Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
678 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
📌 "Берҙәм Рәсәй"ҙең йәмәғәт ярҙамы штабында күренекле башҡорт фольклорсыһы, БАССР-ҙың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың мираҫын һаҡлауға арналған кәңәшмә уҙған.

Сарала фольклорсылар, тарихсылар, мәҙәниәт белгестәре, етәкселек һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашҡан. Улар Мөхәмәтша Буранғоловтың милли мәҙәниәткә индергән өлөшөн популярлаштырыу маҡсатында атҡараһы эштәр тураһында фекер алышҡан.
👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Эш көнө аҙағында моңло пауза ⏸️

Видео: интернеттан.
🔥5🥴32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Изге йома мөбәрәк булһын!🌙

🔹Учалы ҡалаһынан Лүзә, Зәкиә, Сәкинә апайҙар, тип яҙған видео авторы, билдәле тележурналист Морат Лоҡманов.
2🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Урал васыяты"н ишеттегеҙме әле, дуҫтар?


Ис киткес мәғәнәле йыр яҙған, һоҡланырлыҡ клип төшөргән AY YOLA төркөмө!
8🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бүре һуғыу - гуманлы һунар төрө.

Баймаҡ районында бөгөн дә был ысул менән һунар итеүселәр бар.

🐺Бүре һуғыу йолаһы Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының материаль булмаған этномәҙәни байлығы исемлегенә индерелгән.


🔹Бүрене һуйыл менән шаңҡытып һуғып алғандар. Был үлтереү өсөн түгел, ә ауылға яҡынлау һәм малды тәләфләүҙән биҙҙереү маҡсатында эшләнгән.

🔹Тотолған бүрене бер нисә ай кәртәлә ҡурҡытып тотҡандар.

🔹Шунан кире иреккә ебәргәндәр. Ҡолағына инәү һалғандар.

Республика халыҡ ижады үҙәге йыйнаған видеоны иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
8
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Сто лет тому назад тогдашний горный мир
Приятно изумил безграмотный башкир",

- тип яҙа Пётр Алексеев, Санкт-Петербург тау университетының 100 йыллығына арналған шиғырында.

Исмәғил Тасимов наҙан була алғанмы?

💯Был турала тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин һөйләй.
🥰5👍3👏3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эй, дәртле бейей ҙә һуң был баймаҡтар!🔥

Динислам Исҡужин улдары Салауат һәм Юлай менән өҙҙөрә баҫа!
8🔥4👍3💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялдарға ниндәй пландарығыҙ бар?

Ғаиләгеҙ менән республикабыҙҙың иң матур райондарының береһе - Бөрйән районын барып күрергә тәҡдим итәбеҙ.


📍 Бөрйән районында нимәләр бар?

🔹Шүлгәнташ мәмерйәһе
🔹"Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы
🔹Аҡбуҙатҡа һәйкәл
🔹Иҫ киткес хозур тәбиғәт (Инсебикәташҡа менеп төшөргә мөмкин)
🔹 Ағиҙел булап һалда ағырға була.

💯Бәлки, арабыҙҙа бөрйәндәр йәки сәйәхәтселәр барҙыр һәм беҙгә был исемлекте тулыландырырға ярҙам итерҙәр. 😉
6🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле ауыл иртәһе! 🥰

📍 Белорет районы, Йөйәк ауылы.

Видео: Азалия Исҡаҡова.
9
Бесәнгә төштөгөҙмө әле?🍀

Әбйәлил районы Амангилде ауылынан Буранбай Шакиров ҡышҡылыҡты хәстәрләй ҙә башлаған. Ауылдаштары уңған ир-уҙаманға 87 йәш булыуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙән һис ҡалышмай эшләүе тураһында яҙған.

Буранбай апаға (ата-әсәйҙән өлкән ир кешегә әбйәлилдәр шулай тип өндәшә икән) һаулыҡ теләйбеҙ.


Ә инде төркөмдәштәр араһында унан үрнәк алыусылар ҙа табылһа һәм эшһөйәрлеккә күнһә - шат булырбыҙ! 💟
🔥5💘2
📌 Аҙналы, Юлай һәм Салауат нәҫеле шәжәрәһе тиелгән.

Аҙналы нәҫел ебе дөрөҫ булыуын 1795, 1816 йылғы ревиз яҙмалары һәм хатта ДНК-тест ярҙамында раҫланған.
👍52
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Ҡариҙел районында ла тәбиғәт һоҡланып туймаҫлыҡ 😍

Видео: Нурзилә исемле һылыуҙан.
5🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бала саҡтың иң күңелле осоро! 🔥

Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылынан Рәсих Йортбәков малайҙарҙы бала саҡтан атта һыбай йөрөргә өйрәтә, уларҙы төрлө бәйгеләргә әҙерләй, тип яҙғандар. 👍

Үҫмерҙәр бына шулай Һаҡмар йылғаһында аттарҙы һыу индерә.

Был, моғайын, бала саҡтың иң матур хәтирәләренең береһе булып ҡалыр. Бөтәһенә лә атты йылғаға төшөрөү, һыбай йөрөү тәтемәй ул.


Видео: "Ҡурай-ТВ".
7🔥3👎2
Ялығыҙ матур үтһен!

📍 Белорет районы, Ҡыраҡа һырты
6🥰2
📌Бөгөн Башҡорт АССР-ның беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 145 йыл.

Ғәфүров Ғәбделмәжит Нурғәни улы Еҙем-Ҡаран ауылында (хәҙерге Ғафури районы) 1880 йылдың 20 июлендә донъяға килгән. Сығышы менән кәлсер-табын ырыуы башҡорттарынан була.

Башҡорт әҙәбиәте классигы бик күп төрлө жанрҙарҙа ижад итә. Ул шиғырҙарҙан тыш хикәйәләр һәм повестар авторы ла.
7💘3
📌 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡымыҙ етештереүселәргә ярҙам күрһәтеүҙе мотлаҡ дауам итергә вәғәҙә биргән.

Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡымыҙ етештереүселәр тураһында яҙған.

🔥Бөгөн Башҡортостанла 180-гә яҡын ҡымыҙ фермаһы бар. Көн һайын тиҫтәләгән тонна, йылына 3,5 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ етештерелә.

Был шифалы эсемлекте етештереү буйынса беҙҙең төбәк илдә беренсе урында. Республикала алдынғы райондар араһында Әбйәлил, Әлшәй, Бәләбәй, Баймаҡ, Учалы һәм башҡалар килә икән.

"Башҡорт ҡымыҙын сит илдәрҙә лә яраттылар. Ул мөһим экспорт продуктына әүерелә бара. Мәҫәлән, былтыр 6,4 мең тонна беҙҙең ҡымыҙҙы һәм ҡымыҙ эсемлеген Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға тейәнек.

Ҡымыҙ етештереүселәргә ярҙам күрһәтеүҙе мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Йылҡысылыҡ - ул Башҡортостандың милли йолаһы ғына түгел. Ул иҡтисадыбыҙҙың ҙур бер өлөшө лә һәм уның перспективалары яҡшы.

Республикала ҡымыҙ миҙгеле ҡыҙған мәл. Эсегеҙ һәм сәләмәт булығыҙ!"

- тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Әйткәндәй, һеҙ был шифалы эсемлекте ҡайҙан алып эсәһегеҙ?
🔥3👍2👏1