ҡалыр. Бөтәһенә лә атты йылғаға төшөрөү, һыбай йөрөү тәтемәй ул.


Видео: "Ҡурай-ТВ".
7🔥3👎2
Ялығыҙ матур үтһен!

📍 Белорет районы, Ҡыраҡа һырты
6🥰2
📌Бөгөн Башҡорт АССР-ның беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 145 йыл.

Ғәфүров Ғәбделмәжит Нурғәни улы Еҙем-Ҡаран ауылында (хәҙерге Ғафури районы) 1880 йылдың 20 июлендә донъяға килгән. Сығышы менән кәлсер-табын ырыуы башҡорттарынан була.

Башҡорт әҙәбиәте классигы бик күп төрлө жанрҙарҙа ижад итә. Ул шиғырҙарҙан тыш хикәйәләр һәм повестар авторы ла.
7💘3
📌 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡымыҙ етештереүселәргә ярҙам күрһәтеүҙе мотлаҡ дауам итергә вәғәҙә биргән.

Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡымыҙ етештереүселәр тураһында яҙған.

🔥Бөгөн Башҡортостанла 180-гә яҡын ҡымыҙ фермаһы бар. Көн һайын тиҫтәләгән тонна, йылына 3,5 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ етештерелә.

Был шифалы эсемлекте етештереү буйынса беҙҙең төбәк илдә беренсе урында. Республикала алдынғы райондар араһында Әбйәлил, Әлшәй, Бәләбәй, Баймаҡ, Учалы һәм башҡалар килә икән.

"Башҡорт ҡымыҙын сит илдәрҙә лә яраттылар. Ул мөһим экспорт продуктына әүерелә бара. Мәҫәлән, былтыр 6,4 мең тонна беҙҙең ҡымыҙҙы һәм ҡымыҙ эсемлеген Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға тейәнек.

Ҡымыҙ етештереүселәргә ярҙам күрһәтеүҙе мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Йылҡысылыҡ - ул Башҡортостандың милли йолаһы ғына түгел. Ул иҡтисадыбыҙҙың ҙур бер өлөшө лә һәм уның перспективалары яҡшы.

Республикала ҡымыҙ миҙгеле ҡыҙған мәл. Эсегеҙ һәм сәләмәт булығыҙ!"

- тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Әйткәндәй, һеҙ был шифалы эсемлекте ҡайҙан алып эсәһегеҙ?
🔥3👍2👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Моңло тәнәфес 🔥

Видео: just_musiic
🔥8🥰3👏1💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Усаҡ. Йәш саҡ. Йыр.

Видео: Лена Асҡарова.
🔥113💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Балалар" проекты йәнһүрәттең яңы серияһын әҙерләй!


Был юлы йәнлектәр уйын ҡоралдары менән танышасаҡ. 🔥
🥰53👍2💘1